Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Февраль 2022, 12:45

Республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә

1 февалдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ул 2021 йылда ҡабул ителгән закондар һәм 2022 йылда ҡараласаҡ закон проекттары тураһында һөйләне. Шулай уҡ депутат журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә
Республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә

1 февалдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ул 2021 йылда ҡабул ителгән закондар һәм 2022 йылда ҡараласаҡ закон проекттары тураһында һөйләне. Шулай уҡ депутат журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Ғәмәлгә ингән закондарға килгәндә, Зариф Байғусҡаров алимент түләмәүселәргә ҡарата санкциялар ҡәтғиләшеүен билдәләп үтте. Депутат әйтеүенсә, Башҡортостанда был проблема киҫкен тора һәм бик күп кешеләргә ҡағыла. «Үҙгәрештәргә ярашлы, әгәр кеше балаһы алдындағы бурысын тулыһынса ҡапламаһа, уға ҡаты саралар күреләсәк», - тине Зариф Закир улы.
Шул уҡ ваҡытта суд приставтары бурыслыларҙың иҫәбендә йәшәү минимумы кимәлендә аҡса ҡалдырырға бурыслы һәм төрлө социаль түләүҙәргә арест һалына алмай. Бынан ары кешеләрҙең ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдында бурысы булған хәлдә лә коммуналь түләүҙәр өсөн субсидия алыуға хоҡуғы бар.
Зариф Байғусҡаров Дәүләт Думаһы мөһим закондарҙың береһе - 2022 йылдың 1 ғинуарынан хаҡлы ялдағыларға пенсияларын 8,6 процентҡа арттырыу өсөн тауыш биреүен дә билдәләп үтте. 2022 йылда уртаса пенсия 18984 һум тәшкил итәсәк, 31 млн хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы артасаҡ. Ә ауыл пенсионерҙары йәшәү урынын алыштырған хәлдә лә үҙҙәренең юғарыраҡ пенсия алыу хоҡуғын һаҡлаясаҡ.
Дәүләт Думаһы депутаты ҡараласаҡ һәм әҙерләнгән закон проекттары менән дә таныштырҙы. Айырылышырға теләгән ир менән ҡатын өсөн шарттарҙы үҙгәртеү ҡарала, улар башта ғаилә психологына барырға тейеш була. Рекультивация, атмосфераға быулы газ сығарып ташлау нормаларын арттырған предприятиелар өсөн махсус экологик пошлина һалыу тураһында закон әҙерләнә. Балаларға ҡарата көсләү ҡулланған өсөн яуаплылыҡтың, ҡарттар йорттарына талаптарҙың ҡәтғиләштеүен, металл йыйыу өлкәһендә тәртипте урынлаштырыу буйынса сараларҙы, балаларҙың кейемдәрен яҡтыртыусы стикерҙар менән тектереүҙе күҙаллаған ҡанундарҙы ҡабул итеү планлаштырыла.
Ҡануниәт эшмәкәрлеге менән таныштырғандан һуң Зариф Байғусҡаров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре көнүҙәк темаларҙың береһе - берәҙәк хайуандар проблемаһын күтәрҙе. Ғәмәлдәге законға ярашлы, стерилизациялап чиплауҙан һуң эттәр иреккә ебәрелә, ә был, граждандар фекеренсә, уларҙың хәүефлеген кәметмәй. Депутат бындай хайуандарға приют төҙөү, йәнлектәрҙе сығарып ташлаған өсөн яуаплылыҡты ҡәтғиләштереү мәсьәләһе ҡаралыуы хаҡында хәбәр итте.
Матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһы депутатының “Экология” милли проекты сиктәрендәге эшмәкәрлеге һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Думаһы депутаттарының Башҡортостан мәнфәғәтен яҡларға, төбәккә күберәк аҡса йәлеп итергә тейеш тигән бурысы тураһында ла һорау күтәрелде.
- Депутат һайлаусылар, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләргә, закон проекттары әҙерләргә генә түгел, шулай уҡ республика мәнфәғәттәрен дә яҡларға тейеш. Мин “Экология” милли проекты өсөн яуап бирәм. Былтыр төбәккә 500 млн һум тирәһе аҡса был өлкәләге ярҙамға йәлеп ителде. Ул аҡса сүп-сар йыйыу, йылға ярҙарын таҙартыу, янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде. Әлбиттә, беҙ күберәк эшләй алабыҙ, сөнки беҙҙә әлегә сүп-сарҙы эшкәртеү предприятиеһы юҡ, бының өсөн инвестор кәрәк. Бер нисә претендент бар, улар эшкә тотонһа, финанс ярҙам аласаҡ. Быйыл ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү өсөн аҡса бүленәсәк, - тип һөйләне Зариф Байғусҡаров.
Шулай уҡ депутат сеймал һәм ҡаҙылма байлыҡ сығарыуға бәйле һорауға, күҙәтеү органдары яғынан контролде көсәйтеү мөһимлеген билдәләп уҙҙы.
Журналистар һайлаусыларҙан килгән һорауҙарҙы ла бирҙе. Улар таҙартыу ҡоролмаларына, интернет үткәреүгә һәм хәрбиҙәрҙең пенсияларын күтәреүгә ҡағылды.
- Мин һәр ваҡыт үҙемдең һайлаусыларым, граждандар өсөн асыҡ. Артабан да республика, кешеләр мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эш алып барасаҡмын, - тип йомғаҡ яһаны матбуғат конференцияһына Зариф Байғусҡаров.
Һуңынан бер төркөм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың иҫтәлекле сәғәте һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото "Салауат" гәзите архивынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: