газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Май 2023, 16:43

Батырҙарҙы сыныҡтырыр урын

21 апрелдә 25-се башҡорт гимназияһында «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә - спорт көрәше» проекты сиктәрендә грек-рим көрәше күнекмәләре өсөн спорт залы асылды.

Батырҙарҙы сыныҡтырыр урын
Батырҙарҙы сыныҡтырыр урын

21 апрелдә 25-се башҡорт гимназияһында «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә - спорт көрәше» проекты сиктәрендә грек-рим көрәше күнекмәләре өсөн спорт залы асылды.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының Спорт көрәше буйынса федерацияһының беренсе вице-президенты, Рәсәйҙең спорт мастеры Руслан Кулиев, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары
Инесса Косолапова, спорт министры урынбаҫары Артем Новиков, грек-рим көрәше буйынса Олимпия чемпионы Алексей Мишин, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, «Битум» компанияһының коммерция директоры Антон Качесов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.Башта улар гимназия алдында ҡаланың төрлө спорт учреждениеларының ҡаҙаныштары, эшмәкәрлеге, балаларҙың күнекмәләре менән танышты. Сәләмләү телмәре менән Инесса Косолапова сығыш яһаны:
- Бөгөн гимназияла ысын спорт байрамы һәм ошо шарттарҙа тағы ла бер үҙенсәлекле, сағыу, көрәш өсөн бик функциональ залды асыуыбыҙ шатлыҡлы. Проект Башҡортостанда өс йыл тирәһе ғәмәлдә, бер нигә
лә ҡарамай, Спорт көрәше федерацияһы актив эшләй һәм ошондай матур залдар булдырыла. Ә көрәш менән шөғөлләнеүсе үҫмерҙәргә уңыштар, тырышлыҡ теләр инем һәм белегеҙ, спорт беҙҙе физик яҡтан ғына түгел,
характерыбыҙҙы сыныҡтыра.
- Башҡортостан Спорт көрәше федерацияһы исеменән был ҡалала булдырылған спорт мөхите, ошондай матур мәктәптә яҡшы спорт залы  асылыуына рәхмәт белдергем килә. Бында яңы спортсылар үҫер, тип ышанабыҙ, - тине Руслан Кулиев.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау республика етәкселегенә мәктәптәрҙә спортты үҫтереүгә ярҙам итеүҙәре, ә «Битум» компанияһына ошо залды йыһазландырыуға булышлыҡ итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Битум» компанияһының коммерция директоры Антон Качесов, үҙ сиратында, балаларға ошо залда яңы еңеүҙәргә ирешеүҙәрен теләне.
Тантаналы сарала билдәләп үтелеүенсә, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү сиктәрендә гимназияла зал асылыу менән спорт көрәше менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар барлыҡҡа килә, балалар буш ваҡыттарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп уҙғарыу мөмкинлеге ала. Ҡунаҡтар был залдан да чемпиондар үҫеп сығыр әле тигән ышаныс белдерҙе.
Һуңынан «Нефтехимик» спорт һарайында СССР-ҙың спорт мастеры Владимир Фидоренко иҫтәлегенә бағышланған грек-рим көрәше буйынса турнирға старт бирелде. Унда Дағстандан, Татарстандан, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Ямал-Ненец автономлы округынан, шулай уҡ Башҡортостан ҡала һәм райондарынан, шул иҫәптә Салауаттан спортсылар ҡатнашты. Миҙалдар 12 ауырлыҡ категорияһында уйнатылды. Ярышты асҡанда БашҡортостанРеспубликаһының спорт министры урынбаҫары Артем Новиков масштаблы  турнирҙың республика спорт министрлығының 100 йыллығы уңайынан  Башҡортостанға илдең бик күп төбәктәренән вәкилдәрен йыйып уҙағырлыуын билдәләп үтте. Ҡала өсөн был ябай ғына ярыш түгел, ә Салауат ҡалаһының билдәле кешеһе Владимир Иванович Фидоренко иҫтәлеген данлау, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Рундау. 
Турнир барышын легендар спортсының улы Владимир Фидоренко ла ҡараны.
- Был спорт төрөн үҫтерәбеҙ, йәштәр тиҫтерҙәренең нисек көрәшеүен күреп уларға тиңләшергә ынтылһын, спортҡа ылыҡһын өсөн тырышабыҙ, - тине ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: