газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Декабрь 2022, 11:25

Ҡыш - саңғысыларҙың яратҡан миҙгеле

Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында саңғы миҙгелен асыу йәһәтенән уҙыштар ойошторолдо. Һәйбәт һауа торошо һәм саңғы һөйөүселәрҙең күтәренке кәйефе матур байрам мөхите тыуҙырҙы.

Ҡыш - саңғысыларҙың яратҡан миҙгеле
Ҡыш - саңғысыларҙың яратҡан миҙгеле

Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Андрей Прокопов ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңышлы миҙгел теләне.
- Беҙ сираттағы тапҡыр «Салауат саңғы юлы»н асабыҙ. Иң беренсе уны хәстәрләүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Быйыл Ағиҙел йылғаһының аръяғында ла трассаны таҙартып, йортто тергеҙгәндәр. Шулай уҡ беҙ ҡаланың юбилейлы йылында әлеге зонала яңы яҡтыртылған трасса барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ, - тине ул үҙ сығышында.
Тантаналы өлөштән һуң, саңғы уҙыштары ойошторолдо. Үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен һынап ҡарарғар мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары, ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрәҙре, саңғы спорты ветерандары йыйылғайны.
«Салауат саңғы юлы»ның асылыуы берәүҙәр өсөн үҙҙәренең спорт уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын иҫбатлау мөмкинлеге булһа, икенселәр өсөн ҡыштың килеүенә шатланып, һаулыҡты нығытыу өсөн рәхәтләнеп саңғыла йөрөү ысулы.
- Саңғы юлының асылыуы беҙҙең өсөн байрам, - ти ошо көндәрҙә 70 йәшен тултырыусы Рифат Богданов. - Мин мәктәп йәшендә үк саңғыға баҫтым. 1968 йылда Салауатта йәшәй башлағас бик күп ярыштарҙа ҡатнаштым һәм йыш ҡына тәүге урындар ала торғайным. Тормош иптәшем дә саңғыла йөрөй, шулай булғас беҙ ғүмер буйынса спорт менән йәшәнә барабыҙ.
Ә бына Ольга Васильева яңы ғына саңғыға баҫҡан.
- Саңғыла 10 йыллап йөрөгәнем юҡтыр. Саңғыла йөрөү һаулыҡ өсөн яҡшы, йөрәккә, ҡан тамырҙарына файҙаһы күп, кәйефте лә күтәрә. Ярышта ҡатнашмайым, ә бына ирем уҙыша. Иң мөһиме, мин саңғыға баҫтым, был миңә бик оҡшай һәм минең актив шөғөлөмә әүерелер, тип уйлайым, - ти Ольга Васильева.
17-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Илназ Юлдашбаев өсөн саңғы миҙгеленең асылыуы күнекмәләр башланыу осоро.
- Мин триатлон менән шөғөлләнәм. Бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдым, Рәсәй кимәленә лә сыҡтым. Барыһын да спорт менән шөғөлләнергә өндәйем, - ти йәш спортсы егет.
Арыҫлан Йәрмөхәмәтов, Илфат Исхаҡов һәм Артем Машин ҡала уҙыштарына тәүге тапҡыр килгән.
- Саңғы ярыштарында ҡатнашырға саҡырғас, беҙ шатландыҡ. Ярышҡа беренсе тапҡыр сығабыҙ, ә ҡыш һайын саңҡыла йөрөү оҡшай, - ти улар.
Бөтә спорт һөйөүселәр үҙҙәренә тәғәйен дистанцияларҙы уңышлы үтте, шулай ҙа иң етеҙҙәр һәм көслөләр алдынғылыҡҡа сыҡты. Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.
Эльвира Малкина үҙ категорияһында беренсе булып килде.
- Мин бик шат. Саңғыла йөрөүгә һөйөү 2016 йылда барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, тап ошо «Салауат саңғы юлы»нда кешеләрҙең саңғыла йөрөүен күреп классик шыуыу ғына түгел, конькиҙа йөрөгән кеүек шыуыу теләге уянды. Саңғы йөрөй башлағас яңы дуҫтар табылды. Ә саңғы юлының асылыуы йәй буйына күрешмәгән ошо таныштар менән яңынан осрашыу ул. Сәләмәт тормош рәүеше алып барыу бик оҡшай һәм ҡышҡы миҙгелде бик шәп уҙғарырбыҙ тип уйлайым, - тип тәьҫораттары менән бүлешә ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: