газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
21 Июль 2023, 15:09

Таҙа һауа - үҙе дауа

19 июлдә ҡаланың йәмәғәтселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, ҡала Советы депутаттары, мәғариф учреждениелары, фән һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре “Газпром нефтехим Салауат” компанияһының производство майҙансығында булды. Майҙансыҡтар буйынса эко-турҙы генераль директорҙың производство буйынса урынбаҫары Азамат Хәбибуллин үткәрҙе. Һәр объектта производство начальниктары ҡоролмаларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Таҙа һауа - үҙе дауа
Таҙа һауа - үҙе дауа

19 июлдә ҡаланың йәмәғәтселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, ҡала Советы депутаттары, мәғариф учреждениелары, фән һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре “Газпром нефтехим Салауат” компанияһының производство майҙансығында булды. Майҙансыҡтар буйынса эко-турҙы генераль директорҙың производство буйынса урынбаҫары Азамат Хәбибуллин үткәрҙе. Һәр объектта производство начальниктары ҡоролмаларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Республика Башлығы менән осрашыу

18 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “РусГазДобыча” (“Газпром нефтехим Салауат” идарасы компанияһы) акционерҙар йәмғиәте генераль директорының власть
органдары, бүлендек һәм буйһоноулы йәмғиәттәр менән эш итеү буйынса урынбаҫары Виктор Будилов менән осрашыу үткәрҙе. Уның барышында “РусГазДобыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең - “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идарасы компанияһына яңы етәксе итеп ҡуйылған Сергей Кращук менән таныштырҙылар. Ике яҡ та шулай уҡ артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Шулай уҡ йәмғиәттең 75 йыллығына әҙерлеккә, салауаттар өсөн медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреү мәсьәләләренә иғтибар бүленде. - “Газпром нефтехим Салауат” - беҙҙең сәнәғәт маяҡтарының береһе. Уға тармаҡ буйынса юғары белдеклелеккә эйә һөнәрмән идара итәсәген күреү ҡыуаныслы. Үҙ яғыбыҙҙан беҙ йоғонтоло хеҙмәттәшлеккә һәм берлектәге эштең көнүҙәк мәсьәләләрен даими тикшереп барырға әҙербеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
- Заводтың эше һәм уның социаль объекттары менән таныштым да инде. Продукцияны сығарыу буйынса технологик проблемалар юҡ. “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең үҫеше, шул иҫәптә яңы экологик көкөрт
етештереү производствоһын төҙөү буйынса ла инвестицион пландарҙы башҡарырға ниәтләйбеҙ, - тип вәғәҙәләне Сергей Кращук.

“Акрил Салауат”
Экскурсия беҙҙең илдәге акрил кислотаһын һәм бутилакрилат етештереү буйынса иң эре заводтан башланды. Ул 2017 йылдың декабрендә сафҡа индерелгәйне. Заманса технологияларҙы ҡулланыу экологик яҡтан хәүефһеҙ производство булдырырға мөмкинлек бирә.
- “Акрил Салауат” производствоһы акрил кислотаһын етештереү өсөн тәғәйенләнгән. Производство япон компанияһы тарафынан проектланған, экологик яҡтан таҙа, - ти “Акрил Салауат” йәмғиәтенең баш инженеры
Михаил Теплов.

Техник көкөрт етештереү
Киләһе пункт техник көкөрт производствоһы ҡулайламаһын төҙөү майҙансығы булды. Компанияның был проекты сәнәғәт производствоһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеүгә йүнәлтелгән һәм Башҡортостан
Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттар исемлегенә индерелгән. Яңы производство каталитик крекинг комплексын файҙаланыуға тапшырылғандан һәм гидротаҙартыу ҡоролмалары яңыртылғандан һуң барлыҡҡа килгән көкөрт-водородтың өҫтәмә күләмдәрен бөтөрөргә мөмкинлек бирә.
- Беҙ атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән техник көкөрт производствоһы буйынса ҡоролма  төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта эшләтеп ебәреү буйынса эштәр бара, - тине нефть эшкәртеү заводының
производство начальнигы Дмитрий Сорокин.
Каткрекинг
Артабан матбуғат турында ҡатнашыусылар 2021 йылда файҙаланыуға тапшырылған каталитик крекинг комплексында булды. Ул  вакуумлы газойлде эшкәртеү өсөн һәм тауар бензинының юғары октанлы  компонентын алыу өсөн тәғәйенләнә. Яңы комплекс бысратыусы матдәләр сығарыу күләмен йылына 318,5 тоннаға тиклем кәметергә мөмкинлек бирә. 
- Был комплекс нефть беренсел эшкәртелгән ҡоролманың ҡалған компоненттарын юғарыраҡ компонентлы мотор яғыулығына әйләндереү өсөн тәғәйенләнгән, - тип хәбәр итте каталитик крекинг комплексының смена начальнигы.

Резервуар парк
Эко-тур реконструкцияланған 10/32 резервуар паркына барыу менән тамамланды. Ул үҙенә 10-сы каталитик крекинг цехы һәм каткрекингтың яңы комплексы ҡоролмалары сеймалдарын ҡабул итеү, әҙерләү һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Яңы резервуар паркын сафҡа индереү менән бысратыусы матдәләр күләме 20 тапҡырға кәметелгән. 
- Бында элек клапанлы ябай асыҡ резервуарҙар тора ине. Ә хәҙер икенсе схемаға күстек, - ти Азамат Хәбибуллин.
2016 - 2020 йылдарҙа 16 яңы резервуарҙар сафҡа индерелгән. Әлеге ваҡытта программа сиктәрендә тағы дүрт ҙур резервуарҙарҙы монтажлау  бара.
Йомғаҡ яһап
12 апрелдә Өфөлә Экологик форум сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте, Башҡортостан сода компанияһы араһында һауаға бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү, 2025 йылға тиклем атмосфера һауаһына бысратыусы матдәләр сығарыуҙы автоматик рәүештә контролдә тотоу системаларын ҡуйыу, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында атмосфера  һауаһы сифатын күҙәтеү системаһын үҫтереү саралары тураһында
килешеүҙәргә ҡул ҡуйылғайны.
- Яҙын беҙҙең предприятие дәүләт һәм күҙәтселек органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында дүрт яҡлы килешеү төҙөнө. Унда атмосфера һауаһын бысратыусы матдәләр күләмен кәметеү буйынса 2030 - 2031 йылдарға предприятие башҡарырға тейешле 11 сара ҡаралғайны. Был сараларҙа беҙ экологик мөхит күрһәткестәрен  яҡшыртыуҙы билдәләнек. Инвестиция- ларҙың дөйөм күләме 17 млрд һум тәшкил итте, - тип һығымта яһаны Азамат Хәбибуллин.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.


Автор:Дина Галеева
Читайте нас: