газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2021, 15:26

Яҡташыбыҙ Паралимпиадаға бара

Башҡортостандан Токиолағы Паралимпиадала ҡатнашасаҡ Рәсәй командаһына 14 спортсы ингән. Улар араһында Салауат егете, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Николаев та бар

Яҡташыбыҙ Паралимпиадаға бара
Яҡташыбыҙ Паралимпиадаға бара

Башҡортостандан Токиолағы Паралимпиадала ҡатнашасаҡ Рәсәй командаһына 14 спортсы ингән. Улар араһында Салауат егете, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Николаев та барРеспубликабыҙҙың алты спортсыһы йөҙөүҙә, дүрт кеше еңел атлетикала, ике кеше фехтованияла һәм тағы ике кеше өҫтәл теннисында һынау тотасаҡ. Андрей Николаев  Япониялағы паралимпия уйындарында терәк-хәрәкәт итеү аппараттары зарарланғандар араһындағы спорт төрөндә ярышасаҡ. Шулай уҡ илебеҙ командаһы составына Аделина Разетдинова, Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Артур Сәйфетдинов, Григорий Андреев, Сергей Петриченко, Елена Паутова, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Прокофьева, Дмитрий Лавров, Никита Нагаев һәм Альберт Камалов ингән. 
Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, Токиола Паралимпия 24 августа старт ала һәм 5 сентябргә тиклем барасаҡ. 
Андрей Николаев  2000 йылғы, 2008 йылда терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортында йөҙөү менән тренеры  Фәнил Кирәйеф етәкселегендә шөғөлләнә башлай.  Ошо йылдар эсендә бик күп кенә уңыштарға ирешә, ул ике тапҡыр донъя чемпионатының еңеүсеһе һәм бронза призеры, ике тапҡыр Европа чемпионатының еңеүсеһе һәм көмөш призеры, Рәсәй чемпионатының күп тапҡыр еңеүсеһе була. Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы составында 2018 йылдан тора. 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: