газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
11 Июль 2022, 10:15

Эшсе һөнәрҙәрҙең иң яҡшы вәкилдәре

Салауаттың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсының зональ этабында сығыш яһаны.

Эшсе һөнәрҙәрҙең иң яҡшы вәкилдәре
Эшсе һөнәрҙәрҙең иң яҡшы вәкилдәре

Салауаттың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсының зональ этабында сығыш яһаны.
Бәйге Күмертау ҡалаһында үтте. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исемен яулау һәм республика конкурсының финалында үҙ көсөн һынап ҡарау хоҡуғын алыу өсөн Күмертау, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең ҡала данын 8 кеше яҡланы.
Ярыш күптән үткәрелеп килә һәм уның маҡсаты - эшсе һөнәрҙәргә иғтибар йәлеп итеү, уларҙың абруйын күтәреү, алдынғы тәжрибәне таратыу.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Салауат оҫталары ла призлы урындар яулай һәм улар августа Өфөлә үтәсәк республика финалына юлланасаҡ.
“Парлы һәм һыуҙы йылытыу ҡаҙандары операторы” номинацияһында БашРТС-Стәрлетамаҡ йәмғиәтенең Салауат участкаһынан Дмитрий Рыбчинский еңеү яулай. Ике кеше икенсе урынға лайыҡ була: “Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса мастер” номинацияһында “Ҡаттар” идара итеүсе компанияһы мастеры Ольга Сорокина һәм “Электрик” номинацияһында “Торлаҡ-коммуналь заказсы” йәмғиәтенең электригы Дамир Абдуллин.
Ҡалабыҙҙың тағы ла ике вәкиле өсөнсө урынға сыға. “ТРОС” идара итеүсе компанияның слесарь-сантехнигы Рәфил Насиров “Слесарь-сантехник” номинацияһында һәм “Салауат һыу каналы” предприятиһынан Геннадий Ляльков “Тракторист” номинацияһында уңышҡа өлгәшә. Әйткәндәй, Геннадий Ляльков “Династияны дауам итеүе өсөн” диплом менә бүләкләнә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: