газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль 2022, 17:45

Хоккейҙы ысын малайҙар уйнай!

2 февралдә «Салауат» спорт-концерт комплексының Боҙ һарайында 2009-2010 йылғы үҫмерҙәр командалары араһында Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярыштарын асыу тантанаһы үтте.

Хоккейҙы ысын малайҙар уйнай!
Хоккейҙы ысын малайҙар уйнай!

Ярыштар 1-8 февралдә Башҡортостан, Татарстан, Ингушетия, Удмурт Республикаларынан, Новосибирск, Һамар, Силәбе, Владимир өлкәләренән, Чукотка-автономиялы округтан һәм Алтай, Приморье крайҙарынан 16 ауыл командаһы араһында уҙа.
Сараны асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар: Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Семен Евграфов, Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы Физик культура һәм күмәк спорт департаментының бүлек начальнигы Валерий Дерманец (Мәскәү ҡалаһы), «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Снайпер» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәфит Вәлиев ҡатнашты.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ҡотлап үткәс, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны. Мәҫәлән, 2009-2010 йылғы үҫмерҙәрҙең ауыл командалары араһында үткәрелгән «Алтын шайба» Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярыштары асыҡ тип иғлан ителде. Үҙенең сығышы менән йәш спортсыларҙы «Салауатинвест» фигуралы шыуыу бүлеге спортсыһы Вәхитова Карина (тренеры - Марина Мишкина) ҡотланы.
Турнирҙы асыу тантанаһы сиктәрендә ойоштороу комитеты ошо көндәрҙә тыуған көндәре булған: «Вертикаль» хоккей командаһы (Приморье крайы) тренеры Иван Аркатовты, «Судогорец» командаһы (Владимир өлкәһе) тәрбиәләнеүселәре Марина Плетникованы һәм Матвей Бурячковты, «Хоккей буйынса СМ» (Коркино ҡалаһы, Силәбе өлкәһе) командаһынан Яков Вагнерҙы тыуған көнө менән ҡотланы. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Бер нисә минуттан «Легион» (Ишембай ҡалаһы) һәм «Балтач» (Татарстан Республикаһы) командалары араһында мачт башланды. Валерий Юзикович беренсе символик шайба ырғытыу менән ярыштарға старт бирҙе.
Шулай итеп, старт бирелде, ярыштар башланды, ҡатнашыусыларға уңыштар, ғәҙел уйындар һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

Валерий Дерманец:
- «Алтын шайба» - хоккей һөйөүселәр өсөн абруйлы турнир. Турнир ярҙамында ҡатнашыусыларҙың һәр береһе ҡыйыулығын, тырышлығын һәм командала уйнай белеүен иҫбат итә ала.. «Алтын шайба»ның ҡайһы бер ҡатнашыусылары өсөн был турнир ҙур спортҡа етди аҙым буласаҡ. Бөтә хоккейсыларға уңыштар теләйем!
Семен Евграфов:
- Бындай кимәлдәге турнирҙың ҡалабыҙҙа үтеүе бик шәп. Бындай ярыштар хоккейсыларҙың әҙерлек кимәлен һәм көсөн тикшереү ысулы булып тора. «Алтын шайба» матчтарында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған йәштәр нимәгә һәләтле булыуҙарын күрһәтер тип ышанам. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яңы спорт ҡаҙаныштары теләйем, был ярыштар бөтәһе өсөн дә сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын.

Автор фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: