газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь , 18:15

Путин демографияға ярҙам итеү мәсьәләләренә етди иғтибар бүлергә саҡырҙы

Владимир Путин губернаторҙарҙы эш көнөн демографияға ярҙам мәсьәләләре менән башларға һәм тамамларға саҡырҙы. Был турала ул берләштерелгән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Путин демографияға ярҙам итеү мәсьәләләренә етди иғтибар бүлергә саҡырҙы
Путин демографияға ярҙам итеү мәсьәләләренә етди иғтибар бүлергә саҡырҙы

«Мин бөгөнгө осрашыуҙан, һөйләшеүҙән файҙаланып, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары етәкселәренә мөрәжәғәт итәм, эш көнө шунан башланырға һәм шуның менән тамамланырға тейеш, сөнки был донъяның күп кенә илдәре, шул иҫәптән Рәсәй өсөн дә саҡырыу булып тора. Халыҡ — ул илдең бер өлөшө. Бер территория – яҡшы, әммә унда ошо илдең граждандары йәшәргә тейеш», — тине Владимир Путин.

Президент әлеге ваҡытта Рәсәйҙә тыуым коэффициентының 1,4% тәшкил итеүен билдәләне.

«Был ғына аҙ, әммә Европаның башҡа илдәрендә тағы ла аҙыраҡ. Тыуым коэффициентын кәмендә 2,1% тиклем арттырырға кәрәк», — тине дәүләт башлығы.

Владимир Путин бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30% кәмеүен тыуым күрһәткесенең түбәнәйеүе сәбәптәренең береһе булыуын әйтте. «Беҙгә ҡыҙҙар кәрәк», — тине ул.

Президент балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары хаҡында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн 10 миллиондан ашыу балаға һәм 300 меңгә яҡын ауырлы ҡатын-ҡыҙға төрлө пособие түләнә. Шул иҫәптән беренсе һәм икенсе бала тыуғанда әсәлек капиталы, президент быны «уникаль уйлап табыу» тип атаны.

«Шулай уҡ 6% менән ғаилә ипотекаһы һаҡлана. Ә өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 450 мең һум бирелә», — тип өҫтәне Владимир Путин.

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.
Автор:
Читайте нас: