Июль аҙағында ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадионда өлкәндәр командалары араһында футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы Чемпионатының ун беренсе туры уҙҙы. Еңелдән булмаған уйында Салауаттың “Зенит” командаһы Өфө районы Жуково ауылының “Старт” командаһын 5:1 иҫәбе менән еңде.
“Старт” менән беренсе уйын беҙҙең файҙаға тамамланмай.
- Беҙ ун команда араһында алтынсы урынды биләйбеҙ, ә “Старт” өсөнсө килә. Улар менән Өфөлә осрашып, 7:1 иҫәбе менән еңелгәйнек. Беренсе таймда 1:1 иҫәбе менән алда бара инек, унан һуң уйынсылар бер-бер артлы йәрәхәтләнә башланы, был уйындың насарайыуына килтерҙе. Икенсе таймда улар беҙҙе еңеп ҡуйҙы, - тип һөйләй “Зенит” футбол клубының баш тренеры Олег Широков.
Икенсе уйында зениттар беренселекте яулауға ирешә.
- Беренсе уйында беҙҙең команда формалашып ҡына килә ине, шулай йәш уйынсылар йыл да килә. Шуға тәжрибәһеҙлек арҡаһында еңелдек тә инде, әммә был беҙҙе һындырманы. Киләһе уйында еңдек, команданың составы ла көсәйтелде, - тип билдәләне тренер.
Уйын бик шәп бара. Тәүге минуттарҙан уҡ “Зенит” ҡаршы команданың ҡапҡаһына бер-бер артлы туптар осора. Трибуналар шау-гөр килә. Шулай ҙа икенсе таймдың аҙағында “Старт”беҙҙең ҡапҡаға бер гол индерә ала.
- Оборонала бөтәһе лә ышаныслы уйнаны. Шулай ҙа әүҙем уйынсы Динар Абдрахмановты билдәләп үтер инем, - ти баш тренер.
Матчта еңеү - шатлыҡлы ваҡиға, әммә ул турнир таблицаһындағы һөҙөмтәгә йоғонто яһаймы микән?
- Еңеү бик мөһим. Беренсенән, беҙ быға бик шатбыҙ. Икенсенән, был йәш егеттәр өсөн уйын тәжрибәһе. Өсөнсөнән, өлкәндәр йәштәрҙең үҫешеүен күрә. Тап ошо составтың еңеүенә ышандым. Өмөттәр аҡланды. Бәлки, турнир таблицаһының бишенсе урынын да биләрбеҙ әле. Ошо урында өсөнсө йыл рәттән торабыҙ. Йәш уйынсылары булған командананан әллә нимә талап итеп булмай, был бик яҡшы һөҙөмтә, - ти Олег Широков.
Уйынсылар ҙа үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Арсен Бенифанд, команда капитаны:
- “Старт” командаһы - өсөнсө йылғы чемпион, әле лә турнир таблицаһының өҫкә өлөшөндә тора. Өйҙәге уйында үҙеңде һәр ваҡыт ышаныслыраҡ тояһың, көйәрмәндәр ҙә күп ине, уларҙың ярҙамы һиҙелерлек булды.Еңеүебеҙгә шатбыҙ. Төп маҡсатыбыҙ - йәштәрҙе профессиональ футболистар итеп үҫтереү.
Герман Паули, ҡапҡасы:
- Уйын яҡшы үтте. Һаҡ һыҙығы үҙ бурыстарын һәйбәт башҡарҙы. Уларҙыҡына ҡарағанда, минең эшем күпкә аҙ ине. Әммә мин дә тик торманым. Атакала биш гол индерҙек. Һөжүм итеүсебеҙ Артур Мөлөкөв ҡаршы команда ҡапҡаһына өс туп осорҙо. Бының менән ул үҙенең шәп уйынсы икәнен иҫбат итте. Уртансы һыҙыҡҡа ла афарин, тип әйтергә ҡала. Был һөҙөмтә - бөтә команданың хеҙмәте. Футболда мин биш йәштән алып, әле миңә 18. Иҫемдә, футбол менән шөғөлләнергә балалар баҡсаһында уҡ тәҡдим иттеләр - академиянан ниндәйҙер вәкил килгәйне. Мин дә, башҡалар кеүек үк, ҡыҙыҡһынып киттем. Килеп күргәс, бик оҡшаны. “Зенит”та беренсе тренерым Илья Самсонов булды. Оҙаҡ йылдар уның етәкселегендә шөғөәлләндек. Һуңынан ул беҙҙе Павел Будаевҡа тапшырҙы, унан әле уйнаған йәштәр командаһына күстем. Футболды һайлағаным өсөн бер ваҡытта ла үкенмәнем. Үҙемдең теләк буйынса ҡапҡасы булдым. Был майҙанда уйнағанға ҡарағанда бөтөнләй икенсе эш. Яуаплылыҡ та күберәк.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.