Башҡортостанда МХО ветерандары ассоциацияһы ойошторола
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе сығышын МХО-ла һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланы.
- Беҙ СВО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә бөтә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Һуғыш ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы идара итеү һәм закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға рөхсәт итегеҙ: улар хәҙер илебеҙ, республикабыҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Ветерандар менән эшләгәндә уларға ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәгеҙ, был эштә бюрократия булырға тейеш түгел. Беҙ уларҙы дауалау, реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу һ.б. мәсьәләләрҙең барыһын да комплекслы хәл итеү өсөн республиканың МХО ветерандары ассоциацияһын булдырабыҙ. Мин Указға ҡул ҡуйҙым, уға ярашлы 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителә», - тине Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика Башлығы, депутат корпусы, башҡарма власть органдары, район һәм ҡала хакимиәттәре, республика йәмәғәтселеге йыл сараларында әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-12/v-bashkirii-sozdadut-assotsiatsiyu-veteranov-svo-4048605
Автор:Инсаф Хужабирганов
Республикала МХО ветерандарына спорт менән шөғөлләнеү өсөн 10 мең һум аҡса түләнә
2025 йылда хәрби хәрәкәттәр зонаһында яраланған МХО ветерандарына спорт залдарында һәм секцияларҙа бушлай шөғөлләнеү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар биреләсәк. Ярҙам сараһы физик тәрбиә һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәре буйынса социаль заказға индереләсәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Республика етәксеһе спорт министрлығына ярҙам сараһын булдырыу буйынса документтар әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ адаптив спортҡа, махсус хәрби хәрәкәттәр ветерандарын спорт аша реабилитациялауға айырым иғтибар бүләбеҙ. «Батырлыҡ» проектына ярашлы төҙөлгән республика йыйылма командаһы МХО ветерандарының «Беҙҙең заман геройҙары» төбәк-ара ярыштарында уңышлы сығыш яһаны. Беҙҙең команда Ватанды һаҡлаусылар кубогында ла ҡатнашты. Рәсми булмаған миҙалдар турнирында Башҡортостан командаһы Волга буйы һәм Урал федераль округтарының МХО ветерандары араһында беренсе урын яуланы», — тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошоға ярашлы указға ҡул ҡуйҙы, документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
https://bash.bashinform.ru/news/svo/2024-12-12/bash-ortostanda-mho-veterandaryna-sport-men-n-sh-ll-ne-s-n-10-me-um-a-sa-t-l-n-s-k-4049117
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Радий Хәбиров МХО-ға ярҙам иткән ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе
Республика фронттың ышаныслы терәгенә әүерелде. Оборона-әсәнәғәт комплексы предприятиелары оборона заказын үтәү күләмен арттыра. Республика пилотһыҙ осоу аппараттары етештерә, операторҙарҙы уҡыта. Бөгөн йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта һөйләне.
«Башҡортостан фронтҡа, яңы төбәктәргә, Курск һәм Белгород өлкәләренә 139 гуманитар ылау оҙатты. Медиктар, төҙөүселәр, юл һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр унда тыныс тормошто тергеҙеү өсөн күп эштәр башҡара. Беҙҙең шәфҡәт туташтары ҡатын-ҡыҙҙар волонтёрҙар отряды составында госпиталдә дауаланған яугирҙәрҙе ҡарай.
Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эллина Суфьянова ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге отряды менән МХО биләмәһенән барҙы», – тип билдәләне республика етәксеһе һәм ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-12/radiy-habirov-poblagodaril-volonterov-za-pomosch-svo-4048548
Автор:Азат Ғиззәтуллин