Сараның тантаналы өлөшөндә был өлкә хеҙмәткәрҙәрен һәм спорт һөйөүселәрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова ҡотланы.
- Бөгөн Ағиҙел буйында ысын байрам - Бөтә Рәсәй Физкультурниктар көнө. Бында төрлө йәштәге кешеләр йыйылды һәм был дөрөҫ тә, сөнки спорт бөтәһен дә - кесеһен дә, олоһон да берләштерә. Салауат ҡалаһы быйыл үҙенең 75 йыллығын билдәләй һәм ошо йылдар эсендә ҡалабыҙ һәр ваҡыт спорт, сәләмәт тормош рәүеше ҡалаһы исемен йөрөттө. Салауат спортының үҫешенә ҙур өлөш индергән ветерандар һәм бөгөнгө спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре арҡаһында үҙенең еңеүҙәре, ҡаҙаныштары менән дан тота. Йәш быуын ошо эстафетаны ҡабул итеп, спорт ҡалаһы исемен ғорур иҫбатлап торһон. Һаулыҡ һәм яңы ҡаҙаныштар һеҙгә, - тип теләне ул үҙенең телмәрендә.
Бер төркөм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡаланың спорт тармағы үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн спорт һәм физкультура идаралығының, ҡала хакимиәтенең һәм Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Егет һәм ҡыҙҙарға тантаналы шарттарҙа ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды.
Актив тормош рәүешенә битараф булмағандарҙың барыһы өсөн дә әүҙем саралар әҙерләнгәйне. Төрлө майҙансыҡтарҙа пляж футболы, волейболы, самбоһы буйынса турнирҙар барҙы, кемдер үҙен волейбол һәм баскетболда һынап ҡараны, ауыр атлетика, стритбол, маунтинбайк, “күңелле старттар” буйынса ярыштар гөрләп торҙо. Теләгәндәр ГТО нормаларын тапшыра алды.
Яна Алтынгужина бокс менән “Триумф” спорт мәктәбендә өс йылдан ашыу шөғөлләнә.
- Бокс миңә, башҡа спорт төрөнә ҡарағанда нығыраҡ оҡшай. Элек мин спорт акробатикаһына йөрөнөм. Атайым да минең бокс менән шөғөлләнеүемде теләне. Әҙ ваҡыт үтһә лә, республика, Волга буйы һәм Рәсәй ярыштарында һөҙөмтәләрем бар, - ти ҡыҙ.
Уның тренеры Айнур Ялсығылов йәш белгес.
- Был спорт төрө менән етенсе йыл шөғөлләнәм. Минең остаз тренерҙарым Алик һәм Альберт Имәнҡоловтар үҙемә ҡыҙҙарҙа күнекмәләр алып барырға тәҡдим итте һәм бына ике йыл дәрестәр алып барам. Тәрбиәләнеүселәремдең еңеүҙәре өсөн шатланам, унан да бигерәк, уларҙың рәхмәт һүҙҙәре тағы ла нығыраҡ ҡанатландыра. Спорт минең өсөн - йәшәйеш, - ти егет.
“Лидер” спорт мәктәбенең инструктор-методисы, баскетбол буйынса тренер Вячеслав Кофонов өсөн дә спорт - тормош рәүеше.
- Беҙҙең команда республика кимәлендә үҙен яҡшы күрһәтә, шуға күрә Рәсәй беренселегенә сығырға теләйбеҙ. Спорт менән мин бала саҡтан дуҫ, икенсе класта баскетбол менән тренерыбыҙ Андрей Прокопов ҡулы аҫтында шөғөлләнә башлағайным, бөгөн үҙем йәштәргә ошо төрҙөң серҙәрен өйрәтәм. Уҡыусыларҙың ярыштарҙағы еңеүҙәрҙән хис-тойғоларын күреү ҡыуандыра. Беҙ 8-се лицей нигеҙендә шөғөлләнәбеҙ, унда шарттар бар, - тип бүлеше тренер.
Физкультурниктар көнөндә йола буйынса “Ихата чемпиондары лигаһы”ның финалы уҙғарыла һәм уның еңеүселәре билдәләнә. Быйылғы көсөргәнешле ярыштың бөтә этаптарын үтеп, үҙ йәш категорияһында Карина Гәрәева, Руслан Ғәбиҙуллин, Эмилия Ишдәүләтова, Матвей Родионов, Виктория Кобелькова, Вячеслав Романов, Екатерина Әбделмәнова, Богдан Ионов алдынғылыҡҡа сыҡты һәм төп приз - велосипедтар менән бүләкләнде.
- “Ихата чемпиондары лигаһы”ның финалына эләгеү өсөн мин тәүҙә “Октябрь” кинотеатры артында уҙған һайлап алыу турында ҡатнаштым. Мин хоккей менән шөғөлләнәм, ҡыҙҙар командаһында ла, малайҙар командаһында ла уйнайым. Еңергә яратам, бынан тик ыңғай хис-тойғолар алам. Бөгөн дә еңеп сығыуыма шатмын. Велосипедта көн һайын йөрөйөм, күнекмәләргә лә барам, Ағиҙел буйына ла киләм, - тип бүлешә ҡыуанысы менән “ике тәгәрмәсле ат” отоусыларҙың береһе Екатерина Әбделмәнова.