Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа Салауат ҡалаһынан һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кеше мөрәжәғәт итә. Ул реабилитация өсөн техник сараны алыуҙа ярҙам итешеүҙе һорай.
Сергей Бубнов - Салауат ҡалаһының актив кешеһе, спорт менән шөғөлләнә, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, шулай уҡ пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионы. Ул ҡыйын хәлгә ҡалған: ике йыл буйына инвалидтар өсөн тышҡа йөрөүгә тәғәйенләнгән кресло-коляска ала алмай.
Депутат Зариф Байғусҡаровтың граждандарҙы ҡабул итеүенә яҙылып, Сергей Бубнов үҙенең үтенесен еткерә һәм проблема хәл ителә. Зариф Закир улы, өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн, уның менән бәйләнеште өҙмәй.
- Дөрөҫөн әйткәндә, минең һорау шул тиклем тиҙ хәл ителер, тип көтмәгәйнем. Дәүләт Думаһы депутаты граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы, унда яҙылып, хәлде һөйләп бирҙем. Бер нисә айҙан һуң үҙемә тейешле реабилитацияның махсус техник сараһын алдым, - ти Сергей Бубнов.