газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Март 2023, 14:55

Радий Хәбиров Башҡортостандың социаль сәйәсәтенең төп күрһәткесен билдәләне

Башҡортостан Башлығы бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышында иҡтисадтағы уңыштар социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирә тине.

Радий Хәбиров Башҡортостандың социаль сәйәсәтенең төп күрһәткесен билдәләне
Радий Хәбиров Башҡортостандың социаль сәйәсәтенең төп күрһәткесен билдәләне

«Үҙем өсөн мин беҙҙең социаль сәйәсәттең төп сифат күрһәткесен билдәләнем. Был көтөлгән ғүмер оҙонлолоғо. Был күрһәткес кеүек башҡа бер нәмә лә кешеләрҙең хәлен, йәмәғәт кәйефен, тормош кимәлен яҡшы сағылдыра алмай. Көтөлгән ғүмер оҙайлылығы беҙҙә рекордлы 73 йәшкә тиклем күтәрелде. Һуңғы өс йылда беҙ илдәге 50-се урындан 23-сөгә күтәрелдек. Ә Волга буйы федераль округында - 11-се урындан өсөнсө урынға. Республика тәүге тапҡыр ҡапыл 3,5 йылға алға китә алды! Был берлектәге эшебеҙҙең мөһим һөҙөмтәһе.
Шул уҡ ваҡытта бөгөн мин кешеләрҙең беҙҙән күп нәмә көтөүен яҡшы аңлайым. Беҙ әлегә күп һорауҙарҙа камил түгелбеҙ. Республикалағы тормош сифатын күтәреүҙе билдәләгән бөтә йүнәлештәр буйынса артабан да комплекслы эш кәрәк», - тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, төп йүнәлеш - һаулыҡ һаҡлау.
«Бөгөн медицина учреждениелары төҙөлөшөнөң бындай күләме бер ваҡытта ла булманы, тип ғорурлыҡ менән әйтәбеҙ. 16 объектты, шул иҫәптә Республика Кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын, Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәген, 10 поликлиниканы проектлау һәм төҙөү бара», - тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Республика Башлығы Башҡортостандың үҙгәреүен, эре ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың яҡшырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күп майҙандар, парктар, үҙәк урамдар үҙенә ылыҡтырыу үҙәге булып тора.
«Былтыр ғына беҙ 138 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерҙек, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға федераль конкурста еңеүсе 8 проектты бойомға ашырҙыҡ. Белореттағы һәм Йылайырҙағы проекттарыбыҙҙы халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә юғары баһаланылар.
2023 йыл Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы билдәһе аҫтында үтә. Республиканан сыҡҡан меңәрләгән кешеләрҙең был мөһим эшкә үҙ өлөшөн индереренә ышанам», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ, «Башинформ» Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлылылығының уртаса Рәсәй күрһәткесен уҙып китеүен асыҡлағайны.

Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: