Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
18 Август 2022, 17:50

Заманса асфальт-бетон заводы

Федераль, төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҙур тәжрибәле республиканың юл төҙөлөшө системаһының алдынғы компанияларының береһе “БашАльянсТөҙөлөш” ойошмаһы Салауатта “Superpave” технологияһы буйынса иң яҡшы файҙаланыу характеристикаһына эйә булған асфальт-бетон япмаһы етештереү буйынса завод асты.

“БашАльянсТөҙөлөш” заводы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған һәм экологик талаптарға яуап биргән алдынғы технологияларҙы ҡуллана. “Сығарып ташланған ҡалдыҡтар минималь”, - тип ышандыралар компанияла.
Бер сәғәт эсендә “БашАльянсТөҙөлөш” заводында 100 тонна асфальт әҙерләнә. Һигеҙ сәғәтлек эш көнө дауамында етештерелгән күләм 5 мең квадрат метр юлды асфальтларға етә.
Заводтың юғары етештереүсәнлеге юл төҙөлөшө һәм ремонт эштәре өсөн сифатлы асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән тотороҡһоҙ тәьмин итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Шуныһы ла ҡыуаныслы, завод асылыуы арҡаһында 12 яңы эш урыны ла барлыҡҡа килгән.
- Бизнес вәкилдәрен һәм үҙ эшен асырға теләүселрҙе беҙҙең “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”ндә ҡатнашырға саҡырам. Һәр ҡайһыһы менән шәхсән эшләргә һәм мөмкин булғанса ярҙам итергә әҙербеҙ. Беҙҙең ҡалаға көслө һәм тотороҡло эшләүсе кесе һәм ҙур предприятиелар кәрәк, - тип билдәләне ҡала хаикмиәте башлығы Игорь Миронов күсмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” сиктәрендә заводҡа барғанда.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Superpave технологияһы тәүгә 2019 йылда Салауаттың “Битум Төркөм” йәмғиәте тарафынан үҙләштерелә. Белгестәр яңы технологияны “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Калинин урамындағы Ленин урамынан алып Островский урамы киҫелешенә һәм Островский урамынан алып Губкин урамы киҫелешенә тиклемге юлды ремонтлағанда ҡулланды.

Фото Игорь Мироновтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: