газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
28 Ноябрь 2022, 10:05

“Салауатбыяла” үҫеш юлында

Быйыл быяла һәм быяла изделияларын етештереүсе, тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән ҡулланған иң эре предприятиеларҙың береһе - “Салауатбыяла” йәмғиәте 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

“Салауатбыяла” үҫеш юлында
“Салауатбыяла” үҫеш юлында

Быйыл быяла һәм быяла изделияларын етештереүсе, тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән ҡулланған иң эре предприятиеларҙың береһе - “Салауатбыяла” йәмғиәте 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Яңы производство тураһында рәсми мәғлүмәт “Ленинский путь” гәзитендә 1960 йылдың 23 февралендә баҫылып сыға. Тап ошо көндәрҙә буласаҡ техник быяла заводы төҙөүгә тип билдәләнгән 60 гектарҙа ер эштәре башлана. Июндә төҙөлөүсе завод дирекцияһы эшләй башлай. 11 октябрҙә Саратов техник быяла заводынан күсерелгән Юрий Сескутов директор итеп тәғәйенләнә. Ул бөтә төҙөлөш эштәрен күҙәтеү аҫтында тота.
1962 йылдың 30 июле Салауат техник быяла заводының тыуған көнө, был көндө тәүге продукция - штапель быяла сүсе сығарыла. 1963 йылдың авгусында ҡеүәте йылына 9 млн квадрат метр быяла сығарыуға иҫәпләнгән тәҙрә быялаһы етештереү цехы сафҡа индерелә. Октябрь айында тәүге быяла плиткаһы сығарыла. 1964 йылдың июнендә Салауатта витрина табаҡлы быяла, декабрҙә йылына 200 мең квадрат метр ҡеүәт менән полировкаланмаған сыныҡҡан быяланы һәм йылына 50 мең тонна натрий силикатын етештерелә башлай.
70-се, 80-се йылдарҙа быяласылар алға киткән технологиялар һәм техника килеменә инвестициялар һалыуҙы, фән һәм донъя быяла сәнәғәте тәҡдим иткәндәрҙән иң яҡшыһын алыуҙы ҡағиҙә итеп ала. Шуға күрә үҫеш темптары ла юғары була. 1969 йылдың апрелендә арматурланған табаҡлы быяла, 1970 йылдың июлендә көҙгө изделиелары, 1972 йылдың мартында бөгөлгән сыныҡҡан быяла, 1973 йылда АТМ-1 маркаһындағы йылылыҡты һәм тауыштан һаҡлаусы материалдар, 1974 йылда сортлы һауыт-һаба етештерелә башлай. Шул уҡ йылда быяланы ике стадияла формалаштырыу линия монтажлана һәм 1975 йылдың сентябрендә сафҡа инә. 1975 йылдың ғинуарында термос, 1976 йылда стакандар, 1977 йылда елемләнгән быяла пакеттары сығарыла башлай, 1978 йылдың апрелендә мозаикалы плитка производствоһының икенсе сираты һәм 1978 йылдың декабрендә АТМ-2 линияһы эшләтеп ебәрелә.
Быялаға ҡурғаш окисе өҫтәп сифатын яҡшыртыу идеяһы инглиздәрҙән килә, тап шулай гәлсәр барлыҡҡа килә. Салауатта гәлсәр изделияларҙың тәжрибә өлгөләре 1978 йылдың октябрендә алына, ә декабрҙә быяла шариктары участкаһында гәлсәр әйберҙәр производствоһы сафҡа инә.
1981 йылдың ғинуары күп ҡатлы быяла (триплекс) етештерелә башлай. Уны ныҡлығы буйынса ҡаты әйбәрҙәр менән сағыштырырлыҡ.
1993 йылда “Салауатбыяла” етештереү берекмәһе асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте булараҡ теркәлә. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, быяласылар ҡалала беренселәрҙән булып предприятие мөлкәтен приватизациялай. Әммә тап 90-сы йылдар башы завод тарихында иң ауырҙарҙан була. 1996 йылда производство 65 процентҡа тиклем төшә. Шулай ҙа 1998 йылдың июнендә быяла һауыттар производствоһы төҙөлөп сафҡа индерелә.
Предприятиела көрсөктән сығыуға булышлыҡ итеүсе, ижади активлыҡты күтәреүсе, хужалыҡ эшмәкәрлегендә бизнес-процестарҙы оптималләштереүсе саралар әҙерләнә. Уларҙың барыһы ла 1999 йылдың бизнес планына индерелә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 9 инициатив төркөм һәм стратегик үҫеш советы төҙөлә. Йыл аҙағына завод реформаланыусы предприятиелар реестрына индерелә. Был ваҡытта реформалауҙың еңел булмаған ысулы һайлана, йәғни рентабель булмаған цехтар һәм производстволар ябылмай,хеҙмәткәрҙәр һаны ҡыҫҡартылмай, социаль проекттарҙан баш тартылмай. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, 60 йыл дауамында компания хеҙмәткәрҙәре һәм ҡала халҡы өсөн социаль программаларҙы тормошҡа ашыра. “Салауатбыяла”ның территориаль профсоюз ойошмаһы актив эш алып бара, унда хеҙмәткәрҙәрҙең 95 проценты ингән.
Йәмғиәткә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, быяла һауыт сығарыуҙың икенсе сиратын төҙөү өсөн һалым инвестицион кредиты бүленә. 2000 йылдың сентябрендә ошо линия тулы ҡеүәткә эшләтеп ебәрелә. 2000 йылда инде финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге күрһәткестәрендә ыңғай тенденциялар күҙәтелә, банкротлыҡты урап үтеп, һатыу баҙары һаҡлап алып ҡалына.
Яңы мең йыллыҡҡа “Салауатбыяла” ышаныслы аҙымдар, инвестицион эшмәкәрлеген әүҙемләштереп аяҡ баҫа. Быяла һауыт - Европа сифатындағы шешәләр производствоһының беренсе сираты төҙөлә һәм сафҡа индерелә. Быяла төргәк етештереү буйынса Австрия технологик линия һатып алып монтажлана. Заводта көҙгө участкаһы техник яҡтан яңыртыла, шыйыҡ быяла производствоһы эшләтеп ебәрелә. Үҙенсәлекле немец технологияһын ҡулланып автомобиль, төҙөлөш түбән эмиссиялы быяла производствоһын ойоштороуҙың ҙур күләмле проекты тормошҡа ашырыла, табаҡлы быяла производствоһын ике цехы төҙөкләндерелә. Быяла ҡайнатыу мейестәре һәм ҡоролмалары төҙөкләндерелә.
2020 йылда “Салауатбыяла” йәмғиәтендә үҙҙәренең термополировкаланған быяла нигеҙендә юғары сифатлы һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ көҙгө сығарыу буйынса яңы производство линияһы эшләй башлай. Салауат ҡалаһы заводы сығарған көҙгө ошо өлкәләге лидерҙар продукцияһынан һис тә ҡалышмай. Ул мебель, интерьер элементтары яһалғанда, шудай уҡ автотранспортта ҡулланыла.
Юбилейлы йылда предприятие яңы битте аса - төҙөкләндерелгәндән һуң 6-сы линия эшләй башлай. Был ысынлап та мөһим ваҡиға, сөнки уға тиклем бик ҙур күләмдә эш башҡарыла.
16,5 йыл хеҙмәт иткән быяла ҡайнатыу мейесе төҙөкләндерелә. Уның ҡайнатыу өлөшө ҙурайтыла, был етештереүсәнлекте 50 мең тоннаға арттырырға мөмкинлек бирә. Газ ҡоролмаһы яңыртыла, яндырыу өсөн һауа ебәреү системаһы алыштырыла. 8 500-гә яҡын утҡа сыҙамлы материал һәм быяла ҡайнатыу мейсенең 500 тонна метал конструкциялары алыштырыла. Яңы ҡорамалдар ҙа ҡуйыла.
Киҫеү һәм төрөү линияһында дефектты бөтөрөүгә мөмкинлек биреүсе механизмдар монтажлана.
Шуныһы ла ҡыуандыра, бөтә планлаштырылған эштәрҙе атҡарып сығыуға санкциялар ҙа ҡамасаулыҡ тыуҙырмай.
“Салауатбыяла” йәмғиәте үҫеш юлында һәм унда йөҙәрләгән кеше хеҙмәт итә. 60 йыллыҡ юбилей яңы офоҡтар яулау юлында бер аҙым булһын, предприятие яңы пландар ҡороп, уларҙы тормошҡа ашырһын.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: