газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
21 Июнь 2024, 15:05

Һаумы, «Алға»!

Салауат янында «Заспорт фабрикаһы» йәмғиәтендә Олимпиада йыйылма командалары өсөн экипировкалар тегелеүен беләһегеҙме? Шулай уҡ «Аркада ПО» йәмғиәте метрополитен һәм Рәсәй тимер юлы компанияһы өсөн махсус кейемдәр сығара. Күршелә генә «Дога» финанс төркөмөнөң Рәсәйҙә берҙән-бер уникаль технология буйынса углеводород газдарын хуш еҫле углеводородтарға эшкәртеү ҡоролмаһын төҙөүен дә күптәр тәүгә ишетәлер. Был барлыҡ сәнәғәт үҫешенә ошо биләмәлә «Алға» махсус иҡтисади зона булдырылыуы этәргес була.

Һаумы, «Алға»!
Һаумы, «Алға»!

«Алға»ның ыңғай яҡтары

2020 йылдың 27 майында Рәсәй Хөкүмәте «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ерҙәрендә «Алға» өсөн һәр ҡайһыһы үҙенсәлеге менән майҙансыҡтар бүленә.
- Яҡында эре «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы, Башҡортсода компанияһы урынлашҡан һәм был махсус иҡтисади зона резиденттары менән берләшеүгә алып бара, шуның өсөн «Алға»ның географияһы - төп плюстарҙың береһе, - тип аңлата «Алға» махсус иҡтисади зона идара итеү компанияһы директоры Артем Пензин.
- «Газпром нефтехим Салауат» компанияһының каталитик крекинг ҡоролмаһының өҫтәмә продукты - беҙҙең ҡоролма өсөн сеймал, беҙҙә ул патентланған технология буйынса ватан катализаторы менән хуш еҫләндереү процесын үтә. Һөҙөмтәлә хуш еҫле углеводородтар алабыҙ, - тип аңлата «Дога» финанс төркөмө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Иван Панкратов «Газпром нефтехим Салауат» сәнәғәт гиганты һәм «Алға» резиденты «Дога» финанс төркөмө бәйләнешен.
Икенсе мөһим плюс булып резиденттарҙың һалым преференциялары, аренданың файҙалы шарттары һәм ер участкаларын ташламалы һатып алыу, ирекле таможня зонаһы тора.
Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарҙы дәүләт ярҙамы менән тәьмин итеп, резидент статусы алыуға булышлыҡ итә.
Инвесторҙар өсөн тағы ла бер плюс - Башҡортостандың өс ҙур ҡалаһы (Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай) һәм был кадрҙар һорауын хәл итеүгә мөмкинлек бирә.
«Алға» махсус иҡтисади зонаһы Салауат ҡалаһы өсөн ниндәй йоғонто яһай һуң? Эйе, Салауат уның составында түгел, әммә уға бөтөнләй яҡын, ҡала халҡы реаль ваҡыт режимында күршелә генә эре фабрикалар ҡалҡып сығыуын күҙәтте.
Беҙ «Һаумы, Алға!» материалдар серияһын башлайбыҙ, унда «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, экология һорауҙарына иғтибар бирәсәкбеҙ, һәм, әлбиттә, «Алға» менән күрше булыуҙың ыңғай яҡтарын күрһәтәсәкбеҙ: эш урындары булдырылыуы, һөнәри яҡтан үҫеш мөмкинлектәре, халыҡтың ситкә китеү проблемаһын хәл итеү. Резиденттар бик файҙалы социаль һәм белем биреү программаларын да тормошҡа ашыра.
Шуныһы мөһим: махсус иҡтисади зона резиденты статусын алыу еңел түгел. Производствоның кешеләр һәм тәбиғәт өсөн максималь хәүефһеҙ икәнен иҫбатларға кәрәк.

Цифрҙар һәм факттар

763 га - «Алға» махсус иҡтисади зона майҙаны (2023 йылда унда Өфө индустриаль паркы территорияһы инде). Бөгөнгә 130 гектар майҙан буш.
«Алға» махсус иҡтисади зонала 22 резидент теркәлгән. Был химия, нефть химияһы, тегеү производствоһы, фармацевтика, аҙыҡ-түлек сәнәғәте. 2022 йылда беренселәрҙән булып «Аркада ПО» йәмғиәте эшләй, уҙған йылда «Заспорт фабрикаһы» үҙ продукцияларын сығара башланы.
64,9 млрд һум - күҙалланған инвестициялар күләме. 6 млрд һум йүнәлтелгән. Был төбәк иҡтисады үҫеше өсөн яҡшы стимул.
1 000 эш урыны булдырылған, бөтә резиденттарҙың сәнәғәт ҡеүәттәре эшләй башлағас, был һан 3 000-гә етәсәк.
Бер нисә йыл рәттән «Алға» - Рәсәй иҡтисади зоналарының инвестицион йәлеп итеү милли рейтингында лидерҙар иҫәбендә.

Рәсәй тимер юлы һәм метрополитен өсөн кейем

“Аркада” 2021 йылдың декабрендә үҙ эшен “Алға”ның беренсе резиденттары булараҡ башлай.
Бында Рәсәй тимер юлы, Газпром, метрополитен өсөн махсус кейем тегәләр. Штатҡаалынған 500 кеше фабрикала 4000 мең ҡышҡы һәм 6000 мең йәйге костюмдар, 5000 жилеттар тегә.
- “Аркада” хеҙмәткәрҙәре араһында Салауат, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары кешеләре бар. Компания хеҙмәткәрҙәре тураһында хәстәрлек күрә, транспорт бүлә, бушлай туҡланыу ойошторолған һәм дөйөм ятаҡ бирелә. Хеҙмәт хаҡы нисек эшләүгә ҡарап түләнә, - тип аңлата производство начальнигы Марина Дратова.
“Аркада”ның төп ҡеүәте - бирсәткәләр етештереү.
- Әле беҙ 12 төр бирсәктә сығарабыҙ, планда - тағы ла арттырыу. Төҫтәрен һәм бәйләү өсөн ептәрҙе заказсының теләге буйынса һайлайбыҙ, - тип һөйләй бирсәткә производствоһы начальнигы Сергей Сушков.
Был эшкә 20 кеше йәлеп ителгән. Бирсәткәләр 45 ярым автомат ҡорамалында бәйләнә. Бер бирсәткә өс минут тирәһендә әҙер була. Бында айына 200 000 мең бирсәткә әҙерләйҙәр.

Футболкаларҙан аляскаларға тиклем

«Заспорт фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә “Заспорт” бренды аҫтында спорт кейеме һәм профессиональ командалар өсөн экипировка тегәләр, махсус заказдар ҙа әҙерләйҙәр.
Фабрика 2023 йылдың 16 майында асыла, бында 102 кеше эшләй. Штат тулыһынса комплектланғанда йылына 562 мең әйбер етештерәсәктәр. Йәмғиәттә производство тулыһынса а в т о м а т л а ш т ы р ы л ғ а н , бында футболкаларҙан алып аляскаларға тиклем тегәләр.
Компанияла кадрҙарҙы һайлауға һәм уңайлы эш шарттарын булдырыуға бик яуаплы ҡарайҙар.
- “Заспорт” - эш урыны ғына түгел, ә алға ынтылырға, үҫешергә, яңы алымдар эҙләргә, сифатты яҡшыртырға мөмкинлек биреүсе йәшәү рәүеше лә. Беҙ һәр ваҡыт хеҙмәткәрҙәрҙең теләген иҫәпкә алабыҙ. Хеҙмәт хаҡы килешеү буйынса.
Планды арттырып үтәгәндәр 44 мең тирәһе ала, ә норманы үтәгәндәр - 30 меңгә тиклем, - тип һөйләй фабриканың башҡарма директоры Александр Жернов. - Башҡортостан беҙҙе партнерҙары кеүек ҡабул итте, төрлө өҫтөнлөктәр бирә, персоналды уҡытыуҙа ярҙам итә. Киләсәктә үҫешергә һәм алға ынтылырға, масштабтарҙы киңәйтергә ниәт итәбеҙ.

Берҙән-бер, үҙенсәлекле
2022 йылдың ноябрендә углеводород газдарын хуш еҫле углеводородтарға эшкәртеү буйынса үҙенсәлекле төҙөлөшкә рөхсәтте “Дога” финанс төркөмө ала, эштәр 2023 йылдың апрелендә башлана. Ҡорамалды сафҡа индереү 2025 йылға планлаштырылған.
- Был участкала, ысынлап та, Рәсәйҙәге берҙәнбер, үҙенсәлекле ҡорамал барлыҡҡа килә. Төҙөлөш барышында бары ватан предприятиелары ғына йәлеп ителде. Алынған продукцияны буяуҙар етештергәндә иреткес, торба үткәргестәрҙе йыуыу өсөн, төҙөлөш тармағында, сәнәғәттә, нефть химияһында файҙаланырға була, - тип һөйләй “Дога” финанс төркөмө йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Иван Панкратов.
Ҡорамалда 117 эш урыны булдырыласаҡ. Белгестәрҙең бер өлөшө төҙөлөшкә йәлеп ителгән дә инде.
- Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Себергә вахта менән йөрөп эшләгәндәрҙең күптәре беҙгә ҡайта. Химиктарҙың ысын династияһы йәшәгән Салауат менән Стәрлетамаҡ та эргәлә генә, - тип ышандыра Иван Панкратов.
Әлбиттә, салауаттарҙы иң борсоған мәсьәлә - ул экология. Кешеләр химия производствоһы тирә-яҡ мөхиттең торошона кире йоғонто яһар тип борсола.
- Күп һанлы экспертизалар, тикшереүҙәр, һөҙөмтәләрһеҙ беҙ предприятие төҙөргә һәм уны сафҡа индереүгә рөхсәт ала алмайбыҙ, - ти Иван Панкратов. - Предприятиеның район экологияһын һаҡлау йәһәтенән хәүефһеҙ буласаҡ, тип әйтергә мөмкинлек биргән бөтә документация, һөҙөмтәләр, дәлилдәр Наумовка ауыл Советы хакимиәте сайтында урынлаштырылған. Теләгән һәр кем мәғлүмәт менән таныша ала.

Проект реализуется за счет средств гранта Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: