Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
5 Ноябрь 2024, 11:05

Намыҫлы хеҙмәт абруйлы

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында - салауаттар Илдар Солтанов һәм Клара Решетова.

Намыҫлы хеҙмәт абруйлы
Намыҫлы хеҙмәт абруйлы

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һәм тармаҡ ветерандарына мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров өлкәләге мөһим ҡаҙаныштарҙы билдәләп үтте.
- Юл комплексы беҙҙең республика һәм ил өсөн үтә лә мөһим. Башҡортостан автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса - Рәсәйҙә икенсе урында. Юл селтәре милли һәм федераль проекттарҙа актив ҡатнашыу арҡаһында үҫешә һәм яңыра. Республикала тормошҡа ашырылған эре инфраструктур проекттар яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра, - тине төбәк башлығы.
Уңышлы ҡарарҙар араһында: 170 километр проблемалы юлдарҙың ремонтланыуы, 2019 йылдан тораҡ пунктарға муниципалитеттарға бүленгән аҡсаға ҡырсынташ һибелгән 2,6 мең километр юл, баҡса ширҡәттәренә алып барыусы юлдар рәтләнеүе, уларҙы ремонтлауға аҡса 2022 йылдан бүленә башланы.


Радий Хәбиров юлсыларҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамын, гуманитар ярҙамды алып барыуҙарын, яңы территорияларҙы тергеҙеү өсөн индергән өлөштәрен айырым билдәләп үтте.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» почетлы исеме «Башкиравтодор» йәмғиәте филиалы - Салауат юл ремонты-төҙөлөшө идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы Клара Решетоваға бирелде.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән «Башкиравтодор» йәмғиәте филиалы - Салауат юл ремонты-төҙөлөшө идаралығының производство буйынса начальник урынбаҫары Илдар Солтанов бүләкләнде.


- Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ - юғары оҫталыҡ һәм эш һөйөүсәнлек өлгөһө, һеҙгә, һис шикһеҙ беҙҙең йәштәр тигеҙләшергә тейеш. Һәр ҡайһығыҙ тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә була. Әммә хеҙмәтегеҙ тураһында башҡарған эшегеҙ, һалынған юлдарығыҙ һәм күперҙәрегеҙ һөйләй. Һәм, әлбиттә, бөгөн һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙгә рәхмәт белдерәм, - тип ҡотланы наградланыусыларҙы төбәк башлығы.


Фото Башҡортостан Республикаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: