Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2023, 12:02

“Уға оҡшарға теләйбеҙ”,

Шулай тине бер тауыштан ҡаланың “Салауат” спорт-концерт комплексындағы боҙ аренаһындағы күнекмәлә “Юрматы” хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре. Ул көндө йәш спортсылар өсөн оҫталыҡ дәресен билдәле хоккейсы Андрей Зюзин үткәрҙе.

“Уға оҡшарға теләйбеҙ”,
“Уға оҡшарға теләйбеҙ”,

Шулай тине бер тауыштан ҡаланың “Салауат” спорт-концерт комплексындағы боҙ аренаһындағы күнекмәлә “Юрматы” хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре. Ул көндө йәш спортсылар өсөн оҫталыҡ дәресен билдәле хоккейсы Андрей Зюзин үткәрҙе.

Андрей Зюзин Өфө ҡалаһының “Салауат Юлаев” командаһында уйнаған, НХЛ-да 10 уңышлы миҙгел уҙғарған, бер нисә сит ил клубында ла уйнап өлгөргән. Һуңынан карьераһын тренер булып дауам иткән.
Андрей Зюзиндың боҙға сығыуын йәштәр көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Билдәле хоккейсы уларҙы үҙ янына йыйып, күнекмәнең нисек үтәсәген аңлатты. Һуңынан дәррәү эшкә тотондолар. Балалар оҫта
тренерҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы, кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Андрей Зюзин билдәләүенсә, иң мөһиме тренерҙы ишетә һәм тыңлай белергә кәрәк. Танылған хоккейсы билдәләүенсә, Салауат егеттәренең күҙҙәрендә осҡон яна, тренерҙар көслө.
- Бөгөнгө күнекмә Салауат хоккейсыларының был спорт төрө менән ваҡыт уҙғарыу өсөн генә түгел, ә бөтә күңелен биреп шөғөлләнеүен күрһәтте. Быны уларҙың күҙҙәрендә осҡон яныуы дәлилләй. Улар менән көслө
тренерҙар, белгестәр эшләй. Шуға киләсәктә республикала донъя кимәлендәге яңы йондоҙҙарҙың ҡабыныуына өмөт бар. Балалар конькиҙа яҡшы, ышаныслы шыуа, шайбаны боҙҙа оҫта йөрөтә. Әлбиттә, бер көндә чемпион булып китеү мөмкин түгел, бының өсөн күпме ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек кәрәк булыуын тренерҙар ҙа, спортсылар ҙа яҡшы белә. Юғары үрҙәргә үрләү еңелдән түгел. Йәш хоккейсыларҙы яңы уҡыу йылы һәм хоккей миҙгеле асылыу менән ҡотлайым, уҡыуҙарында уңыштар, спорт ҡаҙаныштары теләйем, - тине ул.
“Юрматы”лар иһә оҫталыҡ дәресенән алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Руслан Егоров:
- Миңә әле ун йәш. Хоккей менән өс йәштән шөғөлләнәм. Был спорт төрө бик оҡшай. Билдәле хоккейсы менән осрашыу яңы маҡсаттарға ҡанат ҡуйҙы. Оҫталыҡ дәресе файҙалы, һөҙөмтәле булды. Ул беҙҙе шайбаны дөрөҫ йөрөтөргә, дриблингты нисек эшләргә өйрәтте. Уның кеүек булырға теләйем.
Егор Круглов:
- Хоккей бик оҡшай. Билдәле хоккейсы үткәргән оҫталыҡ дәресенә эләгеүемә бик шатмын. Бөгөн яңы белемдәр алдыҡ, булғандарын камиллаштырҙыҡ. Андрей Юрьевич яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн көн дә ныҡышмал шөғөлләнергә кәрәк, тине.
Ҡапҡасы Никита Брызгин “йондоҙ”ҙо фойела автограф алыу ниәте менән көтә ине.
- Миңә ун йәш. Хоккейҙа өс йәштәнмен. Ике йыл шөғөлләнгәндән һуң ҡапҡасы итеп ҡуйҙылар. Иң яҡты хыялым - билдәле ҡапҡасы булыу. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе ҡыҙыҡлы үтте. Ҡапҡасы булараҡ, шайбаны индермәҫ
өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген иғтибар менән тыңланым. 2019 йылда миңә хатта үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” командаһында күнекмәләр уҙыу бәхете лә тейҙе. Андрей Зюзин да бит ваҡытында ошо клубта уйнаған,
- ти Никита.
Осрашыу аҙағында йондоҙло хоккейсы теләгәндәрҙең барыһына ла автограф бирҙе, фотосессия ойошторолдо.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: