Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2021, 16:50

Данлыҡлы яҡташыбыҙ тыуған яҡтарында

Донъя кимәлендә билдәлелек яулаған данлыҡлы спидвей уҙышсыһы Эмиль Сәйфетдиновтың исемен Салауаттың һәр кешеһе беләлер, уның ҡаҙаныштары менән ҡала ғорурлана. Эмилдең спорт графигы тығыҙ, өс йыл тирәһе тыуған ҡалаһында булмай һәм бына, ниһайәт, ваҡыт табып ул Салауатҡа ҡайтты. Белешмә өсөн: Эмиль Сәйфетдинов - Рәсәй спидвей уҙышсыһы, халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры, команда зачетында өс тапҡыр донъя чемпионы, үҫмерҙәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы. Эмиль даими нигеҙҙә спидвей буйынса гран-приҙың донъя серияһында ҡатнашыуға хоҡуҡ алған тәүге Рәсәй спортсыһы һәм беренсе этапта уҡ еңеү яулай.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ тыуған яҡтарында
Данлыҡлы яҡташыбыҙ тыуған яҡтарында

Донъя кимәлендә билдәлелек яулаған данлыҡлы спидвей уҙышсыһы Эмиль Сәйфетдиновтың исемен Салауаттың һәр кешеһе беләлер, уның ҡаҙаныштары менән ҡала ғорурлана. Эмилдең спорт графигы тығыҙ, өс йыл тирәһе тыуған ҡалаһында булмай һәм бына, ниһайәт, ваҡыт табып ул Салауатҡа ҡайтты.
Белешмә өсөн: Эмиль Сәйфетдинов - Рәсәй спидвей уҙышсыһы, халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры, команда зачетында өс тапҡыр донъя чемпионы, үҫмерҙәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы. Эмиль даими нигеҙҙә спидвей буйынса гран-приҙың донъя серияһында ҡатнашыуға хоҡуҡ алған тәүге Рәсәй спортсыһы һәм беренсе этапта уҡ еңеү яулай.

Уның менән иң тәүҙә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов осрашты.
- Бөгөн миңә данлыҡлы уҙышсы, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы һәм ихлас кеше - Эмиль Сәйфетдинов менән осрашыу мөмкинлеге тейҙе. Ғаилә, Польшалағы тормош, белем алыу, ҡыҙыҡһыныуҙары, спидвей, был спорт төрөн беҙҙең ҡалала үҫтереү тураһында һөйләштек. Эмиль мөмкин булғанса тәжрибәһен, алған белемен спидвей менән шөғөлләнгән Салауат егеттәре менәнбүлешергә вәғәҙә бирҙе. Ул малайҙарҙы күп нәмәгә өйрәтә ала һәм был үҫеш өсөн яҡшы этәргес биреүе мөмкин, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Игорь Миронов.
Бәләкәй саҡтан Эмиль Сәйфетдинов үҙ алдына чемпион булырға тигән маҡсат ҡуя һәм күп ваҡытын стадионда уҙғара.
- Һәр ваҡыт стадионда булырға ярата инем. Беҙҙе ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрә торғайнылар, әммә беҙ киренән килеп шөғөлләнә торғайныҡ, - тип иҫкә ала Эмиль Сәйфетдинов. - Башта стадионды тыштан ғына күреп үтһәм дә, ундағы үҙгәрештәргә шатландым, яңы ҡоймалар, асфальт. Һуңынан эстә лә булдым, стадион юғары кимәлдә булыр, унда тренерҙарға эшләүе лә, спортсыларға үҫешеүе лә һәйбәт булыр, тип уйлайым. Йәйен ул асылыр, килеп сыҡһа, тәүге ярыштарҙа ҡатнашырға ҡайтырмын, тип ышанам, әммә вәғәҙә итә алмайым. Әйткәндәй, ғаиләм менән Салауатта өс йыл булғаным юҡ, бик һағындым. Ҡаланың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрәм, Салауатҡа ингәндә үк матур һәм таҙа.
Эмиль Сәйфетдинов әйткән һүҙендә торҙо. Ул ҡаланың “Спидвей” спорттың техник төрҙәре буйынса спорт мәктәбенең мотокросс, картинг һәм шлак һибелгән юлда уҙышыу менән шөғөлләнеүсе спортсы егеттәр менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, спортта үҫеш өсөн кәңәштәрен бирҙе.
- Бындай юғары кимәлгә ирешеү ауыр булдымы?
- Физик яҡтан да, рухи яҡтан да ҡатмарлы. Ауырлыҡтарҙы үткәреп, юғарыраҡ үрҙәргә иршеүгә ынтылырға, яҡшы итеп шөғөлләнергә, уҡырға кәрәк, шул саҡ барыһы ла килеп сығыр.
- Уҡыу менән күнекмәләрҙе бергә нисек алып барҙығыҙ?
- Бик еңел булманы, уҡып та өлгөрөү өсөн юлдар таба инем. Спортта ла белемле б улыу мөһим.
- Спортсыларға инглиз телен белеү кәрәкме?
- Әлибттә, инглиз теле, беренсенән, сит илдә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк. Икенсенән, донъя кимәлендәге профессионал спортсыбер ниндәй проблемаһыҙ үҙенең фекерен еткерә белергә тейеш. Мин, мәҫәлән, рус, поляк, инглиз һәм әҙерәк испан телдәрен беләм.
- Нисә уҙышта еңеү яуланығыҙ?
- Бер ваҡытта ла һанағаным булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, был хаҡта бик уйларға теләмәйем, сөнки еңеүҙәр хәтерҙә ҡала һәм артабан, киләһе еңеүҙәргә табан барырға тырышам.
- Старт алдынан ныҡ тулҡынланаһығыҙмы?
- Тулҡынланыу һәр ваҡыт бар, шулай ҙа, ғәҙәттә, мин уны контролдә тота алам һәм был миңә заезға үҙемде көйләргә мөмкинлек бирә.
- Тиҙлектән ҡурҡыу бармы?
- Юҡ, киреһенсә, тиҙлекте яратам. Физик әҙерлеккә бик күп ваҡытымды бүләм, концентрацияға күнегеүҙәр яһайым, был ҙур тиҙлек менән уҙышта ярҙам итә.
- Спидвей һәм мотокросҡа күпме ваҡыт бүләһегеҙ?
- Ғинуар аҙағында - февраль башында Испанияға китергә тырышам һәм унда тик мотокроста йөрөйөм. Испаниянан Польшаға килгәс, спидвей менән шөғөлләнә башлайым. Миңә мотокростан спидвейға күсеүе еңелерәк.
- Күп уҙышсылар менән танышһығыҙмы, дуҫһығыҙмы?
- Бөтә уҙышсылар менән дә танышмын, әммә дуҫлашыуы ауырыраҡ, сөнки трекка сыҡҡас һәм кем үҙенә мәрәй өсөн көрәш алып бара. Береһе менән дә конфликтҡа инмәҫкә һәм ғәҙел булырға тырышам.
- Уҙышта беренсе булып барғанда, ошо урынды һаҡлап ҡалыу ҡыйынмы?
- Тиҙлек менән үҙеңде нисек тойоуыңдан тора. Тректа оптималь тиҙ линияларға сығам, улар миңә һәр әйләнештә тиҙлекте арттырырға мөмкинлек бирә.
- Һеҙҙең тәүге мотоциклығыҙ ниндәй ине?
- Yamaha скутеры, һуңынан уны “Пилот” мопедына алыштырҙыҡ. Шулай уҡ мотокросс өсөн Suzuki һәм КТМ мотоциклдары булды, хәҙер Kawasaki мотоциклының 2021 йылғы моделен алдым.
- Киләсәктә нимәгә ирешергә теләйһегеҙ?
- Ошоға тиклем мин Гран-при чемпионы түгел, ә тап был маҡсатҡа мин бәләкәйҙән ынтылдым. Был минең хыял! Көс һәм ынтылыш булғанда ошоға ирешергә теләйем һәм киләһе йылда килеп сығыр, тип ышанам.
- Уҙышсыларҙың үҫеп килеүсе быуынына ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ.
- Тәү сиратта үҙегеҙҙе бик һәйбәт физик формала тотоу мөһим, дөрөҫ туҡланығыҙ, спорт залдарында, йә иһә физик күнекмәләр менән шөғөлләнегеҙ. Мотоциклда йөрөгөҙ, һәр хатағыҙҙы эшкәртеп бөтөрөгөҙ, тренерығыҙҙы, ата-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ. Иң мөһиме бынан максимум ҡәнәғәтлек алырға тыршығыҙ. Минеңсә, һеҙҙең һәр берегеҙ күпкә ирешә ала.

Алена Гончарева фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: