газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель 2022, 11:05

Салауат - йәш хоккейсылар үҙәге

10-18 апрелдә «Салауат» спорт-концерт комплексында хоккей буйынса XI Рәсәй уҡыусыларының ҡышҡы спартакиадаһының финал этабы уҙҙы. Боҙ аренаһында илдең ун төбәгенән: Свердлов, Воронеж, Түбәнге Новгород, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм Коми, Төньяҡ Осетия-Алания, Башҡортостан Республикаларынан йәш хоккейсылар иң яҡшылары исеме өсөн көс һынашты.

Салауат - йәш хоккейсылар үҙәге
Салауат - йәш хоккейсылар үҙәге

Спартакиаданың аҙаҡҡы көнө ысын спорт байрамына әүерелде. Сөнки был көндө ярыш еңеүселәре генә билдәләнмәне, ә ойоштороусылар республиканың билдәле артистары ҡатнашлығында матур тамаша ла әҙерләгән ине.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Федераль спорт резервын әҙерләү үҙәгенең Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы етәксеһе Сергей Серов, Рәсәй Хоккей федерацияһының ярыштар һәм балалар-үҫмерҙәр хоккейын уҙғарыу бүлеге етәксеһе Константин Рачков һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Андрей Василевский – 2022 йылда Рәсәй уҡыусыларының ҡышҡы спартакиадаһын ябыу тантанаһында ҡатнашҡан ҡунаҡтар байрамдың абруйын тағы ла арттырҙы.

Свердловск һәм Түбәнге Новгород өлкәләре командалары араһында өсөнсө урын өсөн уйын тамамланғас, тамаша башланды. Яҡтылыҡ һәм мультимедиалы шоу ярҙамында боҙ аренаһы ысын әкиәт донъяһына әйләнде. Тауыш һәм яҡтылыҡ бар ҡунаҡтарҙы, көйәрмәндәрҙе һәм спортсыларҙы хайран ҡалдырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Заһир Зәйнетдиновтың һәм “Splash” барабан шоуының сығышы бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.

Программаның киләһе өлөшөндә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары командалары араһында финал матчы уҙҙы, ул Спартакиаданың көмөш һәм алтын призерҙарын билдәләне. Трибуналар матч башланыуын көтөп тынды, спортсылар боҙҙа финал уйынына әҙер. Трибуналар хоккейсыларҙы дәртләндереп ултыра, спортсылар тотош майҙансыҡ буйлап йүгерә, шайба өсөн ҡаты көрәш алып бара – өс периодтың үтеп китеүе һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ниһайәт, чемпиондар билдәләнде. Тренерҙар ҡыуана, йәш хоккейсылар шлемдарын сисеп, боҙға ырғытып, иптәштәре янына йүгерҙе.

Иң көтөп алынған мәл – еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы етте.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән һәм үҙегеҙҙең исемдән барыһын да спорт байрамы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығына республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй спартакиадаһын уҙғарыу мөмкинлеге һәм ышанысы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Салауат ҡалаһына ҡунаҡсыл ҡаршы алғандары һәм ошондай байрам өсөн рәхмәт. Беҙ спорттың ысынлап та йәшәү нормаһы булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ, – тип сығыш яһаны Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

Игорь Геннадьевич үҙ сығышында бындай кимәлдәге спартакиаданың тап беҙҙә үтеүенә шат булыуын һәм уйын иҫ киткес хис тойғолар бүләк итеүен белдерҙе.

Абруйлы ҡунаҡтар сығышынан һуң наградлау тантанаһы үтте. Иң яҡшы уйынсыларҙы статуэткалар һәм почет грамоталары менән бүләкләнеләр. Һуңынан спартакиада лидерҙары исемлеген иғлан иттеләр. Шулай итеп, Түбәнге Новгород командаһы – 2022 йылда Рәсәй уҡыусыларының ҡышҡы Спартакиадаһында «бронза», Мәскәү ҡалаһы «көмөш» призер булды, ә Санкт-Петербургтың лайыҡлы хоккейсыларына «алтын» миҙалдар һәм кубок тапшырылды.

 

Автор фотолары.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: