газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2022, 10:20

“Геройҙар уҙышы” ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр өсөн

“Патриот” паркында Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең “Геройҙар уҙышы” булды. Уның тантаналы өлөшөндә муниципалиттетарға спорт мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡсалата сертификат тапшырылды.

“Геройҙар уҙышы” ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр өсөн
“Геройҙар уҙышы” ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр өсөн

“Патриот” паркында Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең “Геройҙар уҙышы” булды. Уның тантаналы өлөшөндә муниципалиттетарға спорт мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡсалата сертификат тапшырылды.

Был сара Физкультурниктар көнөн байрам итеү сиктәрендә үткәрелә һәм унда 108 команда ҡатнаша: шул иҫәптән - Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, республика Хөкүмәтенән, министрлыҡтар һәм муниципалитеттарҙан. Шуныһын хәтергә төшөрәбеҙ: ҡаршылыҡтар аша уҙышыу 2019 йылдан алып ойошторола һәм спорттың рәсми төрө булып танылған. Ҡыйыу һәм тәүәккәлдәрҙе ике километр араны һәм 17 төр ҡаршылыҡты үтәргә кәрәк була. Улар араһында арҡанлы таусыҡтар, ҡоймалар, ҡул ғына аҫылынып үтеү урындары, һигеҙ метрлы “эверест”, окоптар һәм башҡалар бар. Уҙыш маршруты билдәле физик әҙерлекте генә түгел, ә командала эшләү таһыллығын да талап итә: ҡайһы бер урындарҙа иптәшеңдең ярҙамынан тыш ауырға тура килә. Был һынауҙарҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов етәкләгән Салауат командаһы ла үтә. Башлыҡ менән бергә стартҡа ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары - төҙөлөш, транспорт һәм бәйләнеш буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Тимур Хафизов, хакимиәт эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов, физик культура һәи спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов, ойоштороу-контроль бүлеге начальнигы Татьяна Поливатова һәм мобилизацион әҙерлек буйынса сектор мөдире Роза Аллаярова сыға.
Салауаттар был бәйгегә әҙерлеккә яуаплы ҡарай. Улар бер ай дауамында Ағиҙел буйында һәм паркта йүгерә, күнекмәләр уҙғара. Шулай уҡ көс күнекмәләре менән тренажерҙар залдарында шөғөлләнә.
- Күнекмәләргә етди ҡараныҡ, ҡайһы берҙә көнөнә ике тапҡыр әҙерләндек, - тип бүлешә Александр Передунов старт алдынан. - Ярыштар һәр ҡайһыбыҙға үҙен сыҙамлыҡҡа һынарға, рух көсөн һәм ихтыярын, командала эшләү һәләтен тикшерергә мөмкинлек бирә.
Был уҙышта чемпиондар юҡ - иң мөһиме үҙеңдең ҡурҡыуыңды еңеү, ярыш шарттарын үтәп, финишҡа етеү. Салауат исеменән сығыш яһаусылар бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәләтле булыуын иҫбатланы.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин туғыҙ муниципалитет, шул иҫәптә Салауат ҡалаһы вәкилдәренә аҡсалата сертификат тапшырҙы. Игорь Миронов спорт мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытыуға һәм уларҙы ремонтлауға 6 076 647 һум күләмендә финансҡа сертификат алды.
Салауаттан тыш, иң күләмле сертификаттар Ишембай районына (52 658 834 һумға), Өфөгә (51 475 967 һумға), Илеш районына (19 120 730 һумға), Күмертауға (9 442 330 һумға), Нефтекамаға (5 105 122 һумға) тапшырылды.
Әйткәндәй, Башҡортостанда «Геройҙар ярышы» даими сараға әүерелә, тип белдерҙе Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә. Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн ойошторолған ярышта ҡатнашҡан коллегаларына рәхмәт белдерҙе. 24 сентябрҙә «Патриот» паркында Рәсәй чемпионатын үткәреү планлаштырыла, 23 һәм 25 сентябрҙә «Геройҙар ярышы»нда юғары уҡыу йорттары студенттары һәм колледж уҡыусылары ҡатнаша. «Был команданы бергә туплаған, берләштергән сара», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото хакимиәт башлығы Игорь Мироновтың сәхифәһенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: