«Беҙҙең тәүге бурыс - иҡтисадты һаҡлап ҡалыу. Ул республика үҫеше, социаль йөкләмәләрҙе башҡарыу нигеҙе.
Йыл һөҙөмтәһе буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 102 процент тәшкил итте, был илдәге күрһәткестән юғарыраҡ. Ике йыл рәттән республика төбәктәр араһында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында иң яҡшыһы тип таныла. Беҙ Рәсәй Сәнәғәт министрлығының пилот төбәге булараҡ кластер моделен тормошҡа ашырабыҙ, кластерҙар һаны буйынса лидерҙар иҫәбендәбеҙ. «Алға» айырым иҡтисади зона икенсе йыл рәттән илдә иң динамикалы үҫешеүсе тип таныла.
Беҙҙең аграрийҙар рекордлы - 5 млн тонна уңыш йыйҙы. Ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 28,1 процентҡа артты.
Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса тарихи максимумға иреште - 3 млн квадрат метр һәм алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде (Рәсәй Федерацияһында 7-се урын)», - тине Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы республика тышҡы иҡтисади сектор менән етди шөғөлләнде тип билдәләне. 2022 йылды сәфәрҙә үткәрҙек. Беҙҙең өсөн традицион һәм яңы партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим ине. Айырыуса Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән. Шул арҡала һәм актив эш һөҙөмтәһендә был илдәр менән беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнеше үҫешә. Төркиә менән - 37,6 процентҡа, Ҡаҙағстан менән - 10,1 процентҡа, Беларусь менән - 12,3 процентҡа, Үзбәкстан менән - 32,6 процентҡа.
Фото "Башинформ" агентлығынан.