Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Август , 15:55

Салауаттан - Курск өлкәһенә

Ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитеты Курск өлкәһендә ҡаза күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо.

Салауаттан - Курск өлкәһенә
Салауаттан - Курск өлкәһенә

Ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитеты Курск өлкәһендә ҡаза күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо.

Курск өлкәһе тирәләй барған ҡот осҡос хәлдәр Рәсәй халҡын тағын нығыраҡ берләшергә һәм көслө булырға өйрәтә. Сөнки сик буйында йәшәүсе бындағы халыҡ бер нимәһеҙ ҡалды тиерлек. Аҙна дауамында төбәккә ирекмәндәр һәм тонналап гуманитар йөктәр ебәрелә. Был бәләнән салауаттар ҙа ситтә ҡалманы.
- 9 августа ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетында Курск өлкәһенә ярҙам йыйыу пункты асылды. Бөтә вайымһыҙ булмаған ҡала халҡына һәм ойошмаларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тип һөйләй комитет рәйесе Розалия Сәлихова. Салауаттар мәктәп кәрәк-яраҡтары, гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр алып килгән. Комитеттан белдереүҙәренсә, бигерәк тә балалар кейемдәре, бер тапҡыр ҡулланыла торған пеленкалар, подгузниктар ҙур һорау менән ҡулланыла.
78 йәшлек Екатерина Евграфова ла, башҡа битараф булмаған салауаттар кеүек, был бәләгә вайымһыҙ түгел.
- Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә булдым - блузкалар, күлдәктәр һәм көнкүреш химияһы килтерҙем. Бигерәкауыр, көн һайын нимә булғанын ҡарау һәм ишетеү бик ҡыйын. Бер кемгә лә бындай хәлде кисерергә яҙмаһын, - ти инәй.
Екатерина Федоровнаның туғандары һәм таныштары ла изге эшкә үҙ өлөшөн индергән. Уның һүҙҙәренсә, шәмбе көнө ҡыҙы кәрәкле әйберҙәр килтергән, ә дүшәмбе күршеһе ярҙам ҡалдырып сыҡҡан.
Ойоштороусыларға ҡаланың әүҙем ирекмәндәре ҙур ярҙам күрһәтә. Вероника Малявко һәм Вера Лактионова был көндәрҙә йыйыу пунктында була: халыҡ килтергән әйберҙәрҙе ҡабул итеп, һәр береһен айырым коробкаларға бүлеп, урынлаштырып барған.
- Бөтә донъяла тыныслыҡ булыуын теләйем, әммә әлегә - ауыр ваҡыттар, һәм беҙгә ярҙам итергә тура килә. Курск өлкәһендәге хәл бөтәһен дә берләшергә, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүҙә тупланы. Бындай минуттарҙа
ситтә ҡалырға ярамай, - тип һөйләй Вероника.
- Башҡаларға ярҙам итеү бик яҡшы тойғо. Беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙға шатбыҙ, - тип өҫтәй Вера. 
Салауаттан гуманитар йөктөң тәүге партияһы йәкшәмбе көнө үк Өфөгә оҙатылды. Шул уҡ төндә бөтә республиканан килгән гуманитар  ярҙам берҙәм гумконвой менән Курск өлкәһенә юлланды.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Курскка кәрәкле әйберҙәр ебәреүҙән тыш, бәлә күргән өлкәнең балаларын да үҙендә ҡабул итте. Төбәк Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 августа
Дүртөйлө районындағы шифаханаға һәм балалар һауыҡтырыу лагерына 34 бала һәм уларҙы оҙатыусы 8 өлкән кеше урынлаштырылған. Ҡунаҡтарҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡаршы алған.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Автор фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: