газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2023, 10:14

Булғың килһә сәләмәт, спортҡа ылыҡ тиҙерәк

Спорттың сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауын барыһы ла белә. Кеше уға ни тиклем иртәрәк ылыға, һөҙөмтәләр ҙә шул тиклем юғарыраҡ була. Шуға ла спорт мәктәптәре алдына балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә кесе йәштән йәлеп итеү бурысы ҡуйыла.

Булғың килһә сәләмәт, спортҡа ылыҡ тиҙерәк
Булғың килһә сәләмәт, спортҡа ылыҡ тиҙерәк

Спорттың сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауын барыһы ла белә. Кеше уға ни тиклем иртәрәк ылыға, һөҙөмтәләр ҙә шул тиклем юғарыраҡ була. Шуға ла спорт мәктәптәре алдына балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә кесе йәштән йәлеп итеү бурысы ҡуйыла.

Әлбиттә, тәрбиәләнеүселәрҙең уңыштары тренерҙарҙың оҫталығынан ғына тормай, ә ҡорамалдарҙың, инвентарҙарҙың заманса, яңы булыуы ла мөһим роль уйнай. “Демография” милли проектының “Спорт - тормош
нормаһы” федераль проекты тап ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән. Яңы йыл алдынан ҡаланың муниципаль спорт мәктәптәре ошо проектҡа ярашлы яңы спорт ҡорамалдары һәм йыһаздары алды. Улар көрәшселәр, дзюдосылар, йөҙөүселәр, ауыр атлеттар, еңел атлеттар, футболсылар, гандболсылар һәм спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Проект спорт мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытыуҙа ҙур ярҙам булып тора. Был ҡорамалдарҙы ҡалахакимиәте башлығы Игорь Миронов та ҡарап сыҡты.
- Бөтә ҡорамалдар һәм инвентарҙар сертификацияланған һәм заманса талаптарға яуап бирә. Тренерҙарҙан яңы спорт ҡормалдарының өҫтөнлөктәре тураһында һораштым, күнекмәләрҙе ҡараным. Ошондай проекттар
ярҙамында матди-техник базаны нығытыу профессиональ спортсыларҙы әҙерләүҙән тыш, сәләмәт быуын тәрбиәләргә лә мөмкинлек бирәсәк, - тине Игорь Миронов.

“Алмаз” спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең ҡаҙаныштарының һәм уңыштарының бихисап булыуы проектта ҡатнашырға ярҙам иткән.
- Проект буйынса шәхсән экипировка, электрон секундомерҙар, йөҙөү өсөн таҡталар, туптар алдыҡ. Яңы инвентарь балаларға оҡшай, рәхәтләнеп шөғөлләнәләр. Милли проектта ҡатнашыу өсөн спортсыларҙың республика йыйылма командаһына инеүе төп шарт булып тора. Былтыр уларҙың һаны һигеҙ булһа, быйыл бирелгән заявкала - 11, - ти йөҙөү буйынса тренер Валентина Кулагина.

“Триумф” спорт мәктәбендә бокс, полиатлон, триатлон һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнәләр. Әлеге көндә  тәрбиәләнеүселәр һаны - 320 кеше.
- Милли проект буйынса мәктәбебеҙ 2019 йылдан алып заманса һәм сифатлы йыһаздар һәм инвентарь алыу мөмкинлегенә эйә. Әле 2022 йыл өсөн “Уҡтан атыу”, “Пулянан атыу” (һаңғырауҙар спорты) һәм “Бокс” йүнәлештәре буйынса 2 млн һумдан ашыу суммаға инвентарь ҡайтарылды. Был күнекмәләрҙең сифатын күтәрә, шөғөлләнергә теләүселәр һанын арттыра, - тип һөйләй был спорт мәктәбе директоры Ольга Колчина.
“Салауат” спорт мәктәбе лә уңыштары булғанға яңы инвентарь менән тәьмин ителгән. 
- Барлығы 2 млн һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар алынды. Улар футболды, ауыр атлетиканы һәм ҡаяға үрмәләүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән. Беҙ футбол формалары, аяҡ кейемдәре, туптар, тренажерҙар, гантелдәр өсөн стеллаждар, штанга, велотренажерҙар алдыҡ, - тип таныштырып үтте алынған ҡорамалдар менән спорт мәктәбе директоры Павел Федонин.
Бында, ҡаты һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, күнекмәләр гөрләй ине. Салауат ҡалаһының
“Спорт мәктәбе”нә лә ярайһы ғына спорт инвентарҙары ҡайтарылған.
- Беҙҙә һигеҙ спорт төрө үҫешә. Ә милли проект буйынса ҡорамалдар дүрт йүнәлеш буйынса алынды: дзюдо, еңел атлетика, грек-рим көрәше, гандбол. 1 млн 457 мең һумға гимнастика стенкалары, арҡандар,
волейбол тубы, бейеклеккә һикереү өсөн стойкалар, спорт герҙәре, штанга, футболкалар, спорт костюмы, секундомер һәм башҡа ҡорамалдар ҡайтарылды. Милли проект спорт мәктәптәре өсөн ярҙам булып тора, алынған инвентарҙарҙың спортсыларҙы әҙерләүҙә әһәмиәте ҙур, артабан да ныҡышмал шөғөлләнеү өсөн дәрт бирә, - тип һөйләне спорт директоры Илдар Хисаметдинов.

#миллипроекттар

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: