газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Август 2022, 15:20

Ағиҙел буйы - спорт майҙаны

Йыл һайын йәмле йәйҙең матур август айында билдәләнеп килгән Физкультурниктар көнө салауаттар араһында популяр сара. Уны беҙҙең ҡалала спорт порфессионалдары ғына түгел, шулай уҡ сәләмәт тормош рәүеше яҡлы ябай кешеләр үҙ итә. Байрамдың сағыу, күп кеше ҡатнашлығында үтеүенә һауа торошоноң йылы, ҡояшлы һәм уның күп кенә спорт ярыштары ойоштороу өсөн шарттары булған Ағиҙел буйында булыуы ла булышлыҡ итте.

Ағиҙел буйы - спорт майҙаны
Ағиҙел буйы - спорт майҙаны

Йыл һайын йәмле йәйҙең матур август айында билдәләнеп килгән Физкультурниктар көнө салауаттар араһында популяр сара. Уны беҙҙең ҡалала спорт порфессионалдары ғына түгел, шулай уҡ сәләмәт тормош рәүеше яҡлы ябай кешеләр үҙ итә. Байрамдың сағыу, күп кеше ҡатнашлығында үтеүенә һауа торошоноң йылы, ҡояшлы һәм уның күп кенә спорт ярыштары ойоштороу өсөн шарттары булған Ағиҙел буйында булыуы ла булышлыҡ итте.

«Ихата чемпиондары лигаһы» финалы - был байрамдың иң тулҡынландырғыс ярыштарының береһе. Ете йәштән алып 16 йәшкә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар алдан йәй дауамында ҡаланың төрлө аллеяларында һәм скверҙарында барған лиганың тәүге этаптарында ҡатнашты, үҙҙәренең көстәрен, зирәклеген һынап ҡараны. Әйткәндәй, ярыш төрҙәре әллә ни ауыр түгел, һәр кем башҡара алырлыҡтары һайлап алына. Ә еңеү өсөн көрәшерлек тә, тәүге урынға сығыусыларҙы төп приз - велосипед көтә ине.
- Пандемия ваҡытында беҙ өйҙә ултырырға мәжбүр булдыҡ, ә спорт майҙансыҡтары, биналары асылыу һәм тренерҙар үҙ эшен башлау менән балалар актив рәүештә спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнә башланы. Ғөмүмән, Салауат салауаттар спорт ярата. «Ихата чемпиондары лигаһы» уҙғанда үҫмерҙәр үҙҙәрен актив күрһәтте, сөнки ярыш төрҙәре ҡатмарлы түгел. Улар төрлө йәш категорияһы буйынса бүленеп үҙ көсөн һынаны, иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүселәр финалға сыҡты, - тип аңлатма бирә ярыштың бер төрө буйынса судья Наталия Тихановская. - Бөгөн тренерҙар составы, физкультура уҡытыусылары байрамы ғына түгел, шулай уҡ балалар, ата-әсәләр, физкультураны һәм спортты яратҡан һәр кемдең байрамы. Күркәм Ағиҙел яры буйында шарттар ҙа һәйбәт, һауа торошо ла матур, шулай уҡ балалар еңеүгә ынтылыш менән килгән, сөнки уларҙы яҡшы бүләктәр көтә.
Уның ярҙамсыһы, 25-се башҡорт гимназияһының физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Барышева билдәләүенсә, спортҡа һөйөүҙе уята белергә кәрәк.
- Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен мин үҙем бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләнгә күрә һайланым. Мин еңел атлетика менән мауыҡтым, тренерым Наил Үтәгәнов миндә спортҡа һөйөү уятты, дөрөҫ тормош юлы алып барырға өйрәтте. Үҙем спортта белгәндәремде балаларға еткереү өсөн мәктәпкә эшкә килдем. Балалар төрлө, әлбиттә, спортҡа ынтылыштары булғандар менән эшләүе еңел, әммә мин спортты бик үҙ итмәгәндәрҙе һындырырға, спорт - ул сәләмәтлек, дөрөҫ тормош рәүеше, төҙ һын икәнен ышандырырға тырышам. Һәм улар башҡаларҙың һөҙөмтәләрен күреп, ҙур теләк менән физкультураға йөрөй башлай, - тип һөйләй Гүзәл Рауил ҡыҙы.
Физкультурниктар көнөн билдәләү өсөн бай программа әҙерләнгәйне: көрәш, маунтинбайк буйынса беренселек, гер күтәреү, армспорт, күңелле старттар, пляж футболы, волейбол, стритбол, скандинавса йөрөү, ауыр атлетика турниры, уйын майҙансыҡтары.
Байрамдың рәсми өлөшөн ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов асты.
- Был байрам актив тормошо рәүеше алып барыусыларҙы, физкультура һәм спортты яратыусыларҙы берләштерә. Салауатта бик күп спорт клубтары эшләп килә, массалы спорт үҫешә, ярыштар уҙғарыла. Салауат спортсылары төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә беҙҙең ҡала данын яҡлай. Бөгөн беҙ һеҙгә спорт байрамы мөхитен булдырырға тырыштыҡ. Һеҙгә сәләмәт тормош рәүеше һайлауығыҙ өсөн рәхмәт белдергем килә, һаулыҡ һәм уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр теләйем, - тине ул.

Ҡотлау һүҙҙәренән һуң физик культура һәм спорт өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһында спортты һәм физик культураны үҫтереүгә әһәмиәтле өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Спорт министрлығының Почет грамотаһы менән “Триумф” спорт мәктәбенең бокс буйынса тренеры Альберт Иманҡолов, Министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән “Триумф” спорт мәктәбенең триатлон буйынса тренеры Лилиә Абсаттарова, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, юғары порфессионализм өсөн ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән “Алмаз” спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренеры Елена Смирнова, “Салауат” спорт мәктәбенең ҡаяға үрмәләү буйынса тренеры Александр Козлов, “Алмаз” спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренеры Земфира Йосопова, “Спидвей” спорт мәктәбенең өлкән инструктор-методисы Наталья Гончарова, Рәхмәт хаттары менән ҡала спорт мәктәбенең баскетбол буйынса тренеры Вячеслав Кофонов, “Триумф” спорт мәктәбенең директор урынбаҫары Николай Бегунов, “Салауат” телекомпанияһының директоры Сергей Алешкович, телекомпанияның яуаплы сығарыусыһы Светлана Передунова, 2011-2019 йылдарҙа “Триумф” спорт мәктәбе директоры Фәнис Абдуллин, ҡала спорт ветерандары Сергей Меньшиков һәм Владимир Гайдуков бүләкләнде.

Ошо уҡ көндө «Ихата чемпиондары лигаһы» ярышына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, бөтә төр ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, үҙ йәш категорияларында Эмилия Ишдәүләтова, Арсений Кормухин, Вячеслав Романов, Виктория Кобелькова, Алексей Давыдов, Екатерина Әбделмәнова, Алина Кәримова һәм Артем Мухин беренсе урынға сыҡты һәм төп приз - велосипедҡа эйә булды.
Еңеү яулаусыларҙың береһе - Алина Кәримова тәьҫораттары менән бүлеште.
- Мин бөгөн ятып ерҙән күтәрелдем, пресс бәүелттем, оҙонлоҡҡа һикерҙем, йүгерҙем. Мин 8 йәштән спорт мәктәбендә Зөфәр Искәндәровта триатлон менән шөғөлләнәм. Мин спортты, шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә яратам. Мин өсөнсө йыл инде велосипед алам, - тип шатлығы менән бүлешә Алина.
Төп призға беренсе йыл ғына эйә булмаған ҡыҙҙарҙың береһе - Екатерина Әбделмәнова.
- Бөгөн төп приз - велосипед алыуыма бик шатмын. Финалда ярышыу ҡатмарлы ғына булды, сөнки көслө, әҙерлекле ҡыҙҙар йыйылғайны. Шулай ҙа һәр ярышҡа еңеүгә ышаныс менән сығам, - ти биш йәштән хоккей менән шөғөлләнеүсе ҡыҙ. - Спорт - ул үҫеш, яңы тәьҫораттар, шуға күрә бөтәһен дә спорт менән шөғөлләнергә өндәйем.
Спорт байрамы бер нисә сәғәт барҙы. Уны үҙенең сығыштары менән «Төрлө кешеләр», «Дуҫлыҡ.ru» ансамблдәре, «Салауатинвест» компанияһының спорт гимнастикаһы бүлеге биҙәне. Ике һүҙ менән әйткәндә, сара бик шәп булды, унда ҡатнашыусылар күтәренке кәйеф, яҡшы тьҫораттар, ә спортты үҙ юлдашы итеп алғандар бүләктәр, наградалар менән таралышты.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: