Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2025, 17:05

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Һуңғы йылдарҙа онотола башлаған ҡайһы бер кәсептәр үҙенең икенсе йәшлеген кисерә. Күп ерҙәрҙә оҫталар балаҫ һуғыу, милли кейемдәр тегеү, бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәрен ҡайтанан тергеҙә. Ҡайһы берәүҙәр быны башлыса аҡса эшләү сығанағы итеп алһа, икенселәр ғаиләһен кейендерә, өйөн биҙәй, ә өсөнсөләр өсөн – күңел талабы.

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

“Мираҫ” тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһындағы “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә лә салауаттар йөрәк ҡушыуы буйынса килә. Бында улар һәр кесе йома йыйылып, төрлө ҡул эштәренә өйрәнә. Бөгөн апайҙарға ҡалабыҙҙа йәшәүсе оҫталарҙың береһе Рәйлә Күсмаева ултырғыс япмаһы эшләүҙең нескәлектәрен күрһәтергә килгән.


- Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә тигән мәҡәл һымаҡ, апайҙарҙың китапханаға йөрөгәнен ишетеп ҡалғас, үҙемдең белгәндәрем менән бүлешергә булдым. Ултырғыс япмаһы эшләү өсөн махсус станок, яҡынса ике пряжа кәрәк. Мин пряжаның бер йомғағы 30 һум тирәһе торғанын һатып алам. Йыбанмай ғына эшләһәң, бер-ике сәғәттә осона сығып була. Ҡурҡырға кәрәкмәй, ҡулды өйрәтеп ебәрһәң, үҙенән-үҙе китә, тиҙлек тә барлыҡҡа килә. Иң мөһиме, теләк кәрәк, - тип башлап китте оҫталыҡ дәресен Рәйлә Абдулнасир ҡыҙы.


Апайҙар башта станокка дүртешәр рәт итеп, өйөрөлтөп аҫҡы фондын эшләп сыҡтылар. Икенсе ҡатты, икенсе төҫ менән берәү аша (һәр ҡаҙау аша түгел) дүртешәр ҡатлап, шулай уҡ станокты өйөрөлтөп, вертикаль рәүештә ептәрҙе урап сыҡты. Шунан япманы нығытып ҡуйыр өсөн шаҡмаҡтарға ептәрҙе ҡапма-ҡаршы, Ж хәрефе кеүек, аҫлы - өслө йөрөтөп бәйләне. Бында иләнгән епте индереүе уңайлы булһын өсөн булавка йәки кирге энәһе ҡулланырға мөмкин. Һәр сәскәне беркетеп сыҡҡас, ябыуҙы станоктан тартып, йә булмаһа ҡайсы менән ҡырҡып сығарырға ғына ҡала.


- Ошондай оҫталыҡ дәресе ойошторолоуын ишеткәс, ашҡынып килеп еттем. Бындай япмаларҙы кешеләрҙә күргәнем булды, өйрәнеп алһаң ҡайһылай шәп булыр ине, тип уйлай торғайным. Бына насип булды. Һиңә унда эш бар, рамаһын өйрәнеп ҡайтып, миңә эшләп бирерһең тип, үҙем менән тормош иптәшем Рәүефте лә алып килдем. Теләк булғас, ауыр кеүек тә тойолмай. Ошолайыраҡ эшләйҙәр тип уйлай инем, хәҙер үҙ күҙҙәрем менән күреп, артабан өйҙә дауам итергә иҫәп, - тип һөйләй Ғәзифә Күскилдина.


- Ҡул эштәрен бер башлаһаң, үҙенә тартып ҡына тора ул. Әлегә сәскә итеп эшләгән урыны ауырыраҡ һымаҡ тойола, эшләй-эшләй өйрәнеп китербеҙ. Өйөмдә ошондай бер япма бар, шуға үҙем өйрәнеп алырға тигән теләк бар ине. Кейәүем вахтанан ҡайтыу менән бынау киргеһен эшләтеп алырға иҫәп. Тик ултырырға яратмайым, бигерәк тә ҡыш көндәре баҡсаға йөрөмәгән ваҡытта йырлап эшләп кенә ултырырға була. 5 кластан шәл бәйләп үҫкән быуын бит беҙ, шуға ҡул эштәре менән булышҡы ғына килеп тора, - ти Минира Ғиззәтова.


Ә бына Гөлсинә апай Әсфәндиәрова бындай ямаларҙы дүртенсе йыл тирәһе эшләй.
- Әхирәтемә уколға барһам, унда уның танышы килгән, һүҙ артынан һүҙи сығып был ҡыҙ ошондай ултырғыс япмалары эшләүгә оҫта булып сыҡты. Ҡыҙыҡһыныумы бердергәс, миңә лә өйрәтеп ебәрҙе. Дүрт йыл тирәһе мауығам, нисәүҙе эшләгәнемде теүәл генә әйтеп тә булмай. Тыныс ҡына ултырып эшләгәндә көнөнә дүртәүҙе килтереп сығарырға була. Барлыҡ туғандарыма бүләк итәм, икмәк-тоҙлоҡ һатып та ебәрәм. Кешеләр ултырғыс япмаһы итеп түгел, диван баштарына һалып ҡуйырҙай ҙур итеп эшләтеп алғандары ла булды. Бөгөн башҡалар нисек эшләй икән тип, ҡыҙыҡһынып килдем, - ти ул.


- Мин үҙем килендәштән күреп өйрәнеп киттем. Бындай станоктар ауылда әсәйемдә бар ине, башта өйрәнгән ваҡыттарҙа көндәр буйына тормай эшләй инем. Аҙаҡ апайымдарҙы өйрәтеп, улар ҙа эшләй башланы. Интернет селтәрҙәрендә лә яйлап-яйлап мәғлүмәттәр килеп сыға башланы. Мин үҙем хеҙмәт дәресендә балаларға өйрәтәс, апайҙарға ла аңлатыуы ауырлыҡ тыуҙырмай. Яңғылыша-яңғылыша өйрәнәләр, шуныһы ҡыуандыра, бында ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынған апайҙар йыйылған. Бер генә теләк - япмалар өсөн төҫтәрҙе дөрөҫ һайларға кәрәк, шул саҡта япмалар отошло килеп сығасаҡ. Күптәр кухняларының төҫтәренән сығып эшләй, - тип һүҙен йомғаҡланы Рәйлә Күсмаева.
Сөмбөл Шәйәхмәтова.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас