Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Февраль 2023, 10:00

Бергә беҙ - көс

Салауатта Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә финансалау алыуға конкурста көрәшеүсе территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары һаны күбәйә. Был программаның төп үҙенсәлеге - мотлаҡ ҡала ҡалҡының үҙ инициативаһы. Улар көнүҙәк проблеманы һайлай, проект әҙерләй һәм уның хаҡының 3 проценттан кәм булмаған суммаһын индереп, финанслауҙа ҡатнаша. 

Бергә беҙ - көс
Бергә беҙ - көс
«Спартак» физкультура йорто (Горький урамы, 4а) уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем республика милкендә була. 1991 йылда муниципаль милеккә «Салауат» спорт клубы балансына күсерелә. Әлеге ваҡытта ауыр атлетика һәм пауэрлифтинг бүлеге спортсылары шөғөлләнгән «Спартак» физкультура йорто «Салауат» спорт мәктәбе идаралығында. Муниципаль милеккә күсерелгәндән алып бинала ремонт эшләнмәгән, шуға ул авария хәлендә була. 
2020 йылда спорт объектын тәртипкә килтереү өсөн «Салауат» спорт мәктәбе Горький урамындағы 1-се йортта йәшәүселәр менән бергә Урындағы башланғыстарға ублышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу өсөн «Спартак» территориаль йәмәғәт үҙидаралығын төҙөй, бөтә административ процедураларҙы үтәләр һәм республика бюджетынан финанслау алалар. Был аҡсаға электр проводтары алыштырыла, яңы ишектәр ҡуйыла, стеналарға һәм түбәгә косметик ремонт башҡарыла, иҙәндәр тигеҙләнә, линолеум түшәлә, бинаның тыш яғы йылытылып, тимер сайдинг менән көпләнә. 
Әммә «Спартак» физкультура йортонда төп проблема хәл ителмәгән, бинаның ҡыйығына ремонт талап ителә. Тап шуның өсөн «Спартак» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. 
- Беҙҙең проект тормошҡа ашыр һәм «Салауат» мәктәбе спортсылары ремонттан һуң уңайлы, хәүефһеҙ бина алыр, ундағы күнекмәләр республика һәм Рәсәй спорты хаҡына ҙур уңыштарға ирешеүгә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, - тип бүлешә «Спартак» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары. 
 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: