Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
15 Октябрь 2021, 14:35

ЮҒАРЫ СИФАТ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ

Аҡҡоштар таҙартыу ҡоролмалары быуаһының йыш ҡунаҡтары.

ЮҒАРЫ СИФАТ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ
ЮҒАРЫ СИФАТ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ

Беҙ аҡҡоштарҙы таҙа һыу ятҡылыҡтарында ғына күреп өйрәнгәнбеҙ, әммә ғәжәп факт – «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең таҙартыу ҡоролмалары быуаһына аҡҡоштар эйәләшкән. Был нимә тураһында һөйләй? Әлбиттә, таҙартыу ҡоролмалары эшенең юғары сифатлы булыуы хаҡында. Ҡоштарҙы хатта таҙартҡысты төҙөкләндереү буйынса эштәр ҙә ҡурҡытмай. Киләсәктә таҙартҡыстарҙы яңыртыу ҡоролмаларға 110 процентҡа йөкләнеш менән эшләргә мөмкинлек бирәсәк, сөнки Салауаттың сәнәғәт зонаһында үҙенсәлекле “Алға” иҡтисад зонаһы булдырыла.

Әйткәндәй, таҙартҡыс ҡоролмалар 1954 йылдан эшләй һәм «Газпром нефтехим Салауат»тан тыш торлаҡ-коммуналь хужалығының, Салауат һәм Ишембай предприятиеларының һыуҙарын ҡабул итә.

- Асыҡ һәм иҫкергән ҡом тотҡос һәм нефть тоҙаҡтарын ҡулланыуҙан сығарҙылар, был зарарлы матдәләрҙе атмосфераға сығарып ташлауҙы йылына яҡынса 45,083 тоннаға кәметте. 26 гектар майҙанлы шлам йыйыу секцияһы һәм тотонолған һыуҙарҙың асыҡ быуалары шулай уҡ ҡулланыуҙан сығарыла. Бының менән һауаға зарарлы матдәләр сығарыу йылына 1076 тоннаға кәмейсәк.– тип хәбәр итә «Газпром нефтехим Салауат»тың матбуғат хеҙмәте.

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: