- Мин унда ике спорт залындай ҙур цехтыр, тип уйлайым. Теген машиналары торалыр. Әсәйем уларҙың билдәле бер операция буйынса эшләүҙәрен һөйләгәйне, - тип фекер йөрөтә Владислав Моисеев «Заспорт» фабрикаһына барышлай.
Егет һигеҙенсе класта уҡый. Әлбиттә, ул производство яйланмаһы тураһында нимәлер төҫмөрләй. Әммә барыбер борсола. Нисек унда, шарттар яҡшымы икән? Ауыр түгелме әсәһенә? Өшөмәйме йәки, киреһенсә,
тынсыулыҡтан яфаланмаймы? Владислав үҙенең шик-шөбһәләре менән ихлас уртаҡлаша. Ә бына уның ҡустыһы Денис иғтибар менән юлға ҡарай. Ул, әсәһен Салауаттан ситтә эшләй, тип уйламаған. Инеү урынында беҙҙе персонал менән идара итеү бүлеге начальнигы Альбина Сәйфетдинова ҡаршыланы.
- Экскурсияға әҙерһегеҙме? Улайһа башлайбыҙ, - тип йылмая ул.
- Әҙер, - тип рапорт бирә Владислав.
Малайҙарҙың әсәһе улдарының килеүе тураһында хәбәрҙар ине, ә нисәлә икәнен белмәгән. Шуға Лилиә Моисееваны эш урынында тап иттек. Ул бил өсөн резинкалы әйбер тегә. Операция иғтибарлылыҡты һәм
иплелекте талап итә. Малайҙарын күреп ул йылмая.
- Сәләм, әсәй! - кесеһе Денис уның ҡосағына ынтыла.
- Хәҙер бөтәһен дә күһәтәм һәм һөйләйем, - тип һөйә улдарын Лилиә.
- Беҙҙә ҡыҙыҡ. Бөтә нимә яңы һәм заманса.
Экскурсияны материалдар складынан башлай һәм артабан - етештереү процесы хәрәкәте буйынса.
Кесе улы Денис складта гидравлик арба күреп ҡала.
- Ә был йөк ташыу өсөнмө? Ә күпмене күтәрә ала? 2000 килограмм! Ә мине күтәрә аламы? - Денис тулҡынланыуҙан һикергеләп ҡуйҙы.
- Әйҙә, йөрөтәм, - тип йылмая әсәй.
Денис арбаға баҫа, әсәһе ҡулынан тота, ә өлкән ағаһы Владислав уны һөйрәй. Башта әкрен, һуңынан тиҙерәк. Денис көлә, шатлана.
Экскурсия дауам итә. Бесеү өҫтәленә ҡарайбыҙ. Йәл, ул эшләмәй. Әлегә тегенселәр штаты комплектланмаған, күп операцияларҙы кәрәк булған осраҡта ғына башҡаралар. Лилиә тегенселәр башҡарған һәр операция
тураһында һөйләне.
- О, үтекләү таҡтаһы, - тип ҡысҡырып ебәрҙе Владислав - өйҙәге кеүек тиерлек.
- Улай уҡ түгел, - тип йылмая Лилиә. - Бының функциялары күп.
- Уңайлы. Беҙҙә шундай булһын ине, - ти Владислав.
- Ышанығыҙ, был таҡта менән эшләүе күпкә ҡатмарлыраҡ, - тип йомғаҡ яһай Лилиә Моисеева. - Ә хәҙер нимә етештереүебеҙҙе күрһәтермен.
Производствола етештерелгән бөтә моделдәр йыйылған цех - фабрикала иң ҡыҙыҡлыһы.
- Ҡара, ниндәй шәп модель, - тип лонгсливты улына ҡарарға тәҡдим итә Лилиә Моисеева.
- Яҡшы, шулаймы?
- Бик тә шәп. Тик миңә ул бәләкәй. Ә Денисҡа тап-таман булыр. Миңә бына ошо спорт костюмы оҡшай. Велосипедта елдерергә лә, дуҫтар менән йөрөргә лә уңайлы, - ти Владислав.
Лилиә улының башынан наҙлы итеп һыйпай. Улар моделдәр тураһында оҙаҡ ҡына һөйләшә, үлсәп, кейеп ҡарай. Яңы йәйге миҙгелгә әсәгә ярайһы ғына аҡса түгергә кәрәк булыр, ахырыһы. Өҫтәүенә, малайҙар әүҙем тормош рәүешен ярата. Кесеһе Денис көрәш менән шөғөлләнә. Влад картинг менән мауыҡҡан, һуңынан мотоциклдарға күскән.
Экскурсия тамамланды, беҙ фабриканы ҡалдырырға ашығабыҙ. Ни тиһәң дә, Лилиә Моисееваға көндөҙгөнорманы үтәргә кәрәк.
- Борсолмағыҙ, был ҡатмарлы түгел, - ти Лилиә һәм улдарына мөрәжәғәт итә. - Өйҙә күрешербеҙ, ҡәҙерлеләрем.
Үбәм.
Беҙ фабриканан сығып, машинаға табан барабыҙ. Влад менән Денистан тәьҫораттары тураһында һорашабыҙ.
- Бында машиналар үҙҙәре бесә, тегә, сигә. Уларҙың кешеләрҙе нисек алмаштырыуын ҡарау бик ҡыҙыҡлы. Әсәйемә лә бында оҡшай. Ул коллектив яҡшы, эшемде яратам, хеҙмәт хаҡы лайыҡлы, ти, - тип уртаҡлаша
Владислав.
- Эйе, мин дә шулай уйлайым, - тип ағаһының һүҙен хуплай Денис. Әсәйем кискеһен дәрестәр әҙерләшергә ярҙам итә, тәмле итеп ашарға бешерә, бер ҡасан да үҙ эшен әрләмәй. Уның өсөн тынысмын. Был машиналарҙың нисек ҡоролғанын да белһәң ине…
Ағалы-ҡустылы күргәндәре тураһында тағы оҙаҡ ҡына фекер алышты.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.