Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
3 Декабрь 2022, 11:00

Бик кәрәкле һөнәр эйәһе

“Салауатбыяла” йәмғиәтенең йылылыҡ менән тәьмин итеү участкаһы операторы Надежда Иркәбаева тәжрибәле остаз булып тора.

Бик кәрәкле һөнәр эйәһе
Бик кәрәкле һөнәр эйәһе

“Салауатбыяла” йәмғиәтенең йылылыҡ менән тәьмин итеү участкаһы операторы Надежда Иркәбаева тәжрибәле остаз булып тора.

- Һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ нимәнән башланды?
- 19-сы училищела аппаратсыға уҡыным, өс йыл катализаторҙар заводында эшләнем. 1988 йылда быяла заводына урынлаштым һәм һөнәрем буйынса дүрт йыл эшләнем. Ваҡыт үтеү менән оператор һөнәрен үҙләштерге килде һәм 1994 йылдан хеҙмәт юлым ошо йүнәлеш буйынса бара.
- Оператор эше нимәнән ғибәрәт?
- Беҙ йылылыҡ һәм эҫе һыу әҙерләп сығарабыҙ һәм уларҙы цехтарға ебәрәбеҙ, шулай уҡ завод ихтыяждарына пар йүнәлтәбеҙ. Йылыһыҙ кешеләр эшләй алмай, шуның өсөн беҙҙең һөнәр бик кәрәкле, тип иҫәпләйем һәм ул миңә бик оҡшай. Бөтә күрһәткестәрҙе приборҙар аша күҙәтәбеҙ, тейешле параметрҙарҙы һәм температураны һаҡлайбыҙ. Беҙҙең эш тәүлек әйләнәһенә, сөнки завод та өҙлөкһөҙ эшләй бит. Бынан тыш, ҡаҙандарҙы, бойлерҙарҙы, насостарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, кәрәкле көсөргәнеш бирәбеҙ, сығымдарҙы күҙәтәбеҙ.
- Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик күп ҡырлы.
- Эйе, тимер менән дә, компьютерҙағы төрлө программалар менән дә эшләйбеҙ. Эшебеҙ сменалы: ике көн иртәндән, ял, ике көн төндә, “йоҡо туйҙырыу” һәм ике көн ял. Был режимда эшләү ҡыйын түгел, беҙ өйрәндек.
- Участка тураһында һөйләгеҙ әле.
- Беҙҙең ҡаҙанлыҡты 1974-1976 йылдарҙа төҙөгәндәр. Әлеге кеүек заманса булмай ул. Яңы етәксе булып Руслан Кушаев килгәс үҙгәрештәр башлана, йышлыҡты үлсәгестәр ҡуйыла, улар операторҙарҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйтә, иҫке насостар һәм двигателдәр алыштырыла, пар ҡаҙандарында яңы көйләгестәр ҡуйыла, автоматика яйға һалына. Бынан тыш, иҫке операторҙар бүлмәһендә ремонт эшләнеп тауыш бөтөрөлдө, батареялар алыштырылылды. Беҙҙең производство күпкә автоматлаштырылған.
- Дуҫ команда эшләүендә лә шик юҡ.
- Йылылыҡ менән тәьмин итеү участкаһында 40 кеше хеҙмәт итә, улар араһында операторҙар, аппаратсылар, электриктар, слесарҙар һәм мастерҙар. Ысынлап та, дуҫ һәм татыу команда. Арабыҙҙа йәштәр күбәйһә лә, коллектив берҙәм, йәштәрҙе беҙ өйрәтәбеҙ.
- Һеҙ - остаз. Был почетлы исем ҡасан бирелде?
- Миңә хатта “Остаз” тигән махсус билдә бирҙеләр. Ете йыл тирәһе йылылыҡ менән тәьмин итеү участкаһының остаздары иҫәбендәмен. Кешеләр килә һәм минең ҡул аҫтында стажировка үтә. Дөйөм алғанда, 15-ләп кешене һөнәренә өйрәткәмендер, уларҙың ҡайһы берҙәре тороп ҡалды һәм предприятиела эшләп йөрөйҙәр.
- Һеҙҙең участкала бер үҙенсәлеккә иғтибар иттек, күп ҡоролмалар араһында үҫемлектәр урын алған.
- Гөлдәр үҫтереү йолаһы беҙгә ветерандарҙан күсте. Улар хаҡлы ялға киткәс , беҙ уларҙың башланғыстарын һаҡларға тырышабыҙ һәм үҙебеҙ ҙә сәскәләр үҫтерәбеҙ. Бында фиалкалар, гибискустар, герандар һәм башҡа төрлө гөлдәр бар. Улар эш урынына йәм өҫтәй, күңелде күтәрә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ҡатын-ҡыҙ. Гөлдәрҙең күп булыуын бәлки шуның менән дә аңлатырға мөмкиндер.
- Моғайын, өйөгөҙҙә лә гөлдәр күптер.
- Әлбиттә, өйҙә гөлдәр, баҡсамда сәскәләр үҫтерергә яратам. Эштән тыш мин емеш-еләк йыйыуҙы һәм бәйләүҙе үҙ итәм. Свитерҙар, шапкалар, бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләйем. Был мауығыуым бала саҡтан килә. Мин Мәләүез районының Варварино ауылынан, унда тәбиғәт бик матур. Салауатҡа 1984 йылда күсенеп килдем. Шул ваҡыттан Салауат минең тыуған ҡалама әйләнде.
- Ҡала ғына түгел, шулай уҡ һеҙ 34 йыл буйына хеҙмәт иткән предприятие ла күңелегеҙгә яҡындыр. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ төрлө наградалар менән дә билдәләнгәндәрҙер.
- “Остаз” билдәһен алғандан һуң минең фото Почет таҡтаһына ҡуйылды. Бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләндем. Эш барышында тәүҙә өсөнсө разряд, бер йылдан дүртенсе һәм ун йылдан һуң бишенсе разряд алдым. Һуңынан мине смена буйынса өлкәне итеп тәғәйенләнеләр.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: