газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Август 2022, 09:50

Уттан да шәберәк булырға

Янғын менән көрәшеүселәр үҙ бурыстарын яҡшы үтәү өсөн теоретик белемле генә түгел, шулай уҡ һәйбәт физик әҙерлекле лә булырға тейеш. Тап ошоно тикшереү маҡсатында Салауат ҡалаһының 36-сы янғын-ҡотҡарыу часында йәш йыйылма командалар араһында янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса турнир үтте.

Уттан да шәберәк булырға
Уттан да шәберәк булырға

Янғын менән көрәшеүселәр үҙ бурыстарын яҡшы үтәү өсөн теоретик белемле генә түгел, шулай уҡ һәйбәт физик әҙерлекле лә булырға тейеш. Тап ошоно тикшереү маҡсатында Салауат ҡалаһының 36-сы янғын-ҡотҡарыу часында йәш йыйылма командалар араһында янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса турнир үтте.

- Салауатта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының 11-се һәм 14-се янғын һүндереү отрядтары араһында янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса ярыш уҙа. Ул ут менән көрәшеүселәр араһында янғын һүндереү-ҡотҡарыу спортын популярлаштырыу, үҫтереү, сәләмәт тормошо рәүешен пропагандалау, бөтәһен дә даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола, - тип аңлатма бирҙе 36-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы Константин Щетинкин.
Уның билдәләүенсә, янғын һағында тороусылар хеҙмәтенә бәйле көн һайын физик күнекмәләр үтеп тора һәм физик яҡтан яҡшы әҙерлекле.
Ярыш тәүгә ойошторола һәм янғын һағы өлкәһендә биш йылға тиклем эшләгән йәштәр араһында уҙғарыла. 14-се отряд командаһы составына 36-сы янғын-ҡотҡарыу часы вәкилдәре инде, улар - өлкән янғын һүндереүселәр, эске хеҙмәт сержанттары Карэн Иманғолов һәм Максим Левин. Шулай уҡ улар менән бер командала иңгә-иң терәп еңеү өсөн 40-сы янғын-ҡотҡарыу часынан Е.С.Воронков, К.О.Семенов, Д.Ю.Сафронов, 16-сы частан А.А.Евстифеев, И.Р.Рысаев көрәште.
- Янғын һағында, ғәҙәттә, көн тәртибенә ярашлы даими нормативтарҙы, квартал һайын зачеттар тапшырыу бар. Штурмлау баҫҡысы буйлап күтәреү нормативын 24 секундта үтһәң, бик яҡшы, иң мөһиме һөҙөмтә 28 секундтан да кәм булмаһын. Беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙең шәхсән күрһәткестәребеҙҙе яҡшыртырға тырышабыҙ, - тип бүлеште ярыш алдынан Максим Левин.
- Отрядтарҙың йәш янғын һүндереүселәре араһында ярышты уҙғарыу идеяһын һеҙҙең начальниктар тәҡдим итте һәм мин быны хупланым. Киләсәктә уны беҙҙең горнизонда ғына үткәреп ҡалмай, башҡа бүлексәләргә лә таратырбыҙ. Бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡарарға килеүселәрҙең барыһы ла һәйбәт әҙерлеклелер, тип ышанам, барығыҙға ла уңыштар, - тип теләне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының янғын һүндереүҙе ойоштороу һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу идаралығы начальнигы Рәмил Әйетов.
Янғын һүндереү-ҡулланма спорты ике этаптан торҙо - күнекмәләр уҙғарыу башняһының дүртенсе ҡатына штурмлау баҫҡысы буйлап күтәрелеү һәм ҡаршылыҡтар менән 100 метр һыҙатты уҙыу. Бар төр ярыштар ҙа ҡыҙыу, тулҡынландырғыс барҙы. Һәр ҡатнашыусы үҙенең тиҙлеген, таһыллығын, зирәклеген иҫбат итеү өсөн барлыҡ көсөн һалды. Ярышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, әҙерлек өсөн ваҡыт әҙ булһа ла, уларҙың һәр ҡайһыһы яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алды.
Шулай итеп, күнекмәләр уҙғарыу башняһының дүртенсе ҡатына штурмлау баҫҡысы буйлап күтәрелеү дисциплинаһында беренсе урынды 11-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды А.В.Марфин яуланы. Икенсе урынға 14-се отрядтан М.А.Левин, өсөнсө урынға ошо уҡ отрядтан К.Р.Иманғолов сыҡты.
Ҡаршылыҡтар менән 100 метр арауыҡты үтеү дисциплинаһында иң яҡшы күрһәткес 14-се отрядтан К.Р.Иманғоловта. Унан һуң икенсе урында - 14-се отрядтан Е.С.Воронков һәм өсөнсө урында 14-се отрядтан А.А.Евстифеев.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: