Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Июль 2022, 13:00

Спорт менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһе

Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙарының етенсе спартакиадаһы үтте. Унда төбәктең төрлө ҡала һәм райондарынан 19 команда ҡатнашты.

Спорт менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһе
Спорт менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһе

Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙарының етенсе спартакиадаһы үтте. Унда төбәктең төрлө ҡала һәм райондарынан 19 команда ҡатнашты.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, спартакиадала 60 йәште уҙған ир-аттар һәм 55 йәштән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Команда 8 кешенән: 4 ир-егеттән һәм 4 ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ярыштар өҫтәл теннисы, шахмат, пулянан атыу, йөҙөү, еңел атлетика кеүек төрҙәр буйынса шәхси беренселек һәм дартс, ҡатнаш эстафета кеүек команда беренселеге буйынса уҙғарыла. Сараның беренсе көнөндә Өфө  командаһы лидерҙар иҫәбендә булһа
ла, берҙәм һәм спорт яғынан әҙерлекле Салауат ҡалаһы командаһы дартс һәм ҡатнаш эстафетала алдынғылыҡҡа сығып, баш ҡала вәкилдәренә беренселекте алыуға бер мөмкинлек тә ҡалдырманы. Шулай итеп, салауаттар республика пенсионерҙары спартакиадаһында еңеү яуланы. Шәхси зачетта еңеүселәр һәм призерҙар: Ольга Кәримова (өҫтәл теннисы), Фәйрүзә Богданова (еңел атлетика), Елена Шанина (дартс, атыу), Светлана Звездкина (йөҙөү), Миңлегөл Янбаева (еңел атлетика, йөҙөү), Виктор Демьянов (өҫтәл теннисы), Радик Фәхретдинов (йөҙөү), Василий Абраменко (йөҙөү), Юрий Горин (шахмат). Бөтә еңеүселәр ҙә һәм призерҙар иҫтәлекле приздар, миҙалдар, дипломдар һәм кубоктар менән бүләкләнде. Спартакиада йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы тупланасаҡ, ул 26-29 сентябрҙә Тольятти ҡалаһында  үтәсәк Рәсәй спартакиадаһында республика намыҫын яҡлаясаҡ.

Әйткәндәй, 2019 йылда Рәсәй пенсионерҙарының алтынсы спартакиадаһында Миңгегөл Янбаева етәкселегендәге республика йыйылма командаһы еңеү яулағайны.Спортты оло йәштә лә ташламай, ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, яңы үрҙәр яулаусы актив пенсионерҙарға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Миңлегөл Янбаева.

Фото шәхси архивтан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: