Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Март 2023, 14:44

Йәштә түгел эш, дәрттә

29 мартта “Салауат” спорт мәктәбенең спорт залында айырыуса байрамса мөхит тантана итте. Ул көндө 60-йәште уҙғандар ГТО комплексы нормативтарын тапшырҙы. Иң өлкән ҡатнашыусыға 81 йәш ине.

Йәштә түгел эш, дәрттә
Йәштә түгел эш, дәрттә

29 мартта “Салауат” спорт мәктәбенең спорт залында айырыуса байрамса мөхит тантана итте. Ул көндө 60-йәште уҙғандар ГТО комплексы нормативтарын тапшырҙы. Иң өлкән ҡатнашыусыға 81 йәш ине.

- Бөгөн бында сәләмәт тормош рәүеше яҡлы кешеләр спорт менән шөғөлләнеү өсөн бер нәмә лә сик булмауын иҫбатлау  өсөн йыйылған. Өлкәндәрҙең ГТО нормативтарын тапшырырға йөрьәт итеүе балалар һәм йәштәр
өсөн өлгө булып тора, - тине сәләмләү һүҙендә физкультура һәм спорт идаралығының өлкән инструктор-методисы Зөлфиә Кәримова.
Ул шулай уҡ яңылыҡ менән бүлеште.
- Бөгөн 60 йәште уҙған кешеләргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренән файҙаланыуға 10 мең һумлыҡ сертификаттар булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Сертификатты 2023 йылда ГТО нормативтарын  тапшырғандарға биреү ҡарала һәм ул кеше йыл буйына ошо суммаға спорт ойошмаһына йөрөй аласаҡ.Асыҡланмаған һорауҙар бихисап, уларҙы хәл итеү өсөн ваҡыт талап ителә, - тине Зөлфиә Муса ҡыҙы.
Тәүҙә күңелле музыкаға тән яҙҙырҙылар, һуңынан нормативтарҙы үтәүгә тотондолар. Оло йәштәгеләрҙе гимнастик эскәмйәлә баҫҡан килеш алға эйелеү, гимнастик эскәмйәгә һәм иҙәнгә таянып ҡулдарҙы бөгөү-
турайтыу, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү кеүек һынауҙар көтә ине. Алда уларға скандинавса йөрөү һәм йөҙөү буйынса ла һәләттәрен күрһәтергә тура киләсәк. Был көндө “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү
үҙәге янында эшләп килгән “Күңелебеҙ менән йәшбеҙ” ирекмәндәр үҙәге ағзалары әүҙемлек күрһәтте - 12 кеше килгәйне. Татьяна Савостова шундайҙарҙың береһе.
- Беҙ йөрөгән ойошмала спортты үҙ итәләр. Ғүмер буйы бухгалтер булып эшләнем, спорт менән шөғөлләнеүгә артыҡ иғтибар бирмәнем. Хәҙер бына үҙ көсөмдө һынап ҡарағым килә. Гимнастик эскәмйәлә баҫҡан килеш алға эйелеп ҡараным, яҡшы ғына һөҙөмтәгә ирештем. Алдағы һынауҙарҙы ла уңышлы үтермен, тип уйлайым, - ти ул.
Маһинур Ғәзизова иң мөһиме ҡатнашыу һәм алға ынтылыш, тип иҫәпләй.
- Мин ГТО нормативтарын тәүгә тапшырам. Ҡыш буйына бассейнға йөрөйөм, өйҙә велотренажерым бар. Организмымды шулай нығытам. Бөгөн бында килеүемә бер ҙә үкенмәйем, йылы мөхит тантана итә, кешеләр алсаҡ, бер- береһе менән ихлас аралаша. Нормаларҙы үтәү ауырыраҡ бирелә. Сөнки спорт менән көн дә шөғөлләнергә кәрәк. Иң мөһиме, ҡатнашыу һәм алға  ынтылыш, - ти Маһинур апай.
Был көндө ололар менән бер рәттән, бәләкәстәр ҙә үҙ көстәрен һынап ҡараны.
- ГТО тураһында миңә атайым һөйләне. Оҙонлоҡҡа һикереп ҡараным, яҡшы ғына килеп сыҡты. Оло йәштәге  инәй-бабайҙар нормативтарҙы һәйбәт үтәй, уларға һоҡланмай мөмкин түгел, - ти балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, “Салауат” спорт мәктәбендә футбол менән шөғөлләнеүсе ете йәшлек Тимур Мөхәмәҙиев.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: