газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Август 2022, 12:00

Футбол - уйын ғына түгел, еңеүгә ынтылыш та

“Октябрҙең 50 йыллығы” исемендәге стадионда “Зенит - Салауат” (2006 йылғылар) һәм Стәрлетамаҡтан 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (2007 йылғылар) футбол командалары осрашты.

Футбол - уйын ғына түгел, еңеүгә ынтылыш та
Футбол - уйын ғына түгел, еңеүгә ынтылыш та

“Октябрҙең 50 йыллығы” исемендәге стадионда “Зенит - Салауат” (2006 йылғылар) һәм Стәрлетамаҡтан 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (2007 йылғылар) футбол командалары осрашты. Улар 2006 - 2007 йылғы үҫмерҙәр араһында БР Беренселегенең финалсылары булды. Был ярыштарҙың финал этабында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларынан һигеҙ команда ҡатнашасаҡ. Ике ай дауамында йәш  футболсылар еңеү өсөн көрәшәсәк.

Беҙҙекеләрҙең Стәрлетамаҡ футболсылары менән осрашыуы тәүгә түгел. Уларҙы ике тапҡыр еңгәйнеләр инде. Был юлы нисек булыр?
Уйын аҙаҡҡа тиклем көсөргәнешле барҙы. Футболда башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Беренсе таймдың тәүге минуттарында уҡ Салауат егеттәре күршеләрҙең ҡапҡаһына гол индереп, иҫәпте асты. Бер минут үткәндән һуң беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына туп осто. Артабанғы минуттарҙа ике команда араһында ныҡлы алыш барҙы. Бер кем дә бирешергә теләмәне. Стәрлетамаҡтар етеҙерәк булып сыҡты - икенсе голды индерҙе. Тәнәфескә 
спортсылар 1:2 иҫәбе менән китте. Икенсе тайм салауаттар өсөн тағы уңышлы башланды. “Зенит” 3:2 иҫәбе менән алға сыҡты. Уларҙың еңеүсе булыуына шик тә ҡалмағайны инде. Әммә стәрлетамаҡтарҙың еңеүгә булған көслө ынтылышы һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы: уйын тамамланыуға бер нисә минут ҡалғас улар иҫәпте тигеҙләне. Шулай итеп, матч 3:3 иҫәбе менән тамамланды. Салауат командаһында Владислав Золотов (1) һәм Михаил Шаронов (2) гол хужалары булды.
- Футбол - уйын ғына түгел, еңеүгәынтылыш та. Быны стәрлетамаҡтарҙың  бөгөнгө уйыны ла иҫбатлай, - ти “Зенит - Салауат” командаһы тренеры Олег Широков.
- Салауат командаһы менән беренсегә уйынды тигеҙ иҫәп менән тамамланыҡ. Беҙҙең футболсыларҙың да алға китеше барҙыр, тип уйлайым, сөнки зениттар бик шәп команда. Бөгөн еңелдән булманы, шулай ҙа егеттәр бирешмәне. Һәр матчҡа етди әҙерләнәбеҙ, - ти Стәрлетамаҡ командаһы тренеры Марат Ғәфиәтуллин.

“Зенит - Салауат” командаһы тренеры Олег Широков:
- Ун йәшкә тиклем Украинала йәшәнем, йөҙөү менән шөғөлләндем. Салауатҡа күсеп килгәндән һуң йөҙөүҙе ташламаным. Әммә 11 йәштән һуң тормошома футбол килеп керҙе. Тәүге тренерым Александр Коротченко
булды. Яҡшы уңыштарға ирешелде, хатта мине һуңынан команда капитаны итеп тәғәйенләнеләр һәм беҙ Бөтә союз ярыштарында ҡатнаштыҡ. Уларҙа  призлы урындар яуланыҡ. Команда бик һәйбәт ине, - ти тренер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур өмөттәрбағлаған футболсы йәрәхәт ала.  Әммә егеткә был футбол менән шөғөлләнеүен дауам итергә ҡамасауламай.
- Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡала командаһында уйнауымды дауам иттем. Төрлө ярыштарҙа һәм турнирҙарҙа ҡатнаштыҡ. Үҙемдең  стадионға әйләнеп ҡайтҡас, йәш быуында футболға ҡарата һөйөү уятыу теләге барлыҡҡа килде. Тәүҙә спорт буйынса инструктор итеп ҡабул иттеләр. Һуңынан Стәрлетамаҡ  физик культура институтына уҡырға индем. 2008 йылдан тренерлыҡ эшмәкәрлегем башланды. 2011 йылда  “Зенит - Салауат” футбол академияһы филиалын етәкләргә саҡырҙылар. Беҙгә “Газпромнефтехим Салауат” йәмғиәте ҙур ярзам күрһәтә, - ти тренер.
Егеттәрҙән уйын тураһындағы тәьҫораттарын һораштыҡ.
Динар Абдрахманов, команда капитаны:
- Миңә 16 йәш, 25-се башҡорт гимназияһында уҡыйым. Футбол менән һигеҙ йәштән шөғөлләнәм. “Зенит - Салауат” - татыу, берҙәм команда. Кемдер  коллективҡа бер йыл элек ҡушылды, составта ете йыл булғандар ҙа бар. 9 - 10 йәшемдә Ҡазандың “Рубин” командаһына саҡырҙылар, тик ата-әсәйем бер үҙемде ебәрергә баҙнат итмәне. Киләсәктә лә футболдан айырылмаҫҡа ниәт итәм. Юғары лигаға эләгергә, профессиональ
футбол уйнарға теләйем. Бөгөн беренсе тайм беҙҙең өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Тәнәфестән һуң тиҙ генә ике гол керетеүен кереттек, әммә уйын һуңында ҡапҡабыҙға гол инде. Нығыраҡ көс һалырға кәрәк ине,
- ти капитан.
Герман Жданцов, ҡапҡасы:
- Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ дуҫтарым һәм класташтарым менән һәр ваҡыт футбол уйнай инек. Шунан бокс менән шөғөлләнә башланым, әммә ташланым. Футболда әсәйемдең танышы эшләй ине, үҙемде был спорт төрөндә һынап ҡарарға булдым һәм миңә оҡшаны. Футболда 2017 йылдан бирле. “Зенит - Салауат” командаһында 2018 йылдың яҙынан алып. Ҡапҡасы булыу өсөн тиҙлек, көс, етеҙлек кәрәк. Бөгөн ике гол үткәрҙем. Ҡаршы команда лайыҡлы уйнаны, еңеүгә ныҡ ынтылды, афарин. Киләсәктә профессиональ кимәлгә етергә һәм Юғары лигала уйнарға теләйем. Мин быға бик ынтылам. 

Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: