Европа аккуратлылығы һәм азиат эргономикаһы - был бөтә нимә уйланылғанлыҡ, билдәләнгәнлек һәм максималь уңайлылыҡ. Европа һәм Азия сигендә, дүрт мең ярым квадрат метрҙа заман талаптарына яуап биргән тегеү производствоһы урынлашҡан. Ун ете ҡыҙыҡһынған ҡунаҡ өсөн «Заспорт» фабрикаһы буйынса экскурсияны башҡарма директор Александр Жернов уҙғарҙы.
- Төп производство цехы 1500 квадрат метрҙы биләй. Бында тегеү эшенә ҡағылышлы бөтә нимә урынлашҡан, изделиеларҙы йыйыу ошо цехта башҡарыла. Фабрика схемаһы шундай итеп атҡарылған, материалдарҙы тейәү башҡарыла һәм артабан цехҡа инеү, тауарҙы бесеү һәм ағым буйынса әҙер продукция склады зонаһына хәрәкәт. Беҙ иң яҡшы Европа һәм Япония ҡоромалдарында эшләйбеҙ. Бына, мәҫәлән, бесеү комплексы Италияла етештерелгән. Уның үҙенсәлеге шунда, бесеүҙе киҫеү бейеклеге 7 см, өҫтәлдең киңлеге 2,2 метр. Конструкторҙар тарафынан изделиялар өсөн кейем-һалым өлгөһө булдырыла, уларҙан тупланма әҙерләнә, рулондарҙы тейәү автоматик режимда башҡарыла, контур буйынса деталдәрҙе киҫеү. Ҡулдан тик синтепондарҙы ғына бесәләр. Икенсе бесеү комплексы тик габариттары менән генә айырыла. Ул туҡыма менән эшләүгә иҫәпләнгән. Бында өҫтәл дә ҡыҫҡараҡ һәм киҫеү урыны ла компактлы, - тип һөйләй фабрика буйынса беҙҙең гид.
Производство автоматлаштырыу, һанлаштырыу, һығылмалылыҡ һәм клиенттарға йүнәлтелгәнлеге өлөшө юғары булыуы менән айырыла, тип һыҙыҡ өҫтәнә ала Александр Жернов. Күп операцияларҙы автоматтар ғына башҡара. Мәҫәлән, деталдәрҙең йөйөн, төрлө ҡатмарлыҡтағы сигеүҙе һәм изделиеға һүрәтте төшөрөүҙе. Бында туҡыманың составына ҡарап сублимацион, термотрансферлы һәм DTF баҫма ҡулланыла. Атап үтелгән машиналарҙың һәр ҡайһыһы нисек эшләүен «яҙыусы десантҡа» ентекле күрһәттеләр һәм аңлаттылар.
Цехтан цехҡа күскәндә үҙенең тәүге тәьҫораттары менән блогер, кейем коллекциялары, биҙәүестәр һәм аксессуарҙар булдырыу менән профессиональ шөғөлләнгән Кристина Сәсәнбаева бүлеште. Ул кейем тегеү менән мауыға башлағас, һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен үҙләштереү өсөн лицейға тегенсе-бесеүсегә уҡырға инә. «Заспорт» фабрикаһында блогер барыһын да белгес ҡарашы менән баһаланы. Күргәндәре уны таң ҡалдырҙы:
- Мин үҙемдең мастерға барып, асыҡ дәрес уҙғарыуҙы һорай һәм студент ҡыҙҙарға «Заспорт» тураһында һөйләй алам. Эш шарттары, аҡса эшләү мөмкинлеге, социаль гарантиялар һәм хеҙмәткәрҙәргә мөнәсәбәт - был эш биреүсенең яңы философияһы.
Производствоға әйләнеп ҡайтайыҡ. Беҙ фабрикаға килтерелеүсе материалдар складына килдек. Әлбиттә, бөтә ҡунаҡтарҙы, фабрика изделиялары сифат буйынса Рәсәй баҙарынан киткән Европа һәм Америка брендтары менән көнәркәшлек итә аламы, тигән һорау борсой ине. Александр Жернов дәғүәһеҙ аргументтар килтерҙе:
- Материалдарҙың һәм тегеү сифаты өсөн борсолорға урын юҡ. Әйткәндәй, башланғыс этапта беҙгә килеүсе материалдарҙағы етешһеҙлектәр менән күңелһеҙ мәлдәр булды. Ул ваҡытта норматив документтар тәҡдиме буйынса туҡыма һайлап тикшерелә ине һәм браклы материал бесеүгә, һуңынан ағымға китеүе мөмкин ине. Ҡабаттан эшләү ауыр булды, күп ваҡыт сарыф ителде. Шунда беҙ өҫтәмә техник контроль бүлеге контролерҙарын ҡабул иттек, улар хәҙер 100 процентҡа материалдарҙы сортҡа айыра. Һәр туҡыма ентекле ҡарала, беҙ брак менән эшләй алмайбыҙ.
Шул мәлдә ҡапыл бөтә тегенселәр торҙо һәм сығып китте. Ҡунаҡтар делегацияһы аптырап ҡалды.
- Барыһы ла яҡшы, - тип йылмайҙы Александр Жернов. - Эшселәрҙең 15 минутлыҡ тәнәфесе. Шулай тейеш. Сәй эсеп алһындар йәки тәндәрен яҙҙырһындар. Цехта бер кемгә лә ҡалырға ярамай.
Салауат делегацияһының иң йәш вәкиле Милена Герасимова экскурсиянан хисләнеп йөрөнө. Ҡыҙ педагогия колледжы студенты, «Беҙҙең театр» йәштәр берекмәһе актрисаһы, ҡаланың йәштәр хакимиәте ағзаһы.
- Мин директорҙың үҙ эше менән яныуына һоҡланам. Ул производствоның үҙенсәлектәренә шул тиклем тәрән төшөнгән, хатта һәр машинаның төҙөлөшөн ентекле һөйләп сығырға әҙер. Профессионалдар тап шулай эшләй ҙә. Фабриканың кадрҙар бүлегендә сират булмауы ла аптырата. Таныштарым араһында көндөҙгө, төнгө сменаларҙа, өҫтәмә эш алып эшләүселәр бар, һөҙөмтәлә хеҙмәт хаҡтары ла юғары түгел. Ә бында автобус килтерә, алып ҡайта, төшкө ашты эш биреүсе түләй. Шул уҡ ваҡытта бында бик уңайлы бина: кондиционер, автономлы йылытыу, яҡшы вентиляция һәм яҡтылыҡ, - тип бүлеште Милена.
Салауат делегацияһы составына спорт йәмәғәтселеге вәкилдәре лә инде. Уларҙың береһе - Паралимпия чемпионы Андрей Николаевтың тренеры Фәнил Кирәйев.
- Мине етәксенең үҙ производствоһын энәһенән ебенә тиклем белеүе һоҡландырҙы. Ошонда тегелгән Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының формаһы бар миндә. Бөгөн юғары сифатҡа нисек ирешеүҙәрен күрҙем. “Заспорт”тың олимпия ғына түгел, ә Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһын да кейендерер, тип ышанам. Ошондай производствоның үҙебеҙҙә, Башҡортостанда эшләүе икеләтә ҡыуаныслы, - тип уртаҡлаша ул.
Форсаттан файҙаланып, беҙҙең чемпион Андрей Николаевтың киләсәккә пландары тураһында һораштыҡ.
- Әлегә эш циклына инәбеҙ. Киләһе паралимпия уйындарында Андрей реванш алырға уйлай. Әгәр ул барыһын да уҙырға теләй икән, мин һәр ваҡыт янында буласаҡмын һәм ярҙам итәсәкмен. Әлегә уның көсө бөтмәгән һәм запасы бар. Күнекмәләр башланды ла инде. Мартта Рәсәй чемпионатына барабыҙ, - тип яуап бирҙе Фәнил Кирәйев.
Салауаттағы билдәле йәмәғәтсе, профессиональ спортсы, дзюдоны һәм самбоны популярлаштырыусы Алик Хәбибуллин фабрикаға экскурсияға үҙенең улы Артемды ла алғайны. Егет көрәш менән профессиональ шөғөлләнә һәм Башҡортостандың йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап та өлгөргән.
- Миңә кейем моделдәре бик оҡшаны! Уңайлы, матур, сифатлы, - тип уртаҡлашты Артем Хәбибуллин.
- Производство биналарының таҙалығы һоҡландырҙы. Бөтә нимә тәриптә, матур. Моделдәр бик шәп, - тип улының һүҙен ҡеүәтләне Алик Хәбибуллин.
“Заспорт” фабрикаһына ҡабаттан әйләнеп ҡайтайыҡ. Брендтың үҙе 2013 йылдан ғәмәлдә, 2016 йылдан компания - Рәсәй олимпия комитетының рәсми партнеры. Фабрика “Алға” айырым иҡтисади зонаһы биләмәһендә 2021 йылда төҙөлә башлай. Ике йылдан һуң, 2023 йылда тантаналы асыла.
- Әле фабрикала бөтә төр туҡымаларҙы эшкәртеү өсөн 240 берәмек ҡорамал һанала. Баштан уҡ фабрика ике сменала эшләр тип фаразланғайны. Ул 500 эш урынына иҫәпләнгән. Әйткәндәй, әле фабрикала 45 кеше эшләй. Производствоның потенциалы ғәйәт ҙур.
Бөтә нимәне лә етештерә алабыҙ: фитнес менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән эске кейемдән III һәм IV климатик шарттарҙағы ауыр махсус кейемдәргә тиклем. Быларҙың барыһы ла төрлө декор менән. Һорау кадрҙарҙа ғына, - тип аңлатты Александр Жернов.
Бөгөнгө көнгә фабрикала Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан кешеләр эшләй. Ауылдарҙан “вахта ысулы” менән килгәндәр ҙә бар. Бындай форма шулай уҡ фабрикала ла ҡулланыла. “Вахтовиктар” төҙөкләндерелгән дөйөм ятаҡта йәшәй. Ул комплекстың икенсе ҡатында урынлашҡан.
- Яҡын-тирәләге ҡалаларҙағы мәшғүллек үҙәктәре базаһында “Заспорт” һәм “Аркада” өсөн уҡыу үҙәктәре булдырылған, унда теләгән һәр кем тегенсегә уҡып, әлеге предприятиеға эшкә килә ала. Тегенселәрҙең эш хаҡы эшкә ҡарап түләнә. Шуның өсөн хеҙмәт хаҡы ла төрлөсә. Бер нимә эшләмәй тик ултырғандар 20 мең, ә эшләгәндәр 60-65 меңгә тиклем ала. Шуны аныҡлап үтергә кәрәк, производствола һәр тегенсенең - үҙ бурысы, изделиены тегеүҙә бөтә тегенселәр ҡатнаша. Һәр ҡайһыһы 2-3 операция башҡара, артабан изделие киләһе мастерға күсә. Тегенселәр изделиены тулыһынса тегеп бөтмәй. Кейемдең фабрикала тегелеүе ошо була ла инде, - тип аңлатма бирә Александр Жернов.
Төп производствоны һәм комплекстың икенсе ҡатында урынлашҡан дөйөм ятаҡ менән танышҡан арала беҙ күрелгәндән ниндәй тәьҫораттар алыуы тураһында ҡала Советы депутаты Рафаэль Солтанғужиндан һораштыҡ. Производствола эш стажы ҙур булғанға күрә, ул эре производстволағы эштең бөтә нескәлектәрен делегацияның башҡа ағзаларына ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Уның фекере шуның менән дә әһәмиәтле булды:
- Әлбиттә, фабрика менән, беренсе сиратта, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн һайланған депутат булараҡ танышырға теләр инем. Эш шарттары һәм эш биреүсе беҙҙең ҡала халҡына ниндәй социаль гарантиялар биреүен белеү ҙә мөһим. Үҙ күҙҙәрем менән күргән нимәләр бик тәьҫирләндерҙе. Дөйөм ятаҡ, бушлай ашау, эшкә тиклем трансфер. Өҫтәүенә, тейешле социаль гарантиялар ғына түгел, ә өҫтәмә медицина страховкаһы ла бар. Бөтә эш биреүсе лә быға тәүәккәллек итә алмай. Был күп нимә тураһында һөйләй.
Айырым иҡтисади зонаның бөтә резиденттары кеүек үк, “Заспорт” фабрикаһы һалым льготаһына эйә. Төҙөлөш мәленә коммуникациялар: һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлгес, электр энергияһы, юл селтәрҙәре тәьмин ителгәйне. Уның урынына - яңы эш урындарын, һөҙөмтәлә тимәк, һалым һалыу базаһын булдырыу. Ә эш урындарының Европа кимәленә тап килеүе - заманса бизнестың яңы философияһы.
«Алға» махсус иҡтисади зонаһының «Заспорт» фабрикаһы буйынса видеоэкскурсиянан күп ҡыҙыҡлы нимәләр күрерһегеҙ, тип ышанабыҙ (төшөрөү, монтаж Надежда Фаррахова)
Сағыу фоторепортаж (фотограф Рөстәм Ғайнанов) производстволағы деталдәрҙе күрергә ярҙам итер.
Экскурсия - «Алға» - сәскә атыусы Башҡортостанға» Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормош тормошҡа ашырылыусы проекттың бер өлөшө.