газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
28 Август 2022, 10:00

Ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй

“Салауатбыяла” йәмғиәтендә предприятиеның һөҙөмтәле, тотороҡло эшен тәьмин итеүсе намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр бихисап. Контроль һәм сифат буйынса директор Юрий Савиновтың хеҙмәт стажы - 40 йыл.

Ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй
Ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй

“Салауатбыяла” йәмғиәтендә предприятиеның һөҙөмтәле, тотороҡло эшен тәьмин итеүсе намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр бихисап. Контроль һәм сифат буйынса директор Юрий Савиновтың хеҙмәт стажы - 40 йыл.

- Быяла заводында һеҙҙең хеҙмәт юлы нисек башланды?
- Минең ҡарт олатайым быяла эше оҫтаһы булған. Атайым менән әсәйем дә ҡасандыр Красноусольскта эшләп килгән быяла заводында хеҙмәт итәләр. Салауатҡа күскәс, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо тармаҡта эшләүҙәрен дауам итәләр. Мин дә ата-әсәйемдең кәңәше буйынса быяла заводына эләктем. Минең тормош иптәшем дә пенсияға сыҡҡансы ошонда эшләне. Быйыл сентябрҙә минең Владимир политехник институтын тамамлап эшкә килеүемә 40 йыл була.
- Һеҙҙең хеҙмәт юлы нисек үҫеште?
- Совет заманында йәш белгестәр предприятиеға килгәс мастер булып башлай. Мин дә тәүҙә мастер, артабан өлкән мастер, һуңынан технология буйынса цех начальнигы урынбаҫары һәм цех начальнигы булдым. Оҙаҡ ҡына йылдар производство бүлеге начальнигы вазифаһын үтәнем. Производство буйынса директор урынбаҫары, һуңынан директор ҙа булдым. Әлеге ваҡытта контроль һәм сифат буйынса директормын.
- Һеҙҙең бурысҡа нимә инә?
- Сифат менеджменты системаһын ойоштороу, үҫтереү, һаҡсыл производство методикаһын үҙләштереү менән шөғөлләнәм. Шулай уҡ минең бурысҡа йәмғиәттәге производство мәҙәниәтен ойоштороу ҙа инә. Беҙ шулай уҡ предприятие территорияһында һәм эске биналарҙа тәртип тотоу менән шөғөлләнгән аутсорсерҙар менән эш алып барабыҙ.
Ҡарамаҡта өс структура: производство һәм һынау лабораторияһы, административ-хужалыҡ бүлеге һәм сифат менән идара итеү бүлеге. Дөйөм алғанда - 45 хеҙмәткәр.
- Нимә ул һаҡсыл производство?
- Ағымдағы процестарҙың һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу өсөн һаҡсыл производство методикаһын индереү ҡарар ителгән. Биш йыл ошо йүнәлештә эшләү осоронда беҙ персоналды уҡыттыҡ, саралар әҙерләп, пилот проекттары ярҙамында методикаларҙы үҙләштереүгә булышлыҡ иттек. Әлеге ваҡытҡа 5S (эш урынында тәртип булдырыу), ТРМ (ҡоролманы дөйөм хеҙмәтләндереү), SMED (тиҙ төҙәтеү), VSM (ҡиммәтле нимәләрҙе булдырыу ағымын картаға төшөрөү) методикалары индерелде, уларҙың барыһы ла эшмәкәрлекте яҡшыртырға, сығымдарҙы оптималләштерергә ярҙам итә. Беҙ халыҡ-ара стандарт талаптарына ярашлы сертификацияланғанбыҙ. Көҙөн системаларҙың талаптарға яраҡлылығына аудит була.
- Тикшереүгә әҙерһегеҙме?
- Эйе, был беҙҙең көндәлек эш: йөрөйбеҙ, ҡарайбыҙ, һөйләшәбеҙ, күрһәтәбеҙ, фекер алышабыҙ, анализ яһайбыҙ, отчеттар төҙөйбеҙ, мәғлүмәттәр әҙерләйбеҙ. Аудиттар өс йыл һайын ниндәй үҫеш барлығын тикшерә, әгәр эшмәкәрлегеҙҙе яҡшыртыуыбыҙҙы күрһәләр, ыңғай баһа ҡуйып, сертификатты оҙайталар. Әйткәндәй, беҙҙең үҙебеҙҙең йәмғиәтте үҫтереү программаһы бар.
- Моғайын, һеҙгә үҙегеҙҙе башҡа өлкәлә эшләүегеҙҙе күҙ алдына ла килтереүе лә ҡыйындыр.
- Мин “Салауатбыяла” предприятиеһында 40 йыл эшләнем һәм был минең тормош. “Салауатбыяла” кеүек үҙ йолалары булған предприятиелар юҡ тиерлек. Беҙҙең үҙебеҙҙең менталитет, ниндәйҙер һорауҙарҙы хәл итеүгә айырым ҡараш, предприятиеға һәм эшкә айырым мөнәсәбәт.
- 40 йыл эсендә предприятие нисек үҙгәрҙе?
- Кешеләр улар йәшәгән осорҙағы технологик кимәлдә йәшәй һәм эшләй. Мин элекке технологияларҙы һәм әлегеләрен күрҙем - уларҙы сағыштырырлыҡ түгел. Эш принцибы элеккесә ҡалһа ла, технологик кимәл, уның менән бергә материалдар, ҡорамалдар автоматлаштырыу кимәле лә үҙгәрә. “Салауатбыяла” спецификаһы буйынса үҫешмәй тора алмай, сөнки беҙҙең тармаҡ технологиялары ла яҡшыра. Әгәр былар эшләнмәһә, предприятие артта ҡаласаҡ һәм эшләүҙән туҡтауы ла ихтимал. Мәҫәлән, билдәле бер арауыҡтан мейестәргә капиталь ремонт уҙғарылырға тейеш, тап шул ваҡытта эш кимәлен яҡшыртыусы шарттар индерелә.
- Предприятиела юғары класлы белгестәр эшләйҙер.
- Бөгөнгө көнгә “Салауатбыяла”ның үҫеше юғары кимәлдә һәм быға яңы технологиялар ярҙамында ғына түгел, шулай уҡ предприятиеның хеҙмәткәрҙәренә арҡаһында ла ирешелде. Һәр белгес йәмғиәттә мөһим. Заводта яҡшы белгестәр эшләй. Инженер һәм дөйөм йүнәлештәге һөнәр эйәләре бар, шулай ҙа уларҙың һәр береһе быяла тармағы килеү менән тейешле оҫталыҡ, тәжрибә туплай. Был беҙҙең именлеккә булышлыҡ итә, шуға күрә хеҙмәт етештереүсәнлеге күпләтә артты.
Физик хеҙмәт технологик персонал эшенән бөтөнләй китте тиерлек. Элек әгәр өҫтәлдән быяланы ҡул менән алһалар, хәҙер был процес тулыһынса автоматлаштырылған.
Әйткәндәй, заводҡа Белгород, Казан институттарын, ӨДНТУ һәм ӨДАТУ-ны тамамлаусы йәш белгестәр килә.
- Эштән тыш мауығыуҙарығыҙ ҙа барҙыр.
- Һунарға йөрөргә ярата инем. Уға бәйле тағы бер мауығыу барлыҡҡа килде, 2000 йылдарҙан алып бик күп атлап йөрөй башланым. Әлеге ваҡытта, эштәген дә иҫәпкә алғанда, көнөнә 12 км араны үтәм. Хатта Юлдашҡа табан үҙемдең йәйәүләп йөрөй торған һуҡмағым да бар. Ҡышҡыһын инде аҙнаһына бер-ике тапҡыр саңғыға баҫам.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: