газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель 2022, 11:14

Хоккей – көслө рухлылар уйыны

Спорт, йәшлек һәм һаулыҡ ҡалаһы - Салауат йәнә хоккей үҙәгенә әүерелде. 11 апрелдә «Салауат» спорт-концерт комплексында үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса 2022 йылда Рәсәй уҡыусыларының ҡышҡы спартакиадаһының финал этабын асыу тантанаһы уҙҙы. Ярыштар 10 апрелдән 19-на тиклем дауам итәсәк.

Хоккей – көслө рухлылар уйыны
Хоккей – көслө рухлылар уйыны

Беҙҙең ҡала Рәсәйҙең ун төбәгенән командаларҙы берләштерҙе. «Салауат» аренаһында Свердловск, Воронеж, Түбәнге Новгород, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Приморье крайынан һәм Коми, Төньяҡ Осетия-Алания һәм Башҡортостан Республикаларынан командалар осрашты.
Бер турнир һәм ярыш та абруйлы ҡунаҡтарһыҙ үтмәй. Асыу тантанаһында Салауат ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы – Александр Передунов, Рәсәй Хоккей федерацияһы вәкиле – Константин Рачков, Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы коллегияһы ағзаһы, «Рәсәй йәшлеге» физкультура-спорт берләшмәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса рәйесе, профессор – Миҙхәт Мусакаев, Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районының Физик культура, спорт һәм туризм идаралығы рәйесе – Ринат Күлтуманов, ярыштар директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре – Рәфит Вәлиев һәм Ярыштарҙың төп судьяһы, Бөтә Рәсәй категориялы судья Илшат Ҡадиров ҡатнашты.
– Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов исеменән һеҙҙе ярыштарҙың башланыуы менән ҡотлап китергә һәм Салауат ерендә сәләмләргә рөхсәт итегеҙ. Бәләкәй генә ҡалабыҙҙа Бөтә Рәсәй спартакиадаһы финалын ҡабул итеү беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Ысын күңелдән һеҙгә матур уйын, сағыу еңеүҙәр теләйем! – тип сәләмләү телмәре менән сығыш яһаны Александр Передунов.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса 2022 йылда Рәсәй уҡыусыларының ҡышҡы спартакиадаһының финал этабы асыҡ тип иғлан ителде.
«Салауатинвест» фигуралы шыуыу бүлеге спортсыһы Карина Вәхитова (тренеры - Марина Мишкина) ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы үҙенең наҙлы бейеүе менән ҡотланы.
Новосибирск өлкәһе һәм Приморье крайы командаларының кәйефе күтәренке ине, сөнки уйынды асыу тантанаһынан һуң бер нисә минут үткәс тә уларҙың матчы башланды. Уның алдынан команда капитандары Константин Рачков һәм Александр Передунов менән бергә ярыштарға символик шайба ырғытыу менән старт бирҙе.
Бөтә Рәсәй кимәлендәге спартакиадаға эләгеү нисек булыуы, тәрбиәләнеүселәре ниндәй пландар менән яныуы хаҡында Сыктывкар ҡалаһынан команда тренеры Алексей Майоров уртаҡлашты.
– Һәр ярыш – ул хеҙмәт. Балаларҙың теләге, маҡсатҡа ынтылышы булмай тороп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нимәгә лә өлгәшеп булмай. Спартакиадаға эләгеү еңелдән булманы. Тәрбиәләнеүселәребеҙ Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы беренселегендә еңеү өсөн көрәште һәм өлгәште. Был еңеү уларға үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса 2022 йылда Рәсәй уҡыусыларының ҡышҡы спартакиадаһында финал этабында Коми Республикаһы һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы исеменән сығыш яһау хоҡуғын бүләк итте. Ярышташтар бөтәһе лә көслө һәм ул беҙгә дәрт өҫтәй, барыһы ла килеп сығырын, тәү сиратта, үҙебеҙгә иҫбатлау теләген арттыра. Егеттәр еңергә ниәтләй, ә мин уларға ышанам!

Автор фотоһы. 

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: