Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2023, 10:10

Чемпиондар үҫтереүсе урын

Был бина әле уның залында ауыр атлетика менән шөғөлләнеүселәрҙән күпкә өлкәнерәк. Стеналары бер нисә быуын чемпиондарының уңыштары шаһиты. Һүҙ 1978 йылдан алып ҡалала ауыр атлетика спортсыларын тәрбиәләүсе физкультура йорто тураһында.

Чемпиондар үҫтереүсе урын
Чемпиондар үҫтереүсе урын

Бинаның тарихы ҡыҙыҡлы ғына һәм ул уның бөгөнгө проблемаһын да аңлата.
- 1978 йылда хоккей корты трибунаһын «Cпартак» физкультура йорто итеп үҙәгәртеп яһайҙар. Тәүге көндәрҙән унда ауыр атлеттар шөғөлләнә. Оҙайлы ваҡыт спорт учреждениеһы республика милкендә була, ә 90-сы йылдарҙа ҡалаға күсерәләр. Күп йылдар дауамында ремонт эшләнмәй, бина ташландыҡ хәлгә килә, - тип һөйләй «Салауат» спорт мәктәбе директорының спорт эше буйынса урынбаҫары Александр Коротченко. - 2021 йылда бинаны тәртипкә килтерергә булдыҡ. «Спартак» территориаль үҙидаралығы булдырылды һәм ул Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашты, проект конкурстан үтеп, алынған аҡсаға электр сымдары яңыртылды, түбәгә, стеналарға косметик ремонт яһалды, ишектәрҙе алыштырҙыҡ, иҙәндәр тигеҙләнеп линолеум һалынды, фасад сайдинг менән көпләнде.
Һөҙөмтә спорсыларҙы ла, хеҙмәткәрҙәрҙе лә ҡыуандыра. Әммә, ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, бер мөһим етди проблема хәл ителмәгән - ҡыйыҡ ремонтланмаған, уның етешһеҙлектәре арҡаһында эскә һыу ағыуы быға тиклем эшләнгән ремонтты юҡҡа сығарыуы ихтимал.
- «Спартак» үҙидаралығы 2022 йылда «Ҡыйыҡҡа капиталь ремонт» проекты менән программала ҡатнашты, әммә конкурстан үтмәне, - тип бүлешә Александр Коротченко.
Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр, тип «Cпартак» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы 2023 йылда ла «Спартак» физкультура йорто ҡыйығын капиталь ремонтлау» проекты менән Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға була.
- Еңербеҙ һәм ҡыйыҡты капиталь ремонтлауға финанслау алырбыҙ, тип ышанабыҙ. Сөнки был бинала 9 йәштән өлкән бик күп спортсылар шөғөлләнә. Улар араһында беренселек чемпиондары, призерҙары, спорт мастерҙары һәм кандидаттар бар. Былтыр бүлек тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй беренселегендә бронза призеры булды, өс спортсы спорт мастерына кандидат исеме алды. Тап Салауат спортсылары даими рәүештә Башҡортостан беренселегендә команда зачетында еңеүсе була. Салауатта ауыр атлетика буйынса иң көслө мәктәп булыуы береһенә лә сер түгел, - ти ғорурлыҡ менән Александр Коротченко.
Мәктәп ысынлап та көслө, бай тарихҡа эйә. Бөгөн ҡала ауыр атлеттарын ике бик һәләтле тренер Виктор Конарев һәм Винер Сәйетов тәрбиәләй. Улар икеһе лә үҙҙәре Салауат клубы тәрбиәләнеүселәре, үҙ ваҡытында Рәсәй беренселегә һәм башҡа ярыштар еңеүселәре. Бына 20 йылдан ашыу ауыр атлеттарға күнекмәләр үткәрә.
Салауат мәктәбе уңышының сере нимәлә?
- Бер ниндәй ҙә сер юҡ. Һөҙөмтә өсөн, тәү сиратта, күнекмәләр менән шөғөлләнеү теләге һәм ҡыҙыҡһыныу кәрәк. Йәштәр бер-береһенә ҡарап үҫешкә, юғары маҡсаттарға ынтыла. Икенсенән, күнекмәләрҙең методикаһы һәм, өсөнсөнән, шарттар талап ителә. Быларҙың барыһы ла беҙҙә бар, - тип аңлата Винер Сәйетов. - Тренажерҙар, ауыр атлетика өсөн кәрәкле ҡорамалдар, яҡшы зал, уңайлы сисенеү урыны. Әммә ҡыйыҡтан һыу ауып тороуы бөтә нимәне боҙа.
Хеҙмәткәрҙәр ҙә, спортсылар ҙа һәм Салауат спортсыларына ҙур еңеүҙәр теләүселәрҙең барыһы ла «Спартак» үҙидаралығы проектының конкурста еңеп сығыуын теләй.

Самандар Мирзоев
Самандар штанганы тәүге тапҡыр ҡулына 8 йыл элек 13 йәшендә дуҫтары менән килгәндә ала. Иптәштәре тиҙ ташлаһа ла, Самандар ныҡышмал рәүештә күнекмәләрҙе дауам итә.
- Штанга дисциплина, һөҙөмтә өсөн үҙеңдең генә яуаплы булыуыңды аңлау менән йәлеп итте. Штанга мине үҙгәртте, бәләкәй йомро ғына малайҙан көслө егеткә әйләндем, характерым нығынды. Элек төрлө тормош мәлдәрендә өҙгөләнә инем, хәҙер бөтә хис-тойғоларымды күнекмәләрҙә сығарам. Бында йөрөй башлауыма бер ваҡытта ла үкенмәнем.
Самандар үҙенең иң әһәмиәтле еңеүе тип Волга буйы федераль округы чемпионатында сығыш яһауым иҫәпләй, унда нормативты үтәп спорт мастерына кандидат исемен ала.
Бер йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, ул үҙенең яратҡан залын ташламай.
- Бина үҙгәргән, тышҡы йөҙө лә, эсе лә яңырған, сисенеү урындары оҡшай. Физкультура йорто йәшәй. Тик гел һыу ағып тороусы ҡыйыҡты ремонтламаһаң, эстә лә матурлыҡ һәм уңайлылыҡ булмаҫ, - ти Самандар. - «Спартак» территориаль йәмәғәт үҙидаралығына еңеү теләйем.

Всеволод Виденеев
Всеволод Виденеев әлеге ваҡытта ныҡлы күнекмәләр менән шөғөлләнә һәм Выборгта Рәсәй Беренселегендә сығыш яһауға әҙерләнә.
- Был бинала ҡаланың бөтә ауыр атлетика тарихы. Бында Евгений Урюпов һәм башҡа спорт мастерҙары шөғөлләнгән һәм беҙ уларға тиңләшергә ынтылабыҙ. Тренерҙар бүлмәһендә республика буйынса тик беренсе урын өсөн кубкалар. Дөрөҫөн әйткәндә, мин республика буйынса ҡасан ир-егеттәр командаһы зачетында икенсе урын алғаныбыҙҙы иҫкә лә төшөрә алмайым. Һуңғы йылдарҙа физкультура йортонда күп нәмә үҙгәрҙе. Яңы ҡоролмалар килтерелде, беҙ уларҙы ҡороп ҡуйҙыҡ. Күнекмәләр үтергә йыһаз да, зал да бар, тик ҡыйыҡ ҡына алама. Уны ремонтлаһалар, бик шәп буласаҡ.

Анастасия Зубко
Анастасияны секцияға ауыр атлетика менән шөғөлләнеүсе апаһы алып килә.
- Атайым да ауыр атлетика менән шөғөлләнде. Мин бында килгәнемә үкенмәйем, оҡшай. Һәр кемдең үҙ мауығыуы. Әхирәттәрем минең нимә менән шөғөлләнеүем тураһында ҡыҙыҡһыналар, минең еңеүҙәремә шатланалар. Штанга көс, тәнгә сихәт бирә. Нескә генә ҡыҙҙың килеп штанга күтәреүе бик эффектлы, - тип бүлешә Настя. - Мин дүрт йыл шөғөлләнәм. Киләсәктә халыҡ-ара ярыштарға эләгергә теләйем. Мин белгәндән бирле, ҡыйыҡты ямайҙар, әммә унан тағы һыу аға башлай. Уны йүнәтерҙәр тип өмөт итәм.

Максим Володин
Максим көслө булыу өсөн шөғөлләнә башлай.
- Ике йыл штанга менән дуҫлашыуыма. Мәктәптә миңә һин көсһөҙ тиҙәр ине, шуға күрә ауыр атлетикаға яҙылдым. Килдем дә ҡалдым, миңә оҡшай, ысын дуҫтарым барлыҡҡа килде. Беҙҙең йортта уңайлы булыуын теләйем, - ти ул.

Софья Филатова
Зифа буйлы ун алты йәшлек Софья ауыр атлетика менән бишенсе йыл шөғөлләнә.
- Ҡатын-ҡыҙ көслө булырға тейеш, был уға үҙаллылыҡ бирә, мин физик һәм рух көсө тураһында һүҙ йөрөтәм, - тип ихлас бүлешә ҡыҙ.
Спортсының иҫәбендә бик күп наградалар һәм кубоктар, шул иҫәптә ололар араһында Башҡортостан Кубогында өсөнсө урын.
Сағыштырыу өсөн: Софья үҙе 55 килограмм тарта, ә 100 килограмдан ашыуҙы күтәрә.
- Миңә үеҙеббеҙң физкультура йорто оҡшай, бында тормош ҡайнай, тик ҡыйыҡтан һыу ағыуы ғына күңелде ҡыра. Территориаль йәмәғәт үҙидаралығына программаның һайлап алыу турында еңеүе бик кәрәк.

Семен Доминов
Семен штанга менән ике йыл ғына шөғөлләнә, шулай ҙа үҙенең уңыштары менән ғорурлана ала.
- Мин һәр көн ныҡышмал шөғөлләнәм, штанганы күтәргәндә көстө лә, техниканы ла иҫәпкә алам. Мин олимпия чемпионы булырға теләйем, - ти Семен. - Беҙ ҡыйығынан һыу аҡмаған йортта шөғөлләнһән бик һәйбәт булыр ине.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: