газета "Салауат"
+16 °С
Облачно
Сәнәғәт
22 Ноября 2024, 12:30

Радий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙе

22 ноябрҙә Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром нефтехим Салауат» компанияһының нефть эшкәртеү заводында булды һәм техник көкөрт етештереүҙең яңы ҡоролмаһына старт бирҙе. Ҡоролманы эшләтеп ебәреү - Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Һәм Башҡортостан хөкүмәте менән берлектә «Газпром нефтехим Салауат» ҡул ҡуйған атмосфераға зарарлы ташландыҡтарҙы кәметеү тураһында дүрт яҡлы килешеү сиктәрендә ҙур эштең бер өлөшө.

Радий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙеРадий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙе
Радий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙе

2022 йылда 13,8 миллиард һум күләмендәге күләмле инвестиция проекты республика башлығының «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды һәм өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Һәм бына һөҙөмтә: ҡоролма эшләй башланы. Шуныһы мөһим, әҙерләмәләр тулыһынса Рәсәйҙеке, ҡорамалдарҙың 90 проценттан ашыуы – Ватан етештереүселәренеке.


Яңы производство көкөртлө водород конверсияһын арттырыу иҫәбенә бысратыусы матдәләр сығарыуҙы йылына 4 670 тоннаға кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә атмосфераға сығарылған ҡалдыҡтар 11 процентҡа, ә конкрет көкөрт диоксиды ҡалдыҡтары 30 процентҡа кәмей. Көкөртлө водородлы газды эшкәртеү продукты булып техник көкөрт тора. Тағы ла бер ыңғай яғы - 54 яңы эш урыны булдырылыуы.


Радий Хәбиров был инвестицион проекттың мөһим ролен билдәләне:
- Ҡоролманы сафҡа индереү атмосфераға сығарылған ҡалдыҡтың кәмеүенә килтерәсәк. Ә был дүрт яҡлы килешеү сиктәрендә «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы менән берҙәмлектәге эштең мөһим йүнәлештәренең береһе.


Үҙ сиратында «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең идара итеүсе ойошмаһы - «РГД ПС» ЯСЙ-ның генераль директоры Евгений Семенько, компания, ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятие булараҡ, Салауат алдында экология өсөн яуаплылығын тоя, шуға күрә экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк, тип ышандырҙы. Улар араһында - нефть эшкәртеү заводының резервуар парктарын яңыртыу, факел системаларының эшен оптималләштереү, шулай уҡ предприятиеның таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу.


Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Радий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙе
Радий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙе
Радий Хәбиров Салауатта техник көкөрт етештереү ҡулайламаһы эшенә старт бирҙе
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас