Өс йыл элек Ишембай янындағы яланда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мең эш урынына иҫәпләнгән заманса тегеү фабрикаһы төҙөлә.
«Аркада» сәнәғәт берекмәһе «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттарының береһе була. Күҙ алдында ҡалҡып сыҡҡан фабрика Салауат һәм Ишембай йәмәғәтселегендә ҡыҙыҡһыныу уята. Шуныһын билдәләргә кәрәк, «Аркада» етәкселеге диалог өсөн асыҡ һәм эргәлә урынлашҡан ҡалаларҙың блогерҙары, йәмәғәт фекере лидерҙары өсөн ҙур теләк менән экскурсия уҙғарҙы. Инеү урынында делегацияны производство начальнигы Марина Дратова ҡаршы алды:
- Беҙҙең тегеү производствоһына өс йыл. Беҙ махсус кейем тегәбеҙ. Заказсы өсөн эшләйбеҙ, йәғни костюмдарҙың техник шарттары заказсы менән килешелә, заказсы һатып алған сеймал менән эшләйбеҙ. Бөгөнгө көнгә Рәсәй тимер юлдары, Метрополитен, Россеть өсөн ҡышҡы һәм йәйге кейемдәр етештерәбеҙ.
Әлеге ваҡытта производствола дүрт йөҙ тирәһе кеше эшләй. Улар Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Ишембай районы кешеләре.
Бындай ҙур производствоны кадрҙар менән тулыландырыу еңел булмаясағын аңлап, «Аркада» йәмғиәте етәкселеге холоҡ төҙәтеү үҙәге булараҡ эшләүсе участкаларҙы булдырыу буйынса проектҡа ҡушыла.
Белешмә.
2017 йылдан алып Рәсәйҙә енәйәт язаһының яңы төрө - мәжбүри эштәр ҡулланыла. Бының өсөн эре производстволар - программала ҡатнашыусылар эргәһендә холоҡ төҙәтеү үҙәктәре төҙөлә, унда хөкөм ителгәндәр йәшәй.
- Беҙ программала 2022 йылдан ҡатнашабыҙ. Егеттәр дөйөм шарттарҙа, дөйөм ағымда эшләй. Улар башҡа хеҙмәткәрҙәр кеүек үк эш хаҡы, бөтә социаль гарантиялар - медицина страховкаһы, пенсия иғәнәләре, отпуск ала. Беҙ был программаға тәүгеләрҙән булып индек. Шуның өсөн беҙгә бөтә Рәсәйҙән хөкөм ителеүселәр килде. Тәүге осорҙа хөкөм ителеүселәр яғынан да, ялланған хеҙмәткәрҙәр яғынан да аңлашылмаусанлыҡтар булды. Тәүгеләре талаптарға насар ҡараны, мастерҙың ҡушыуҙарын киҫкен ҡабул итте, сөнки беҙҙә улар ҡатын-ҡыҙҙар. Һәм тағы ла эштең үҙе. Уларға тегеүгә өйрәнеү ауырыраҡ бирелде. Икенселәре тәүгеләрҙең статусы арҡаһында борсолдо. Әммә беҙ бөтә хәүеф нигеҙһеҙ икәнен аңлаттыҡ. Хөкөм ителеүселәр бөтәһе лә медицина тикшереүен үтә. Тейешле бөтә анализдарҙы тапшыра һәм тик тулыһынса талаптарға тап килгәндә генә эшкә рөхсәт ала. Һәм бер ниндәй ҙә һорауҙар ҡалманы. Яҡшы эш мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. Унан да бигерәк, кешеләр шәхси тормошон да ҡора. Ошо ваҡыт эсендә генә беҙҙә алты рәсми никах теркәлде. Мөнәсәбәттәрен юридик рәсмиләштермәгән парҙар ҙа бар. Ҡайһы берҙәре яза башҡарыу срогы тамамланыу менән китеүселәр ҙә бар. Беҙгә бит Сургуттан, Краснодарҙан, Калуганан, Силәбенән килделәр. Ҡабат ҡайтҡандары ла булды. Һуңғыларынан - Сургут егете. Срогы үткәндән һуң өйөнә ҡайтып китте, әммә бер аҙ ваҡыттан һуң кире әйләнеп ҡайтты һәм эшкә урынлашты, - тип һөйләй хөкөм ителеүселәрҙе мәжбүри эштәргә йәлеп итеү экспериментының нисек үтеүе хаҡында Марина Дратова.
Әлеге ваҡытта фабрикала хөкөм ителгәндәрҙең һәм ялланған эшселәрҙең һаны бер үк тиерлек.
“Аркада”ла эш көнө 11 сәғәтдауам итә, шуға төшкө ашҡа ике тәнәфес. Көндөң тәүге яртыһында туҡланыу эш биреүсе иҫәбенә ойошторолған. Көндөң икенсе яртыһында эшселәр үҙҙәре менән алып килгән аҙыҡты ашай, йә буфетта һатып ала. Бынан тыш, ял итеү, сәй эсеп алыу өсөн өс техник тәнәфес бар. Бындай график үҙен тулыһынса аҡлай, сөнки эш өҙлөкһөҙ бара, һәр тегенсе бер генә операцияны башҡара.
Сменаға һәр төркөм 100-130 берәмек ҡышҡы махсус кейем һәм 200-240 берәмеккә тиклем йәйге махсус кейем сығара.
- Әле производствола 400 кеше эшләй. Ә фабрика ике сменаға 1000 хеҙмәткәргә иҫәпләнгән. Беҙ әле кадрҙарҙы әҙерләүҙең яңы формаһын ҡуллана башланыҡ. Беҙҙең өс тегенсе-универсалыбыҙ бар, уҡытыу класын ошонда фабрикала уҡ астыҡ. Эшкә урынлашырға килгән кешене шунда уҡ дөйөм эш ағымына ултыртмайҙар. Бер ай дауамында ул төрлө машиналарҙа эшләргә өйрәнә, төрлө операциялар башҡара. Остаздар уның нимәһе яҡшы килеп сығыуын ҡарай, һәм мастерҙарҙың һорауы буйынса теге йәки был операцияны башҡарырға ҡуша. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, уҡыу осорона эш хаҡы түләнә. Уртаса, икенсе-өсөнсө айға хеҙмәткәр ағымға ҡушыла. Процесс автоматизмға тиклем көйләнгән. Ябай операцияларҙың бер өлөшөн машиналар башҡара, - тип дауам итә экскурсияны Марина Дратова.
Фабриканың иң йәш хеҙмәткәренә 18 йәш. Иң өлкәненә - 68 йәш. Блогерҙар һәм йәмәғәтселәр эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды.
- Фабрикала хеҙмәт хаҡы эшкә ҡарап түләнә, премия ла бар. Октябрҙә уртаса эш хаҡы 46 000 мең һум тәшкил итте. Әммә был уртаса, - тип яуап бирҙе производство начальнигы.
Хеҙмәт ветераны, Салауат ҡалаһы йәмәғәтсеһе һәм активист Альфира Шәрәфетдинова күргәндәрен коллегалары менән уртаҡлашты.
- Мин, күп ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, өйҙәге тегеү машинаһында ябай әйберҙәр тегә алам, әлбиттә. Машинкаларҙың күпселек маркаһы менән танышмын. Шуны әйтер инем, бында бик шәп профессиональ ҡорамал. Күп операциялар тулыһынса автоматлаштырылған. Уңайлы биналар, яҡшы ашхана, дөйөм ятаҡ, душ бүлмәләре, вентиляция һәм кондициялау системаһы. Эшләп, лайыҡлы эш хаҡы алып, яңы тормош ҡороу өсөн дә яҡшы мөмкинлек,тине йәмәғәтсе һәм иғтибар менән ҡышҡы костюмды ҡараны.
Әйткәндәй, II климатик пояс өсөн ҡышҡы костюм ул:
- 13 төр туҡыма;
- 15 кейем үлсәме;
- һәр береһендә 4 буй өсөн;
- төрлө ҡатмарлыҡтағы 100-ҙән ашыу операция.
- Килешәм, - тип коллегаһының һүҙен хупланы хеҙмәт ветераны, активист Радмир Мостафин. - Эшкә алып киләләр, ашаталар, яҡшы түләйҙәр. Оҙайлы хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн шарттар яҡшы. Күреүебеҙсә, бынан хатта пенсионерҙар ҙа китергә уйламай.
Тулы ҡеүәттә эшләү өсөн фабрикаға тағы 600 хеҙмәткәр кәрәк. Марина Дротова “йүкә телефоны”ның эшләүе тураһында һөйләй. Уҙған аҙнала ғына биш ҡыҙ килгән, әле улар уҡый.
- Ә һеҙ иғтибар иттегеҙме, бында нисек таҙа, - тип мөрәжәғәт итте коллегаларына блогер, нескә күңелле ҡыҙ, Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры урынбаҫары Лилиә Шаниязова. - Бинаға кергәс тә бындағы таҙалыҡ ғәжәпләндерҙе. Был минең өсөн бик мөһим, һәр ваҡыт тәҙрәләргә, иҙәнгә, стеналарға һәм ишектәргә иғтибар итәм. Ишек тотҡаларында һәм һүндергестәрҙә ҡара таптар булмаһын. Эш процесының ойошторолоуы ла һоҡландырҙы. Бер кем дә телефонда ултырмай, барыһы ла үҙ эшен башҡара. Мин дә махсус кейемгә башҡасараҡ ҡарай башланым. Баҡтиһәң, уға, көндәлек кейемгә ҡарағанда, күберәк көс һалынған.
«Аркада» фабрикаһына экскурсиянан Владислав Фаррахов фоторепортажын һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ... https://vk.com/album185184449_305684973