газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2021, 15:49

Еңеүҙәргә әйҙәй ярыш

Салауатта Рәсәй үҫмерҙәре араһында өҫтәл теннисы буйынса турнирҙың финалы үтә.

Еңеүҙәргә әйҙәй ярыш
Еңеүҙәргә әйҙәй ярыш

Салауатта Рәсәй үҫмерҙәре араһында өҫтәл теннисы буйынса турнирҙың финалы үтә.10 августа “Нефтехимик” спорт һарайында Рәсәй йәштәренең V йәйге спартакиадаһы сиктәрендә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында өҫтәл теннисы буйынса турнирҙың финал этабын асыу тантанаһы үтте. Ярышҡа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан 126 спортсы килде. Башҡортостан командаһы составында Салауат спортсылары ҡатнаша, улар Анна Едренкина һәм Владислав Можайко.
Бәйгегә килеүселәрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова, Рәсәйҙең Спорт министрлығы вәкиле Ольга Миронова, Башҡортостандың өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Ринат Әхмәров, ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рәфит Вәлиев һәм баш спорт судьяһы Валентин Пономарев сәләмләне.
- Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләйем. Көслөләр еңһен. Ә беҙ һеҙгә уңайлыҡтар булдырыу өсөн барыһын да эшләрбеҙ, - тип теләне Олеся Арестова.
Өҫтәл теннисы буйынса турнир 15 авгусҡа тиклем дауам итә, ул ике ярыш төрө буйынса бара: команда һәм шәхси зачет. Спартакиада асылыу көнөндә тәүге уйындар үтте, егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ командаларының призлы урындары өсөн көрәште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярыштың беренсе көнө Салауат тенниссыһы Анна Едренкинаға уңыш килтермәне.
- Мин өҫтәл теннисы менән 6 йыл тирәһе шөғөлләнәм, бындай ярыштарҙа өсөнсөгә ҡатнашам. 3:2 иҫәбе менән еңелдем, ҡыҙғаныс, яҡшыраҡ булдыра ала инем. Киләһе уйыным күпкә уңышлыраҡ булыр, тип ышанам, бөтә белгәнемде егеп, тырышасаҡмын, - ти ҡыҙ.
- Эйе, Аня ҡулынан килгәнсә көрәште, әммә уға еңеү өсөн әҙерәк эске тыныслыҡ етмәне. Спортсыларҙың әҙерлек кимәле юғары, илебеҙҙең иң көслө командалары килгән, - тип билдәләй спартакиаданың судьяһы, Салауат спортсыларының тренеры Сергей Бондаренко.
Ысынлап та, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе был спорт төрөнә күп йылдарын бағышлаған. Мәҫәлән, Түбәнге Новгородтан Виктор Киселев 13 йыл теннис менән шөғөлләнә.
- Мин өҫтәл теннисын яратам. Еңеү оҡшай, унан тағы ла дәртләнеп юғарыраҡҡа ынтылам. Тренировкаға йөрөү һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу шулай уҡ көс бирә. Әлегә был партияла еңеү яулай алманым, һәр хәлдә ярыштың һәр мәле онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итә, башҡалар ҙа шундай хис-тойғолар кисерәлер, тип уйлайым, - ти егет.
Ярыштарҙың баш судьяһы, юғары категориялы судья (Воронеждан) Сергей Бирюков:
- Спартакиаданың Салауатта үтеүе шатлыҡлы. Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең ҡунаҡсыллығы менән дан тотто. Спортсыларҙы, судьяларҙы һәм башҡа ҡала ҡунаҡтарын бик яҡшы итеп ҡабул иттеләр. Ярышҡа беҙҙең ил төбәктәренән иң яҡшы уйынсылар килде, өсәр иң көслө спортсы спартакиадала ҡатнаша, Европа беренселегендә еңгәндәр ҙә бар. Ҡатнашыусылар географияһының киңәйеүе өҫтәл теннисының популярлаша барыуы хаҡында һөйләй. Уйынсыларҙың аралашыу, танышыу, иң яҡшы спортсылар менән ярышыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, ә был уларҙың үҫешенә булышлыҡ итә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: