газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
4 Май 2022, 10:50

Белгән беләкле, оло теләкле

“Салауат һыу каналы”нда Бөтә донъя хеҙмәт һағы көнө уңайынан конкурс уҙҙы.

Белгән беләкле, оло теләкле
Белгән беләкле, оло теләкле

“Салауат һыу каналы”нда Бөтә донъя хеҙмәт һағы көнө уңайынан конкурс уҙҙы.

Иң башта предприятиеның хеҙмәт һағы, сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек хеҙмәтенең эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Унда билдәләүенсә, былтыр инженер-техник хеҙмәткрәҙәрҙән - 158, эшсе һөнәр эйәләренән 228 кеше хеҙмәт һағы буйынса белемен камиллаштырған. Предприятие хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә медицина тикшереүе үтә. Хеҙмәт белгестәре төрлө семинарҙарҙа, һөнәри конкурстарҙа актив ҡатнаша. Хеҙмәт начальнигы Елена Тучкина 2021 йылда хеҙмәт һағы буйынса иң яҡшы белгес тип билдәләнә, шулай уҡ Юрий Волков, Анна Сосновская иң яҡшы белгестәр иҫәбендә. “Салауат һыу каналы” 2021 йылда “Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында “Производство өлкәһендә производство йәрәхәтләнеүен һәм һөнәри ауырыуҙарҙы кәметеү” номинацияһында почетлы 1-се урынға лайыҡ булған.
Һуңынан конкурс программаһы башланды. Ярышта 5 команда: һыу менән тәьмин итеү цехы, автотрактор техникаһын файҙаланыу һәм ремонтлау участогы, лаборатория, һыу бүлеү цехы, электр ҡоролмаларын файҙаланыу һәм ремонтлау участогы вәкилдәре ҡатнашты. Улар өсөн бәйгенең төрлө этаптары әҙерләнгәйне, командалар теоретик һәм практик белемдәрен, шул уҡ ваҡытта берҙәмлектәрен күрһәтә алды.
- 28 апрелдә бөтә ил буйынса Хеҙмәт һағы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең предприятиела ун йылдан ашыу ошо конкурс уҙғарыла. Унда һәр ваҡыт төрлө цехтарҙан структур бүлексәләр ҡатнаша. Командаға начальник йә мастер һәм ике хеҙмәткәр инә. Конкурста теория ла, практика ла һәм еңел формала имтихан һорауҙары ла ҡулланыла. Конкурс һөҙөмтәһендә барыһы ла дипломдар менән бүләкләнә, - тип һөйләй предприятиеның хеҙмәт һағы хеҙмәте начальнигы Елена Тучкина.
Жюри бәйгегә йомғаҡ яһаған арала лаборатория командаһы капитаны менән аралашып алдыҡ.
- Беҙ ҡыҙҙар менән яҡшы итеп әҙерләндек, бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирергә тырыштыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус эш кейемен кейеүҙә беҙҙең тәжрибә юҡ. Командалағы лаборант-микробиолог Екатерина Столярова һәм йәш лобарант Юлия Домрычева бәйгегә етди яуапылылыҡ менән ҡараны, - тип билдәләй лабораторияның инженер-химигы Татьяна Молчанова.
Һуңынан конкурсҡа һөҙөмтә яһалды, еңеүселәрҙең исеме аталды һәм тап лаборотория командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынға һыу бүлеү цехы, өсөнсө урынға һыу менән тәьмин итеү цехы сыҡты. Йыйған мәрәйҙәр иҫәбе буйынса дүртенсе урында - автотрактор техникаһын файҙаланыу һәм ремонтлау участогы, бишенсе урында - электр ҡорамалдарын файҙаланыу һәм ремонтлау участогы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: