– Ҡала урамдарында таяҡ менән үткән кешеләрҙе йыш осратырға була. Ошо йылда күпме кеше һеҙгә ҡушылды?
– Бөгөнгө көндә Салауатта хәрәкәттә 150-нән артыҡ ҡатнашыусы теркәлгән. 50 кеше инкогнито ҡалырға теләне, ҡайһы берәүҙәренең исемен генә беләбеҙ, әммә улар бөтәһе лә скандинавса йөрөүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Беҙ “Сканди Йөрөү Салауат” клубын астыҡ, уны Russia Running йүгереү клубтары системаһына теркәнек һәм төрлө ярыштарҙа шул исем менән сығыш яһайбыҙ. Хәҙер беҙҙең клуб өс төркөмдән тора: “Спорт”, “Туристар” һәм “Иммунитет”.
– Һәр төркөмдөң спецификаһы тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– “Спорт” төркөмөнә һөҙөмтәгә ынтылыусылар ингән. Улар яңы үрҙәр яулар өсөн көн һайын күнекмәләр эшләргә әҙер. Унда төрлө йәштәгеләр шөғөлләнә.
“Туристар” өсөн һөҙөмтәгә ҡарағанда барыш мөһимерәк. Улар өсөн скандинавса йөрөү – аралашыу, изге эштәр ҡылыу мөмкинлеге. Әйткәндәй, “туристар” йыш ҡына “спортсы” һәм, киреһенсә, “спортсылар” “турист” булып китә.
“Иммунитет” төркөмөнөң илһамландырыусыһы – Светлана Игнатьева. Светланаға, ауыр травма алғандан һуң, скандинавса йөрөү реабилитация сараһы була. Шунан Светлана башҡа ҡатындар өсөн дәрестәр үткәрә башланы. Хатта пандемия ваҡытында ла улар онлайн форматта шөғөлләнде. Шулай беҙҙең клубта дауалау физкультураһы төркөмө килеп сыҡты. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәре хәҙер “Спорт” төркөмөнә күсә башланы.
– Скандинавса йөрөү, ғөмүмән, һаулыҡ өсөн файҙалымы?
– Әлбиттә. Шөғөлләнгән ваҡытта беҙ медицина фәндәре докторы Анатолий Волковтың әсбаптарын, Кирилл Шустовтың эштәрен, Дмитрий Янковскийҙың йөрөү техникаларын ҡулланабыҙ. Кеше өсөн йөрөү һәм атлау – ғәҙәти хәрәкәттәр. Әммә, ваҡыт үтеү менән, быуындар үҙ функционаллеген юғалта һәм йүгереүе ауырыраҡ була башлай. Ә йәйәү йөрөү 90 процент мышцаларҙы эшләтә. Хәҙер скандинавса йөрөү физик әүҙемлектең бер төрө булып һанала, уны Nordic walking тип йөрөтәләр.
– Һеҙҙең клубҡа ҡушылып нисек скандинавса йөрөүҙең серҙәренә төшөнөп була?
– Яңы килеүселәрҙе өс-биш кешенән торған төркөмдәргә йыябыҙ ҙа, махсус өс дәрес үткәрәбеҙ. Элегерәк ун дәрес үткәрә торғайныҡ, шунан – биш. Әммә тәжрибә күрһәтеүенсә, кеше скандинавса йөрөү менән артабан шөғөлләнгеһе киләме, юҡмы икәнде аңлаһын өсөн өс дәрес тә етә. Беҙҙең менән ҡалыусылар, артабан үҙҙәренә төркөм һайлай.
– Скандинавса йөрөүселәрҙе йыш паркта осратырға була. Салауатта башҡа майҙансыҡтар бармы?
– Ҡала паркы – беҙҙең төп майҙансыҡ. Паркка ингән урында скандинавса йөрөүгә бағышланған ҙур баннер тора. Был Салауаттың үҙенсәлеге, сөнки ундай баннерҙар башҡа бер ҡалала ла юҡ. Беҙ унда күберәк ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт индерергә тырыштыҡ. Ҡайһы берәүҙәр скандинавса йөрөү менән тап ошо баннер ярҙамында танышҡан, шунан ярты йыл дауамында шөғөлләнгәндән һуң килеп, алынған тәжрибәләр күҙлегенән ҡарай. Парктан тыш тағы ике майҙансыҡ бар – “Октябрь” кинотеатры артындағы сквер һәм, бик уңайлы булмаһа ла, Салауат Юлаев бульварындағы Көнкүреш йорто районы.
– Салауаттарҙың уңышы тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– Быйылғы кеүек грамота һәм кубоктар алғаныбыҙ юҡ ине әле. Әгәр 2020 йылда Ирина Слуцкаяның проекты сиктәрендә 477 балл йыйған булһаҡ, быйыл 578 балл йыйҙыҡ. Тәүге тренировка беренсе ғинуарҙа булғайны. Яңы йыл, байрамды ҡалдырып кем паркка килер инде, тип борсолғайныҡ, әммә бөтә ҡатнашыусыларҙың да килеүе ғәжәпләндерҙе. Февраль айында Масленицаны ла скандинавса йөрөү стилендә ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһим миҙгел – йәй һәм көҙ башы. Тап ошо мәлдә төп ярыштар үтә. Салауаттан ситтә үткән ярыштарға барыр алдынан, йола буйынса бөтә команда менән Ленин исемендәге майҙанда фотоға төшәбеҙ. “Әкиәт юл - 2021” скандинавса йөрөү буйынса Башҡортостан чемпионаты алдынан да йоланы үтәнек, дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға лайыҡ булдыҡ. Шәхси иҫәптә Андрей Андреев – беренсе, Елена Панкова, Ольга Землякова һәм мин өсөнсө булдыҡ.
Киләһе мөһим этап – 14 августа Башҡортостанда үткән “Malidak Ultra” фестеваленең юбилейы. Уның сиктәрендә тәүге тапҡыр биш һәм ун километр дистанцияға скандинавса йөрөү буйынса төбәк-ара ярышы үтте. Беҙҙең команданан Наталья Кононова Европа чепионын үтеүе ысын асыш булды.
Спорт әүҙемлеге көҙгөһөн дә туҡтап ҡалманы, Ирина Слуцкаяның башланғысы буйынса “Эшселәрҙең сәләмәтлеге” проекты старт алды. Унда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Трамвай идаралығы командаһы ҡатнашыусыһы Ибраһим Әхмәтйәновты үҙебеҙҙең команда иҫәбенә индереп, Өфөлә үткән “Скандинавса йөрөү – яңы йәшәү рәүеше” ярышына барҙыҡ һәм ул унда өсөнсө урынға лайыҡ булды.
– Хәҙер һығымталар эшләп, киләсәккә пландар ҡора торған осор...
– Ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнәбеҙ. Ул осорҙа беҙ дөйөм физик әҙерлеккә иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ. Үҙебеҙҙе формала тоторға һәм ярыштарға әҙерләнергә кәрәк.
Фотолар “Сканди йөрөү Салауат” клубының шәхси архивынан.