

Компания ветераны Николай Истомин - Рәсәй сәнәғәт комплексының йәмәғәт тармаҡ наградаһына, ә инженер-химик Ольга Козлова - Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының ведомство наградаһына - күренекле химик-органик Дилүс Рахманҡолов исемендәге миҙалға лайыҡ булды.
Николай Истомин ҡоролма операторы ярҙамсыһынан алып «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директорына тиклем юл үтә. Уның производствола эшләү стажы - 41 йыл. Уның ҡатнашлығында эре тоннажлы бутил спирттары, этилен-пропилен, аммиак производстволары, тотороҡло газ конденсаты ЭЛОУ АВТ-4 эшкәртеү ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырыла. Рәсәй сәнәғәт комплексының йәмәғәт тармаҡ наградаһы БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы, СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы, Рәсәй Энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Николай Истоминдың наградалар исемлеген тулыландырасаҡ.
Инженер-химик Ольга Козлова 40 йыл «Газпром нефтехим Салауат» үҙәк лабораторияһында эшләй, унда сығарылған продукцияның сифатын билдәләй. Бурыстарына продукция өлгөләрендә компоненттарҙың миҡдарын билдәләү өсөн
хроматографтарҙы көйләү инә. Ольга Юрьевна яңы лаборатория ҡорамалдарын эшләтеп ебәреүҙә һәм үҙләштереүҙә, яңы үлсәү методикаларын эшләүҙә ҡатнаша.
Зилә СӘЛИМОВА.