газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Октябрь 2022, 10:05

Ижади күңелле спортсы

Тормошта үҙ юлын табып, ғүмерен бер өлкәгә бағышлаған кешеләрҙе бәхетле тип атарға булалыр. Сөнки улар үҙ эштәрен яратып, күңел биреп башҡара һәм хаҡлы ялға киткәндән һуң да хеҙмәтенең һөҙөмтәһе ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала. Мәктәптәге ябай физкультура уҡытыусыһынан ҡала мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе, һуңынан ҡала хакимиәтендә спорт комитеты етәксеһенә күтәрелгән Марс Ибраһимовты ҡалала беләләр һәм хөрмәт итәләр.

Ижади күңелле спортсы
Ижади күңелле спортсы

Тормошта үҙ юлын табып, ғүмерен бер өлкәгә бағышлаған кешеләрҙе бәхетле тип атарға булалыр. Сөнки улар үҙ эштәрен яратып, күңел биреп башҡара һәм хаҡлы ялға киткәндән һуң да хеҙмәтенең һөҙөмтәһе ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала. Мәктәптәге ябай физкультура уҡытыусыһынан ҡала мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе, һуңынан ҡала хакимиәтендә спорт комитеты етәксеһенә күтәрелгән Марс Ибраһимовты ҡалала беләләр һәм хөрмәт итәләр.

Марс Ибраһимов Ғафури районының Имәндәш ауылынан. 8-се класты тамамлау менән Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Тыуған ауылында бер аҙ физкультура уҡытыусыһы булып эшләп алғас, армияға саҡырыла. Хәрби бурысын үтәп ҡайтыу менән Салауатҡа килә һәм үҙ һөнәре буйынса 2-се мәктәптә хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Юғары белем алыуға ла өлгәшә, ситтән тороп Омск дәүләт физкультура институтын тамамлай.
1993 йылда Марс Гәрәй улын мәғариф идаралығына баш белгес итеп саҡыралар. 2006 йылда ҡала хакимиәтенең спорт комитетын етәкләй. Был яуаплы вазифаларҙы башҡарыу осоронда Марс Ибраһимов ҡалалағы спорт үҫешенә тос өлөш индерә, йәш быуында, ғөмүмән, салауаттарҙа сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн өсөн күп көс һала. Йәштән алып спортты, сәләмәт тормошто юлдашы итеп алған Марс Гәрәй улы күп кенә башланғыстарҙың башында тора. “Милләттәр кросы”, “Рәсәй саңғыһы”, “Ҡыҙғылт-һары туп” кеүек күләмле спорт ярыштарының әйҙәүсеһе була. Белем биреү усаҡтарында 10-11-се кластарҙа хәрби белем нигеҙҙәре, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, гражданлыҡ һаҡлау, хеҙмәт тәрбиә буйынса йүнәлештәрҙе күҙәтеү аҫтында тота, спортты үҫтереүгә бәйле проблемаларҙы күтәрә, салауаттарҙы спортҡа ылыҡтырыуҙан тыш, бының өсөн шарттар булдырыу өҫтөндә лә ныҡышмал эшләй. Был һөҙөмтәләрҙә лә сағылыш таба, ул эшләгән дәүерҙә уҡыусылар спорт өлкәһендә яңынан-яңы еңеүҙәр яулауға ирешә. Марс Ибраһимовты 1993 йылда Башҡортостан Мәғарфи министрлығының физик культура һәм балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса координация советы ағзаһы итеп тә һайлайҙар. Ул Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһыны атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре тигән юғары баһаларға лайыҡ була.
Марс Гәрәй улына үҙе тыуып үҫкән Имәндәш ауылы мәктәбенең уҡытыусылары һәм уҡыусылар коллективы бик рәхмәтле, сөнки ул мәктәпкә бер нисә тапҡыр физкультура һәм хәрби әҙерлек дәрестәренә кәрәкле спорт инвентарҙары (волейбол, футбол, баскетбол туптары, сеткалар, саңғы, ботинкалар, өҫтәл теннисы, пневматик винтовкалар, шахмат, шәшке һәм башҡалар) бүләк итеп, спорт ярыштарында бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Бынан тыш, Марс Гәрәй улын өсөн тыуған яҡтары илһам шишмәһе лә булып тора. Тыуған еребеҙҙең матурлығына һоҡланыуҙан төрлө шиғыр юлдары тыуа, ти мәҡәлә геройы. Шуға күрә ул ижад иткән шиғырҙарҙа тап тыуған ер, хозур тәбиғәт темалары өҫтөнлөк итә.
Шәхси тормошонда ул бәхетле, сөнки тоғро, һөйөклө тормош иптәше, яратҡан атай, олатай. Тормош иптәше Мәрйәм апай ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятиела эшләй. Ибраһимовтар ғаиләһе ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтереп оло ғүмер юлына сығаралар. Хәҙер инде улар бер ейәне һәм ике ейәнсәрен тәрбиәләшә алыуҙарына, уларҙың уңыштарын күрә алыуҙарына бик ҡыуанып йәшәйҙәр.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: