Пляж волейболы ярыштарына Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡтан 11 ир-егет һәм 9 ҡатын-ҡыҙ командаһы йыйылды. Улар араһында волейбол менән профессионал кимәлдә шөғөлләнеүселәр ҙә, күңел өсөн уйнаусылар ҙа бар ине.
- Бөгөн Салауат ҡалаһының һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең 75 йыллығына арнап ошондай ярыштар уҙғарыла. Бик күп командалар йыйылды, шуға күрә турнирҙар көн дауамына барасаҡ, - тине физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Андрей Прокопов.
- Турнирға бик етди әҙерләндек. Шулай уҡ һауа торошоноң йылы булыуы һәм спорт мөхите күңелдәрҙе күтәрә, - тине пляж волейболы буйынса тренер Александр Корпачев.
Урам баскетболын йәки стритболды йәштәрҙең күбеһе үҙ иткән. Был спорт төрө буйынса 5 ҡатын-ҡыҙҙар һәм 8 ир-егеттәр командаһы һынау тотто. Һәр ҡатнашыусы еңеү яулау өсөн барлыҡ етеҙлеген, зирәклеген, оҫталығын һалды.
Пляж футболы буйынса турнир ҙа ҡыҙыу барҙы. Был төр ярышта алты команда: «Сармат», «Айыу», «Легион», «Алтын йондоҙ», «Шихан», «Ергән» үҙ көсөн һынаны. Араларында күңел өсөн уйнаусыларҙан торған командалар күп булһа ла, улар профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәрҙән ҡалышманы.
25 август көндө «Салауат» спорт-концерт комплексы артында ҡаланың 75 йыллығына арналған автотауыш буйынса кубок үтте. Ярыштарҙың ойоштороусыһы - ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты.
«Тимер аттары»на ҡеүәтле тауыш ҡуйыу менән мауығыусылар бәйгеһенә Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан ғына түгел, шулай уҡ Татарстандан һәм Ырымбур өлкәһенән дә килгәйнеләр.