Сәйәсәт
16 Января 2025, 07:00

Владимир Путин ветерандарға түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Барыбыҙға билдәле булыуынса, 2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Президент Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған 80 мең һумлыҡ түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин ветерандарға түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин ветерандарға түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин ветерандарға түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Был хаҡта дәүләт башлығы Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе. Ветерандарҙан тыш, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, бәлиғ булған концлагерь тотҡондарына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгән, оборона ҡоролмалары төҙөгән граждандарға 55 мең һум түләнә.
Президент шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһында башланғысын хупланы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас