Салауат ҡалаһына грек-рим көрәше буйынса олимпия чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы Алексей Мишин килде һәм 25-се башҡорт гимназияһында балалар менән осрашып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Осрашыу урыны итеп тап 25-се башҡорт гимназияһы һайланыуы юҡҡа түгел.
Был белем биреү йортонда “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә - спорт көрәше” проекты сиктәрендә яңы спорт залы йыһазландырылды.
- Әлегә тиклем гимназияла милли көрәш менән шөғөлләнделәр. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән селтәр хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тренерҙар эшләне. Мәғариф идаралығы 25-се башҡорт гимназияһы
етәкселегенә “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә - спорт көрәше” проектында ҡатнашырға тәҡдим итте. Был республиканың Спорт көрәше федерацияһы, Спорт һәм Мәғариф министрлыҡтарының берҙәмлектәге проекты. Ремонт “Битум” йәмғиәте ҡатнашлығында башҡарылды. Залда физкультура дәрестәрендә гимназия уҡыусылары, дәрестән тыш ваҡытта ҡала секциялары тәрбиәләнеүселәре өсөн күнекмәләр уҙғарыу планлаштырыла, - тип билдәләй 25-се башҡорт гимназияһы директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.
Билдәле спортсы залды күргәс үҙенең һоҡланыуын белдерҙе.
- Республиканы Радий Хәбиров етәкләгәс көрәш ныҡлы үҫеш алды. 2021 йылда төбәктә уҙғарылған донъя чемпионаты бик юғары кимәлдә ойоштородо. Ул ярышта Башҡортостандан ике спортсы ҡатнашып, икеһенең дә чемпион булыуы яҡшы һөҙөмтә. “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә - спорт көрәше” проекты бик кәрәк, сөнки ул буласаҡ чемпиондар командаһын формалаштырыуға ярҙам итә. Мин мотиватор булараҡ ошолай осрашыуҙарға йөрөйөм, йәштәр менән аралашам, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм. Салауат ҡалаһына мин беренсе тапҡыр килдем, зал һоҡланғыс. Дөрөҫөн әйтәм, килеп ингәс, мин бындай зал күрермен тип көтмәгәйнем,
был ысын спорт-көрәш залы. Рәсәй буйлап йөрөйөм, бөтә төбәктәр ҙә бындай шарттар менән маҡтана алмай. Иң мөһиме, әгәр беҙ 10-15 үҫмерҙе урамдан ошо залдарға йәлеп итһәк, ҙур эш башҡарасаҡбыҙ, - тине Алексей Мишин.
Олимпия чемпионы Алексей Мишин һәм Башҡортостан Республикаһының грек-рим көрәше буйынса йыйылма командаһы тренеры Рәмил Сираев иң башта гимназияның Шайморатов класы уҡыусылары, һуңынан ҡаланың спорт көрәше секциялары тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Мәртәбәле ҡунаҡ йәш спортсыларға маҡсатыңа ынтылырға, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, үҙ көсөңә ышанырға кәрәклеге тураһында һөйләне. “Мин
үҙем бәләкәй генә ҡаланан, теләгемде тормошҡа ашырыу өсөн ныҡ тырыштым, түҙҙем һәм юғары үрҙәргә ирештем”, - тине ул. Спортсы оҫталыҡ дәресе барышында балалар менән күнекмәләр, ярыштарға әҙерләнеү серҙәре менән бүлеште, ҡайһы бер алымдарҙы күрһәтте. Балалар ҙа һорауҙарын яуҙырҙы. Аралашыу чемпион менән иртәнге аш ваҡытында ла дауам итте.
- Был мәктәптә мин 2009 йылдан алып күнекмәләр алып барам. 20 тирәһе бала көрәшкә йөрөй. Уңайлы шарттар булдырыу мөһим, был ҙур залда күберәк балалар менән шөғөлләнеү мөмкин буласаҡ. Беҙ балаларға күнекмәләр генә уҙғарып ҡалмайбыҙ, шулай уҡ билдәле шәхестәр, спортта, көрәштә юғары уңыштарға ирешкән кешеләр хаҡында һөйләп дәртләндерәбеҙ, ә бөгөнгө осрашыу уларҙы илһамландырыр, тип уйлайым,
- ти тренер - уҡытыусы Салауат Исхаҡов.
Бындай осрашыуҙар, әлбиттә, йәштәргә яңы үрҙәргә ынтылыу өсөн этәргес булып тора.
- Миңә көрәш менән шөғөлләнеү оҡшай. Бөгөн чемпион менән осрашыу мине рухландырҙы, ялҡауланырға ярамағанлығын, һәр көн күнекмәләргә йөрөргә һәм маҡсаттарыңа ирешергә кәрәклеген аңланым, - тип
билдәләй 2 йыл көрәш менән шөғөлләнеүсе Илнур Зәйнуллин.
Иҙерхан Таймуллин грек-рим көрәшенә беренсе синыфтан алып йөрөй.
- Күп кенә алымдарҙы беҙ беләбеҙ, уларҙы тағы ла нығыттыҡ. Билдәле спортсы менән осрашыу миңә оҡшаны, ул кәрәкле кәңәштәр бирҙе, бер ваҡытта ла бирешмәҫкә һәм үҙ өҫтөңдә гел эшләү мөһим икәнен әйтте, - ти ул.
Осрашыу һуңында уҡыусылар автограф менән чемпион фотоһын алды һәм уның менән күмәк фотоға төштө.