газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Апрель 2022, 12:00

Шайба ырғытылды! Алға!

Салауат һәр ваҡыт спорт ҡалаһы булды һәм булып ҡала. Салауат хоккейсылары күп йылдар дауамында бөтә Рәсәй, төбәк турнирҙарында һәм ярыштарында ҡатнашып килә. Беҙ ҡалабыҙҙа үткән «Алтын шайба» бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярыштары хаҡында күп тапҡыр яҙҙыҡ. Һәм бына тағы ла ҡалабыҙ бөтә илдән килгән йәш хоккейсыларҙың осрашыу урынына әйләнде.

Шайба ырғытылды! Алға!
Шайба ырғытылды! Алға!

25 мартта «Салауат» спорт-концерт комплексында 2011-2012 йылғы үҫмерҙәр командалары араһында «Алтын шайба» Бөтә Рәсәй йәш хоккейсыларҙың финал ярыштары башланды. Хәҙер ҡунаҡсыл башҡорт ере Ҡурған («26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»), Псков («Экспресс»), Силәбе («Тағанай»), Брянск («Нур»), Свердловск (“Горняк”), Төмән («Себер фәрештәһе»), Калининград («Гәрәбә йондоҙ»), Белгород («Чернянка»), Архангель (“Аҡ бүреләр”) өлкәләренән, Татарстан («Девон»), Ингушетия («Эрзи»), Карелия («Юлбарыҫтар») Республикаларынан, Санкт-Петербург («ЦФКС и З») ҡалаһынан, Пермь (“Академия”) крайынан һәм Ханты-Мансий автономиялы округынан (“Айсберг”) командаларҙы ҡаршы алды. Республикабыҙ, атап әйткәндә, ҡалабыҙ исеменән «Юрматы» хоккей клубы йәштәре сығыш яһаны.
Шул уҡ көндө уйындарҙы асыу тантанаһы үтте. Унда абруйлы ҡунаҡтар: Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Андрей Прокопов, «Алтын шайба» автономлы коммерцияға ҡарамаған балалар хоккей лигаһының спорт директоры Владимир Смирнов, ярыштар директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рәфит Вәлиев, ярыштарҙың баш судьяһы, Бөтә Рәсәй категориялы судья Лев Московкин ҡатнашты.
Сәләмләү менән Андрей Анатольевич сығыш яһаны:
- Һеҙҙе ҡунаҡсыл Салауатта сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙең ҡалала спортты, бигерәк тә хоккейҙы бик яраталар. Һәм бына бер нисә көн буйына аренала Рәсәйҙә иң яҡшыһы исеме өсөн командалар көс һынашасаҡ. Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Игорь Миронов исеменән барлыҡ командаларға уңыштар теләйем.
Артабан сәләмләү һүҙен Владимир Витальевичҡа бирҙеләр:
- «Алтын шайба» - Рәсәй хоккейы намыҫы һәм көсө. Рәсәй йыйылмаһы, ҙур хоккейҙың һәр уйынсыһы тиерлек «Алтын шайба»нан сыҡҡан. Уңыштар һеҙгә, балалар!
Балалар һәм ҡунаҡтар өсөн «Салауатинвест» фигуралы шыуыу бүлеге спортсыһы Арсен Әхмәтвәлиев сығыш яһаны (тренеры - Марина Мишкина).
Турнирҙы асыу тантанаһы тамамланыу менән, «Юрматы» һәм «ЦФКС и З» командалары араһында уйын башланды. Матч алдынан «Алтын шайба» континенталь балалар хоккей лигаһының спорт директоры Владимир Смирнов, ярыштар директоры Рәфит Вәлиев һәм алдағы уйын командалары капитандары символик шайба ырғытты.
Үкенескә күрә, хоккейсылар матчҡа әҙерләнеү өсөн боҙҙа ҡалыу сәбәпле, «Юрматы» командаһы уйынсылары менән аралаша алманыҡ. Әммә беҙҙең «Тағанай» командаһы (Силәбе өлкәһе) егеттәре Савелий Караваев һәм Артем Кудрявцев менән һөйләшерлек мөмкинлегебеҙ булды:
- Нисә ярышта ҡатнашыуыбыҙҙы, дөйөм алғанда, иҫәпләп бөткөһөҙ, ә тап «Алтын шайба»ла беҙ икенсе тапҡыр ярышабыҙ. Хоккей менән яңыраҡ шөғөлләнә башланыҡ, мин (Артем) - биш йыл, ә Савелий хоккейға дүрт йәшендә килде, ете йыл шөғөлләнә. Әммә был беҙҙең спорт юлының башы ғына, алда беҙҙе күп ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс нәмәләр көтә икәнлегенә ышанабыҙ. Ә «Алтын шайба»ла беҙ еңеүгә генә әҙер, кәйефебеҙ күтәренке!


Автор фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: