газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель 2022, 10:05

“Ул шахмат донъяһында яҡшы билдәле...”

Салауат шахматсыһы шахмат композицияларын сисеү буйынса Рәсәй чемпионаты призерҙары иҫәбенә ингән.26 һәм 27 мартта Мәскәүҙә ир-егеттәр араһында шахмат композицияларын сисеү буйынса 30-сы Рәсәй чемпионаты үтте. 

“Ул шахмат донъяһында яҡшы билдәле...”
“Ул шахмат донъяһында яҡшы билдәле...”

Ярыштарҙа Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Башҡортостандан, Тверь, Тула һәм Иваново өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан 26 уйынсы ҡатнаша.
Салауат ҡалаһының данын Урал Хәсәнов яҡлай. Ул 53,75 мәрәй йыйып, өсөнсө урынға лайыҡ була!
– Урал Хәсәновҡа ни бары 16 йәш, әммә ул шахмат донъяһында яҡшы билдәле. Мәҫәлән, былтыр беҙҙең тәрбиәләнеүсе илдең йыйылма командаһы составында шахмат композицияларын сисеү буйынса донъя чемпионы булды. Күптән түгел ул халыҡ-ара мастер исемен алды. Ошо йәһәттән уның спортта киләсәге яҡшы булырына ышанам, - тине «Толпар» спорт клубы директоры Әмир Даукаев.


Фото: «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы» төркөмөнән.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: